Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙ ниндәй – йәмғиәт шундай
Беҙ ниндәй – йәмғиәт шундайБеҙҙе уратып алған мөхит... Ниндәй ул? Ауыл һәм ҡала мөхите, аралашҡан дуҫтар, хеҙмәттәштәр, осраҡлы ғына киҫелешкән юлдар, таныш һәм таныш булмаған йөҙҙәр, әйтелгән һүҙҙәр һәм башҡа һанһыҙ күренештәр... Ниндәй ул беҙҙең бөгөнгө йәмғиәт?
Интернет селтәрендә, радио-телевидениела, йәнә лә матбуғат биттәрендә илдә барған ваҡиғалар сағылыш таба. Күпселек осраҡта яңылыҡтар хафаға һала, ил-йәмғиәт хәлен күреп көйәләнәбеҙ... Быларҙың барыһын инҡар итеп, һуңғы ваҡытта, бигерәк тә төбәк каналдарында күңелдә матурлыҡ уятҡан, яҡшы хәбәрҙәр илткән тапшырыуҙарға иғтибар бирелә башланы. Хәбәрҙар булабыҙ, фәһем алабыҙ, ҡыуанабыҙ... Ишетеп-күреү бер – быныһы яҡшы, ә хәҙер яңылыҡ итеп түгел, тап үҙебеҙ тойғанса, әйләнә-тирәбеҙҙә барған хәл-ваҡиғаларға күҙ һалайыҡ.

Мәҫәлән, йәмәғәт транспортында барғанда ирекһеҙҙән һәр ваҡыт шуға иғтибар итәһең: ниңә үҙ эштәре менән ҡайҙалыр ашыҡҡан, таныш булмаған кешеләрҙең йөҙөндә йылмайыу юҡ? Әйтерһең дә, барыһы ла ниндәйҙер ауыр һынауға дусар ителгән... Бәлки, был һорау һеҙҙе лә уйға һала торғандыр. Дөйөм алғанда, беҙҙең йәмғиәттең ғәҙәти йөҙө – ул етдилек йә булмаһа ирекһеҙҙән кейгән ауыр битлек кеүек... Ниңә? Уйланырға урын бар.
Бурлыҡ – хурлыҡ, тигән боронғолар. Был күренеш тә йәмғиәтебеҙгә ситен түгел. Юҡ, һүҙем ҡайҙалыр миллиондар урлаған билдәһеҙ әҙәмдәр хаҡында түгел. Ә саҡ ҡына ябайыраҡ, әйләнә-тирәбеҙҙәге күренештәр хаҡында. Ахыр көндә бәләкәй һәм ҙур хаталар өсөн һәр беребеҙ яуап тотасаҡбыҙ. Ә бына ундай яман эштәрҙән йыраҡ тороу, ғибрәт алыу һәм һаҡланыу, тирә-яғыбыҙҙағы тәртипһеҙлектән сығыу юлдарын күреү бөгөндән беҙҙең яуаплылыҡта.
Тормош шундай матур – һәр көнгә шатланып йәшәрлек. Тормош шундай ҡурҡыныс, һәр ерҙә иплелек талап итә. Бөгөнгө заман ҡолдары тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Йыраҡ китәһе түгел, ундайҙар үҙебеҙҙең арала ла бар. Яңыраҡ бер апайҙан республиканың Ырымбурға сиктәш райондарының береһендә ҡоллоҡтан ҡасып ҡайтҡан кеше тураһында ишеткәйнем. Билдәһеҙ сит милләт кешеләре документтарын тартып алғандан һуң, үҙе кеүек үк ирекһеҙ кешеләр төркөмөнән нисектер ысҡынып, түләүһеҙ, мәжбүри эштән ҡасып ҡотолған. Ә бына кеше күп йөрөгән ерҙә хәйер һорап ултырғандарҙың хәле тураһында уйлап ҡарағанығыҙ бармы? Уларҙың көн буйы шулай теләнселәгәненә күнеккәнбеҙ ҙә шикелле... Беҙҙең йәмғиәт өсөн был ғәҙәти. Ниңә уларҙың күбеһе, бигерәк тә ҙур ҡалаларҙа, иртәнән алып кискә тиклем ошолай ултырырға мәжбүр?
Йәнә лә бер миҫал. Урамда барғанда кешеләрҙең аралашыуына иғтибар иткәнегеҙ бармы? Сит хәбәр тыңлау түгел, ә аҙым һайын ҡолаҡты ярып ингән һүгенеү һүҙҙәрен ишетеү. Тапҡанһың аптырар нәмә, ғәҙәти хәл, тип әйтерһегеҙ, бәлки. Ә ниңә ғәҙәти һуң ул беҙҙең йәмғиәт өсөн?! Ни өсөн иртән уҡырға, эшкә барғанда йәки ҡайтҡанда йәмһеҙ һүҙҙәрҙе ишетәбеҙ? Бурлыҡ, һүгенеү, кемгәлер ҡысҡырыу, тағы... Барыһы ла — заман өсөн ғәҙәти хәл. Әйтерһең дә, йәмғиәт ауырый. Күп тапҡыр күтәрелгән мәсьәләләр, хәл ителмәҫ күренештәр кеүек, әммә... Сығыу юлдары бармы был хәлдән? Үҙебеҙ йәшәгән йәмғиәт кимәлен аңлап баһалау, тирә-яғыбыҙҙағы хәл-ваҡиғаларҙы ҡалыпҡа һалынған ғәҙәтилектән үтеп ҡабул итеү, аңларға тырышыу, һәр беребеҙ айырым һәм бергәләп хәл итеү юлдарын эҙләү маҡсатында үрҙә килтерелгән һанһыҙ миҫалдар араһынан бер нисә күренешкә иғтибар бирергә теләйем.
Был яҙмаға күптән түгел тап булдым. Әйләнә-тирәләге тормошҡа битараф булмаған ошо кеше башынан үткән хәл-ваҡиғаларҙы һеҙгә лә тәҡдим итәм.
...Ҙур ғына ҡалаларҙың береһендә метро станцияһынан сыҡҡан юлда бер ҡатын ултыра. Утыҙ йәш тирәһендәлерме, әллә йәшерәкме, бәлки, киреһенсә, өлкәнерәктер ҙә. Аныҡ ҡына әйтеп булмай, сөнки ҡатындың йөҙөн ипһеҙ генә таралған бысраҡ сәсе ҡаплай, башын ҡалҡытҡан саҡта йөҙөндәге арыу һәм ниндәйҙер ыҙаланыу тойғоһо сағыла. Алдында аҡса өсөн һауыт, эсендә тинлектәре, ҡағыҙ аҡса ла күренә. Кешеләр арыу ғына ташлайҙыр, күрәһең. Ташламаҫтар ҙа ине, бәлки... Әгәр ҙә ҡатындың алдында ҡарайып-бысрап бөткән кәпәс кейгән ике йәштәр тирәһендәге сабый булмаһа. Бала өсөн тип һалаларҙыр.
Шулай көн дә эшкә барып ҡайтҡан һайын ошо хәйер һораған балалы ҡатын күҙгә ташлана. Күпме ултырырға мөмкин? Һыуыҡта, кәмһенеп, аслы-туҡлы. Билдәле, уларҙың тәғәйен эше шул. Хәйер тигәнен ҡулындағы баланы һәм үҙ тамағын туйҙырыр өсөн тотонмауына тамсы ла шикләнмәйем. Бындай күренешкә бер мин генә түгел, үҙегеҙ ҙә шаһит. Берәҙәктәр түгел улар, сүп-сар һауыты тирәһендә йөрөгән өйһөҙ кешеләрҙән күп яҡтары менән айырылалар. Көн эсендә меңәрләгән кеше үтеп йөрөгән юлда йыйылған аҡсаның ҡайҙа китеп тороуы ла көн кеүек асыҡ. Тик күреп-аңлап торһаҡ та, йәлләүҙәнме, яҡшылыҡ эшләргә тырышыуҙанмы һаман да шул “хәйер капиталы” һауытына аҡса ырғытабыҙ... Тинләп, һумлап, йөҙәрләп... Эйе, мохтаждарға, ярлы-ябағаға ярҙам итеү кәрәк. Беҙҙең бит хәлебеҙ күпкә яҡшыраҡ, ә бер бәхетһеҙгә ярҙам иткәндән фәҡирләнмәҫбеҙ. Был – беҙҙең ғәҙәт, аңһыҙлыҡ. Яҡшылыҡ ҡылыуҙың башҡа юлдарын эҙләргә, күрергә ашыҡмайбыҙ. Кеше хәленә инергә тырыша шул халыҡ, үҙеңдә булмаһа булмай, тик тотош илдә ер аҫты юлдары буйында ултырған бик күп хәйер һораусыларҙың хужаларын байытырға әҙер. Әлбиттә, теләнгәндәрҙең барыһын да бер ҡалыпҡа һалырға теләмәйем, әммә айырым бер төркөм менән эш иткән “хәйер” эшселәре барлығын мин дә, һеҙ ҙә беләһегеҙ. Әммә был хәлдән сығыу юлдарын беребеҙ ҙә күрмәй...
