– Ә беҙҙә бит бишенсе быуын урмансы тәрбиәләнә, – тине ҙур ғорурлыҡ менән Баймаҡ урман хужалығы директоры Данил Мазһаров. – Юлыҡ участкаһы мастеры Дамир Байсыуаҡов атаһы Ғәбдрәсүл һәм ҡартатаһы Борхан Байсыуаҡовтарҙың юлын һайлаған. Былтыр ул “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” булып танылды. Улы Динар Байсыуаҡов Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлап, бөгөн Баймаҡ дәүләт ҡаҙна учреждениеһында урманды файҙаланыу буйынса инженер булып эшләй. Кинйәһе Айтуған әле Йомаш ауылында VII класта белем ала. Урындағы “Урман мәктәбе”нең иң әүҙем ағзаһы. Шулай итеп, Байсыуаҡовтарҙың ошо өлкәләге дөйөм хеҙмәт стажы 81 йыл тәшкил итә! Шундай ғаилә династияһы менән нисек ғорурланмайһың! Бар тормошон әлеге тармаҡҡа бәйләп, уның яҙмышы өсөн янып-көйөп эшләгәндәрҙең фиҙакәр хеҙмәте урманды һаҡлап ҡалыуға тос өлөш индерә лә инде.Ысынлап, тәбиғәтебеҙгә һоҡланмаған, шул уҡ ваҡытта күҙҙәре ҡыҙмаған кеше бик һирәктер. Ләкин бөгөн “йәшел ҡалҡан” үҙе яҡлауға һәм һаҡлауға мохтаж. Уны файҙаланыу, һаҡлау, тергеҙеү менән шөғөлләнгән Баймаҡ урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре был тәңгәлдә үҙ бурыстарын намыҫ менән башҡара. Ағымдағы йылдың ярты йыллыҡ эш һөҙөмтәһе буйынса республиканың 32 урман хужалығы араһында иң яҡшы бишәү иҫәбендә һаналыуҙары — быға аныҡ дәлил.
– Бары тик эшләргә лә эшләргә инде, уның башҡа бер сере лә юҡ, – ти Данил Мазһаров.
Һүҙ юҡ, директор “Эшләргә” тип еңел генә әйтһә лә, бының өсөн уларға күп көс һалырға, тир түгергә тура килә. Матди-техник база тергеҙелә, иҫке техника төҙөкләндерелә, производство өсөн яңыһы һатып алына. Бөгөн 15 берәмек техниканың бөтәһе лә сафта. Уҙған айҙа алынған “Тайга” ленталы ағас ярыу цехы эште тағы ла йәнләндереүгә, сифатты күтәреүгә булышлыҡ иткән. Әйткәндәй, Баймаҡ урмансылары етештергән продукцияға ихтыяж ҙур. Беҙҙән генә түгел, күрше райондарҙан да бураға, төрлө үлсәмдәге таҡтаға һәм башҡа төҙөлөш материалдарына күпләп заказ бирәләр. Уларҙың һорауҙарын ҡәнәғәтләндереү бурысы эшселәр Әхмәт Йосопов, Азат Солтанов, Ғәзиз Хисаметдиновтарға һалына. Халыҡ шулай уҡ күпләп утын һатып алыу теләге менән дә мөрәжәғәт итә. Махсус утын ярыу ҡоролмаһы хеҙмәтләндереп өлгөрмәгән осраҡта, урман хужалығы эшселәре үҙҙәре ҡулына балта алырға мәжбүр була. Бындай өмәләр йыш ҡына уҙып тора икән.
Баймаҡ урмансылығында бөгөн 36 кеше. Коллективты уңған, берҙәм, үҙ бурыстарын намыҫ менән башҡарған эшселәр тулыландыра. Улар араһында фиҙакәр хеҙмәте менән абруй ҡаҙанғандар бихисап. Этҡол урмансылығы мастеры Сәғәҙәт Ильясов, Крепостной участкаһы етәксеһе Айбулат Иҫәндәүләтов, Сибай участкаһы начальнигы Өлфәт Ғәлиәхмәтов, Темәс участкаһы етәксеһе Айнур Ҡаҙаҡбаев, юрист-консультант Салауат Арыҫланов, производство буйынса инженер Мирйән Әлмөхәмәтовтар – хеҙмәт уңғандары. Этҡол питомнигы эшселәре Зәкиә Сирғәлина менән Рәмилә Иҫәнғужина һәм башҡаларҙың хеҙмәте лә юғары баһалана.
Ҡырҡылған бер ағас өсөн унды, йөҙҙө ултырт. Бөгөн урмансылар шундай принцип менән йәшәй. Был йәһәттән хужалыҡтың Этҡол, Крепостной һәм Темәстәге питомниктары ярҙамға килә. Уларҙа йәш үҫентеләр тамыр йәйә. Ҡарағай тубырсыҡтары ҡышҡыһын йыйып алына һәм махсус ҡоролмала киптерелә. Орлоҡтар айырылғас, махсус экспертизаға ебәрелә. Улар лицензия алғандан һуң ғына питомниктарға сәселә.
Баймаҡ урмансылығында әле хаҡлы ялдағы 87 кеше иҫәпләнә. Ветерандар советы рәйесе Ринат Аҫылбаев оло йәштәге хеҙмәттәштәренең көнкүреше, йәшәйеше менән даими ҡыҙыҡһына. Бай тәжрибә туплаған урмансы йәштәрҙең остазы булып тора, кәңәштәре менән һәр саҡ ярҙамға килә. Әйткәндәй, хужалыҡтағы иң оло урмансыға — 92 йәш. Шаһиғәле Хансолтан улы Яҡупов – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Әйткәндәй, урмансылар районыбыҙҙың башҡа өлкән йәштәгеләрен дә иғтибарҙан, хәстәрлектән айырмай. Мәҫәлән, быйыл 9 Май алдынан Мерәҫ ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хажғәле Рыҫмөхәмәтовҡа мунсалыҡ бура бүләк итеп һөйөндөрҙөләр.
Урмансыларҙың проблемалары ла юҡ түгел. Эштәре гелән көйлө бара тип әйтеп булмай. Ағас урлап һатыусылар уларҙың ғына хеҙмәтенә түгел, ә тотош йәмғиәткә ҙур зыян килтерә. Бурҙарҙы асыҡлау менән Баймаҡ урмансылығы ҡаҙна учреждениеһы шөғөлләнә, ул эске эштәр бүлеге менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Өҙлөкһөҙ рейдтар уҙғарыу һөҙөмтә бирмәй ҡалмай.
Йәшеллекте тергеҙеү маҡсатында төрлө акциялар йыш уҙғарыла. Әле “Йәшә, урман!” Бөтә Рәсәй ағас ултыртыу көнө иғлан ителгән. Был тәңгәлдә ҡалала һәм ауылдарҙа үҫентеләр ултыртыу планлаштырылған. “Урман – йәшәү сығанағы” тигән хәҡиҡәтте көндәлек девизы итеп алған йәшеллек һаҡсылары.