Баш ҡаланың Шота Руставели менән Адмирал Макаров урамдары араһында урман бар. Унда тәбиғәт ҡомартҡыһы һаналған Непейцов дендропаркы урынлашҡан.
Биш йыл элек алтаҡталарын урман баҫып бөткәйне, ҡасандыр күркәм парк булған урын ҡараңғыланып, сүп-сарға тулғайны. Ҡороған ағасты ла йыйыусы булманы. Урман араһында “ҡырын тейәргә” яратыусылар әле бер, әле икенсе урында ут яғып, байрам итергә йыйылыр ине.
Әле иһә хәл үҙгәргән. Парктарҙы төҙөкләндереү программаһына ярашлы, урында асфальт юл һалынған, иҫке ағастар киҫелгән. Бында йүгерергә сығыусылар, балалары менән уйнарға, саф һауала йөрөргә килгән өлкән йәштәгеләр бихисап.
Йылына ике тапҡыр – яҙ һәм көҙ – төрлө йәмәғәт ойошмалары хеҙмәткәрҙәре паркты таҙартырға сыға. Ошо көндәрҙә Өфөлә үткән “Йәшел Рәсәй” экологик акцияһы барышында дендропаркты йәнә таҙартыу өсөн өс меңдән ашыу кеше йыйылды: төрлө ойошма вәкилдәре, студенттар, мәктәп уҡыусылары... Сараны Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо.
Парктың тарихына туҡталып үтәйек. Уға XIX быуатта нигеҙ һалынған. Непейцово дачаһына Ырымбур губернаһының халыҡ училищелары директоры Иван Базилев хужа булған. Уның вафатынан һуң милек улына күскән. Ауыл хужалығы белгесе Алексей Иванович беренселәрҙән булып Башҡортостанда емеш-еләк питомнигы ойошторған. Дендропаркта әле лә Алыҫ Көнсығыштан, Азиянан, Төньяҡ Американан килтерелгән, ботаниктар тарафынан ике йөҙ йыл самаһы элек сығарылған үҫемлектәр бар. Ҡасандыр селекционер-ғалимдар “америка” һәм “амур” винограды, “маньчжурия” сәтләүеге, “веймут” ҡарағайы, ҡыҙыл имән, башҡа ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртҡан. 1923 – 1924 йылдарҙа дендропарк өсөн Өфө урман хужалығы техникумы яуап биргән. Утыҙынсы йылдарҙа ул Башҡорт урман-тәжрибә станцияһы ҡарамағына күскән. Оҙаҡ ваҡыт Башҡорт дәүләт университеты һәм Башҡортостан ауыл хужалығы институты, техникум һәм мәктәптәр өсөн уҡытыу-тәжрибә базаһы булып хеҙмәт иткән. Шул осорҙағы ғилми эштәрҙән күренеүенсә, бында 100-ҙән ашыу төр үҫемлек һаналған.
1965 йылда БАССР-ҙың Министрҙар Советы ҡарары менән дендропарк тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 90-сы йылдар башынан уға бөтөнләй ҡул һелтәгәндәр. Әле иһә паркты аяныслы хәленән сығарыу өсөн бөтөн ведомстволар ҙур тырышлыҡ һала. Башҡараһы эш байтаҡ, шул уҡ ваҡытта атҡарылғаны ла бихисап.
Ошо парктың эргәһендә йәшәгән Аида Ғәлиева ике йәшлек балаһы менән көн һайын саф һауа һуларға сыға икән.
– Йортобоҙ эргәһендә уңайлы балалар майҙансығы юҡ. Бәпесем менән күберәк ошо паркта йөрөйөм, – ти ул. – Асфальт юл һалынды, парк таҙарҙы. Экологик өмә үткәреләсәге тураһында ишеткәс, мотлаҡ килергә булдым. Бындай саранан ситтә ҡалырға ярамай. Бары тик күмәк көс менән генә паркты тағы ла күркәмерәк итә алабыҙ.
Ысынлап та, бер көс булып тупланып, паркты таҙарттыҡ. Коммуналь хеҙмәткәрҙәр махсус техника ярҙамында ҡыуаҡлыҡтарҙы сапты, ҡороған ағастарҙы шунда уҡ бысып сығара торҙолар. Өс сәғәт тирәһе барған өмәнән һуң паркты танырлыҡ та түгел ине: таҙарҙы, иркенәйҙе, яҡтырҙы.