Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Киң ҡоласлы шәхес
Киң ҡоласлы шәхес Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы коллективы республика гәзит-журналдарында донъя күргән Башҡортостан журналистикаһы, әхлаҡлылыҡ, туған телдәр, матди һәм рухи мәҙәниәт, үҫеп килгән йәш быуынға тәрбиә биреү проблемаларына арналған күп, тәрән йөкмәткеле мәҡәләләре өсөн Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премияға тәҡдим ителгән философия фәндәре докторы, профессор Октябрь Вәлитовтың кандидатураһын хуплай.


Октябрь Кәли улы 1934 йылда Күгәрсен районының Күгәрсен ауылында тыуған. Хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт иткәндән һуң, Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетында эшләй, бюро ағзаһы итеп һайлана. 1966–1968 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитеты эргәһендәге Юғары партия мәктәбендә уҡый. Аҙаҡ КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында эшләй, БАССР Министрҙар Советы эргәһендәге Матбуғатта дәүләт серҙәрен һаҡлау буйынса баш идаралыҡ начальнигы вазифаһын да башҡара. Һуңынан Башҡорт дәүләт университетында уҡыта, 2000–2015 йылдарҙа университеттың Нефтекама филиалын етәкләй.
Октябрь Вәлитов — Яңауыл, Нефтекама ҡалаларының почетлы гражданы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре. Ул журналистика менән 1952 йылдан алып шөғөлләнә, республикала матбуғат өлкәһендә абруйлы белгес иҫәпләнә. Хеҙмәттәре сит илдәрҙә лә ҡыҙыҡһыныу таба. Өҫтәүенә Вена халыҡ-ара университетының почетлы профессоры.
О. Вәлитов – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан халҡының ҡаһарманлыҡ һәм хеҙмәт традицияларын пропагандалауға айырыуса ҙур иғтибар бүлә. Уның тарихҡа булған объектив ҡарашы маҡтауға лайыҡ. Октябрь Кәли улы совет осорондағы Ватаныбыҙ ҡаҙаныштарын танырға теләмәгән тикшеренеүселәрҙе киҫкен тәнҡитләй. Октябрь Вәлитов журналистика үҫешенә ҙур өлөш индерә: ул – 600-ҙән ашыу публикация авторы. Күп йылдар дауамында Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы булып тора. Октябрь Кәли улы йәш быуын журналистарын тәрбиәләүгә ҙур көс һала һәм уларҙың иң абруйлы кәңәшселәренән иҫәпләнә.

Салауат УСМАНОВ,
Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы директоры, профессор.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә