Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Йәшел ҡалҡан” һағында
“Йәшел ҡалҡан” һағында – Ә беҙҙә бит бишенсе быуын урмансы тәрбиәләнә, – тине ҙур ғорурлыҡ менән Баймаҡ урман хужалығы директоры Данил Мазһаров. – Юлыҡ участкаһы мастеры Дамир Байсыуаҡов атаһы Ғәбдрәсүл һәм ҡартатаһы Борхан Байсыуаҡовтарҙың юлын һайлаған. Былтыр ул “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” булып танылды. Улы Динар Байсыуаҡов Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлап, бөгөн Баймаҡ дәүләт ҡаҙна учреждениеһында урманды файҙаланыу буйынса инженер булып эшләй. Кинйәһе Айтуған әле Йомаш ауылында VII класта белем ала. Урындағы “Урман мәктәбе”нең иң әүҙем ағзаһы. Шулай итеп, Байсыуаҡовтарҙың ошо өлкәләге дөйөм хеҙмәт стажы 81 йыл тәшкил итә! Шундай ғаилә династияһы менән нисек ғорурланмайһың! Бар тормошон әлеге тармаҡҡа бәйләп, уның яҙмышы өсөн янып-көйөп эшләгәндәрҙең фиҙакәр хеҙмәте урманды һаҡлап ҡалыуға тос өлөш индерә лә инде.


Ысынлап, тәбиғәтебеҙгә һоҡланмаған, шул уҡ ваҡытта күҙҙәре ҡыҙмаған кеше бик һирәктер. Ләкин бөгөн “йәшел ҡалҡан” үҙе яҡлауға һәм һаҡлауға мохтаж. Уны файҙаланыу, һаҡлау, тергеҙеү менән шөғөлләнгән Баймаҡ урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре был тәңгәлдә үҙ бурыстарын намыҫ менән башҡара. Ағымдағы йылдың ярты йыллыҡ эш һөҙөмтәһе буйынса республиканың 32 урман хужалығы араһында иң яҡшы бишәү иҫәбендә һаналыуҙары — быға аныҡ дәлил.
– Бары тик эшләргә лә эшләргә инде, уның башҡа бер сере лә юҡ, – ти Данил Мазһаров.
Һүҙ юҡ, директор “Эшләргә” тип еңел генә әйтһә лә, бының өсөн уларға күп көс һалырға, тир түгергә тура килә. Матди-техник база тергеҙелә, иҫке техника төҙөкләндерелә, производство өсөн яңыһы һатып алына. Бөгөн 15 берәмек техниканың бөтәһе лә сафта. Уҙған айҙа алынған “Тайга” ленталы ағас ярыу цехы эште тағы ла йәнләндереүгә, сифатты күтәреүгә булышлыҡ иткән. Әйткәндәй, Баймаҡ урмансылары етештергән продукцияға ихтыяж ҙур. Беҙҙән генә түгел, күрше райондарҙан да бураға, төрлө үлсәмдәге таҡтаға һәм башҡа төҙөлөш материалдарына күпләп заказ бирәләр. Уларҙың һорауҙарын ҡәнәғәтләндереү бурысы эшселәр Әхмәт Йосопов, Азат Солтанов, Ғәзиз Хисаметдиновтарға һалына. Халыҡ шулай уҡ күпләп утын һатып алыу теләге менән дә мөрәжәғәт итә. Махсус утын ярыу ҡоролмаһы хеҙмәтләндереп өлгөрмәгән осраҡта, урман хужалығы эшселәре үҙҙәре ҡулына балта алырға мәжбүр була. Бындай өмәләр йыш ҡына уҙып тора икән.
Баймаҡ урмансылығында бөгөн 36 кеше. Коллективты уңған, берҙәм, үҙ бурыстарын намыҫ менән башҡарған эшселәр тулыландыра. Улар араһында фиҙакәр хеҙмәте менән абруй ҡаҙанғандар бихисап. Этҡол урмансылығы мастеры Сәғәҙәт Ильясов, Крепостной участкаһы етәксеһе Айбулат Иҫәндәүләтов, Сибай участкаһы начальнигы Өлфәт Ғәлиәхмәтов, Темәс участкаһы етәксеһе Айнур Ҡаҙаҡбаев, юрист-консультант Салауат Арыҫланов, производство буйынса инженер Мирйән Әлмөхәмәтовтар – хеҙмәт уңғандары. Этҡол питомнигы эшселәре Зәкиә Сирғәлина менән Рәмилә Иҫәнғужина һәм башҡаларҙың хеҙмәте лә юғары баһалана.
Ҡырҡылған бер ағас өсөн унды, йөҙҙө ултырт. Бөгөн урмансылар шундай принцип менән йәшәй. Был йәһәттән хужалыҡтың Этҡол, Крепостной һәм Темәстәге питомниктары ярҙамға килә. Уларҙа йәш үҫентеләр тамыр йәйә. Ҡарағай тубырсыҡтары ҡышҡыһын йыйып алына һәм махсус ҡоролмала киптерелә. Орлоҡтар айырылғас, махсус экспертизаға ебәрелә. Улар лицензия алғандан һуң ғына питомниктарға сәселә.
Баймаҡ урмансылығында әле хаҡлы ялдағы 87 кеше иҫәпләнә. Ветерандар советы рәйесе Ринат Аҫылбаев оло йәштәге хеҙмәттәштәренең көнкүреше, йәшәйеше менән даими ҡыҙыҡһына. Бай тәжрибә туплаған урмансы йәштәрҙең остазы булып тора, кәңәштәре менән һәр саҡ ярҙамға килә. Әйткәндәй, хужалыҡтағы иң оло урмансыға — 92 йәш. Шаһиғәле Хансолтан улы Яҡупов – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Әйткәндәй, урмансылар районыбыҙҙың башҡа өлкән йәштәгеләрен дә иғтибарҙан, хәстәрлектән айырмай. Мәҫәлән, быйыл 9 Май алдынан Мерәҫ ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хажғәле Рыҫмөхәмәтовҡа мунсалыҡ бура бүләк итеп һөйөндөрҙөләр.
Урмансыларҙың проблемалары ла юҡ түгел. Эштәре гелән көйлө бара тип әйтеп булмай. Ағас урлап һатыусылар уларҙың ғына хеҙмәтенә түгел, ә тотош йәмғиәткә ҙур зыян килтерә. Бурҙарҙы асыҡлау менән Баймаҡ урмансылығы ҡаҙна учреждениеһы шөғөлләнә, ул эске эштәр бүлеге менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Өҙлөкһөҙ рейдтар уҙғарыу һөҙөмтә бирмәй ҡалмай.
Йәшеллекте тергеҙеү маҡсатында төрлө акциялар йыш уҙғарыла. Әле “Йәшә, урман!” Бөтә Рәсәй ағас ултыртыу көнө иғлан ителгән. Был тәңгәлдә ҡалала һәм ауылдарҙа үҫентеләр ултыртыу планлаштырылған. “Урман – йәшәү сығанағы” тигән хәҡиҡәтте көндәлек девизы итеп алған йәшеллек һаҡсылары.



Автор: Л. МАЛИКОВА. Район: Баймаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә