Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы коллективы республика гәзит-журналдарында донъя күргән Башҡортостан журналистикаһы, әхлаҡлылыҡ, туған телдәр, матди һәм рухи мәҙәниәт, үҫеп килгән йәш быуынға тәрбиә биреү проблемаларына арналған күп, тәрән йөкмәткеле мәҡәләләре өсөн Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премияға тәҡдим ителгән философия фәндәре докторы, профессор Октябрь Вәлитовтың кандидатураһын хуплай. Октябрь Кәли улы 1934 йылда Күгәрсен районының Күгәрсен ауылында тыуған. Хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт иткәндән һуң, Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетында эшләй, бюро ағзаһы итеп һайлана. 1966–1968 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитеты эргәһендәге Юғары партия мәктәбендә уҡый. Аҙаҡ КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында эшләй, БАССР Министрҙар Советы эргәһендәге Матбуғатта дәүләт серҙәрен һаҡлау буйынса баш идаралыҡ начальнигы вазифаһын да башҡара. Һуңынан Башҡорт дәүләт университетында уҡыта, 2000–2015 йылдарҙа университеттың Нефтекама филиалын етәкләй.
Октябрь Вәлитов — Яңауыл, Нефтекама ҡалаларының почетлы гражданы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре. Ул журналистика менән 1952 йылдан алып шөғөлләнә, республикала матбуғат өлкәһендә абруйлы белгес иҫәпләнә. Хеҙмәттәре сит илдәрҙә лә ҡыҙыҡһыныу таба. Өҫтәүенә Вена халыҡ-ара университетының почетлы профессоры.
О. Вәлитов – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан халҡының ҡаһарманлыҡ һәм хеҙмәт традицияларын пропагандалауға айырыуса ҙур иғтибар бүлә. Уның тарихҡа булған объектив ҡарашы маҡтауға лайыҡ. Октябрь Кәли улы совет осорондағы Ватаныбыҙ ҡаҙаныштарын танырға теләмәгән тикшеренеүселәрҙе киҫкен тәнҡитләй. Октябрь Вәлитов журналистика үҫешенә ҙур өлөш индерә: ул – 600-ҙән ашыу публикация авторы. Күп йылдар дауамында Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы булып тора. Октябрь Кәли улы йәш быуын журналистарын тәрбиәләүгә ҙур көс һала һәм уларҙың иң абруйлы кәңәшселәренән иҫәпләнә.
Салауат УСМАНОВ,
Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы директоры, профессор.