Әлбиттә, эше өсөн хәйерсе лә өлөшһөҙ ҡалмайҙыр, йоҡо урыны, тамаҡ туйҙырыу, бер шешә араҡы... Беләм, бындай “хәйер” нөктәләренең хужалары бигерәк тә ҡоро һәм иҫәпсел, шуға ла килемле уларҙың эше. Әммә яҡшылыҡ ҡылырға теләп, һауытҡа аҡса төшөргән беребеҙ ҙә хәйер һораусының артабанғы яҙмышын белмәй. Белергә теләмәйбеҙ, ә нимәгә, хәйер бирҙек – шул еткән. Бәлки, бирмәһәк, яҡшыраҡ булыр ине. Илебеҙҙә хәйер һорарға мәжбүр ителгән ҡол хәлендәгеләр әҙерәк булыр ине, документтарын тартып алып, хәйер иҫәбенә байыған хужалар һирәгерәк осрар ине. Әммә был да – беҙҙең өсөн ғәҙәти тормош. Ә һеҙ ошондай хәйер нөктәләренең кемдәрҙеңдер ғүмер хаҡы тороуын беләһегеҙме? Ирекле булған ысын мохтаждарға бында урын юҡ. Йә һин ҡол, йә был түңәрәккә эләкмәҫ өсөн ҡасып ҡотолаһың...
Ошо урында күҙгә эләккән тағы бер күренеш. Өфө урамдарындағы ҙур автобустарға бер туҡталышта инеп, икенсеһендә сығып йөрөгән “хәйерселәр”гә иғтибар иткәнем бар. Автобуста утыҙлап кеше, шуның яртыһы ғына аҡса биргәндә лә, бер туҡталыш араһында арыу ғына сумма йыйыла... Хәйер һораусы ла типһә тимер өҙөрлөк йәш егет, уртаса кейенгән, аяғы аҡһай икән, йөҙөндә – шундай тилмереү, йәшерен ҡараш, яһалмалылыҡ, теләнселәп өндәшкән тауышы ла ошо уҡ йөҙ-ҡиәфәттең торошон ҡабатлай... Автобус водителе менән кондуктор ҙа ҡапыл пәйҙә булған “хәйерсе”гә бер һүҙ өндәшмәй, әллә ысынлап та йәлләйҙәр, әллә ҡурҡалар, әллә... Кешеләр үҙҙәре аңлап өлгөрмәй, аҡса һала... Ә “хәйерсе” өс минуттан кире сығып китә. Был күренештең “хәйер капиталы” системаһындағы бер эш алымы булыуын әле килеп аңлайым.
Бер ай дауамында күҙ өйрәнгән ғәҙәти хәл. Нисек быға хәтлем күрмәгәнмен, иғтибар итмәгәнмен?! Ә һеҙ иғтибар итер инегеҙме? Ни эшләр инегеҙ шул саҡта? Бер мәлдә һанһыҙ кеше ағылған ошо юлдан үтеп барышлай туҡтап, йәш ҡатындың ҡулындағы балаға тағы бер күҙ һалдым. Иртәнән кискә тиклем шул ҡатын ҡулында – “эштә”. Иламай, ҡысҡырмай, әйтерһең дә, ҡурсаҡ. Ә бит бала тере. Һәм һәр бала кеүек, бер аҙ йоҡлап алғандан һуң, асығып тауыш­ланырға, иларға ла тейештер. Ә ул ҡулда тауыш-тынһыҙ ғына йоҡлай, сәғәттәр, көндәр буйы... Хәрәкәтһеҙ, әллә әсәһе, әллә сит ҡатын тубығына башын һалып... Шул саҡ, үҙенә оҙаҡ ҡарап торған сит ҡарашты һиҙеп, ҡатын башын күтәрә. Беҙҙең ҡараштар осраша. Һүҙһеҙ генә бер-беребеҙҙең уйҙарын уҡыйбыҙ. Ул – минең, мин уның нимә уйлағанын аңлайым.
Ике-өс йәшлек балағыҙ нисә сәғәт йоҡлай? Күп тигәндә сәғәт йәки ике сәғәттер, унан тағы ла уйнарға, йүгерергә ашығалыр. Тик бына ошо бер айлыҡ күҙәтеүем барышында сабыйҙың бер тапҡыр ҙа ултырыуын йә йүгереп йөрөүен күргәнем булманы. Уйлаған уйҙарымдан бер аҙ албырғап торғандан һуң, тура баҫып ҡатын янына киләм.
– Ниңә һеҙҙең балағыҙ һәр саҡ йоҡлай?!
Ҡатын иғтибар ҙа итмәй, ишетмәмешкә һалыша. Башын аҫҡа төшөрөп, йөҙөн өҫ кейеменең яғаһына йәшерә. Мин тағы ла көслөрәк, асыҡ тауыш менән баяғы һорауҙы ҡабатлайым. Ул, башын ҡалҡытып, минең аша ҡайҙалыр икенсе яҡҡа ҡарай. Ҡарашында ниндәйҙер асырғаныу, ризаһыҙлыҡ, арыу, битарафлыҡ сағыла. Бындай ҡарашты беренсе тапҡыр күреүем, әйтерһең дә, мин аҡса һалмайынса, юҡ эш менән булып торам кеүек.
– Кит... – тип йөҙө менән генә ишаралай.
– Ниңә бала көн буйы йоҡлай? –Һорауым тағы ла көслөрәк яңғырай.
Шул саҡ арттан кемдер яурыныма ҡулын һала. Артыма әйләнәм.
– Нимә кешегә бәйләнәһең, күрәһең бит уларҙың хәлен, былай ҙа ауыр! – Оло йәштәрҙәге бер ағай миңә ҡаш емерә. – Эй, һеҙ, аҡсалылар, кеше хәлен аңламаҫһығыҙ... Мә, ҡыҙым. – Ир кеҫәһенән иллелек алып ҡатынға һуҙа.
Хәйерсе иһә аҡсаны ҡәҙерләп һауытына һала, балаһын бәүетергә тотона. Ә мине шелтәләгән ир, яй ғына атлап, сығыу яғына ыңғайлай. Өйөнә ҡайтҡас ул, моғайын, үҙенекеләргә, бәхетһеҙ бер ҡатынды ошо юлда беренсе тапҡыр сәбәпһеҙгә килеп бәйләнгән бер аҡсалы кешенән яҡлауы тураһында һөйләр. Эйе, беҙ – хәлле, тир түгеп тапҡан аҡсабыҙ бар, оло ағай үҙе лә кеше көнөндә түгелдер, моғайын. Һәм барыбыҙ ҙа илдең һәр бер мөйөшөндә ултырған “аҡсаһыҙҙарына” ярҙам итергә тейешбеҙ. Күҙегеҙҙе ныҡлап асып ҡараһағыҙ икән, кешеләр! Йәмғиәтебеҙҙәге бындай хәлдән сығыу юлын башҡа бер нимәлә лә күрмәйһегеҙме икән?
Тынғы бирмәгән һорауым эштән ҡайтышлай иртәгәһенә лә ҡабатланды. Был юлы яныма килгән тәртип һаҡсыһы миңә ризаһыҙлыҡ менән “ҡайҙа барырға кәрәклеген” матур ғына өйрәтте. Бына ғәләмәт, әйтерһең дә, хәйерсе ҡатын да, тәртип һаҡсыһы ла бер төптән... Юҡтыр ҙа, әммә уның патрулдә йөрөгән биләмәһендә тауыш-тын йә тәртип боҙоу булмаҫҡа тейеш, шул ғына. Өҫтән ҡушылһа, тикшерерҙәр...
Ваҡыт уҙа, ә ҡатын ҡулындағы бала һаман да йоҡлай. Мин бер танышыма шылтыратам. Көс-хәл менән мәктәпте тамамлап, бер ниндәй белеме булмаһа ла, ҙур өйө, машинаһы, шәхси бизнесы булған бүтән милләт кешеһе ул. Хәлде һөйләһәм, үҙ кәңәшен бирә алыр кеүек. Хәбәремә бер ҙә генә аптыраманы танышым, сөнки был бөтә ил буйынса таралған йәшерен һәм килемле бизнестың үҙ милләттәштәре араһында билдәле булыуын яҡшы белә.
Бөгөн Рәсәйгә килеп тулған сит кешеләр генә түгел, хатта үҙебеҙҙекеләр ҙә ошо юл менән яҡшы аҡса эшләй икән. Был йәшерен шөғөл хужаларын бер нисә төркөмгә бүлеп ҡарарға мөмкин. Беренселәре “һуғыш инвалидтары” йәки “афған­дар” менән эш итә. Һуғышта булғанмы-юҡмы, ләкин улар ысынлап та аяҡһыҙ йәки ҡулһыҙ... Коляскала ултырған ғәрип ир-егеттәрҙе күргәнегеҙ барҙыр, моғайын. Күберәген улар юл уртаһында, светофорҙа туҡтаған машиналарға эйәреп аҡса йыя. Ошо аяҡһыҙ йәки ҡулһыҙ ауыр хәлдәге “эшселәргә” ярҙам итәбеҙ тип, кемделер байытыу өсөн йөҙәр һумлыҡтарыбыҙҙы сығарып бирәбеҙ. Ә уларҙың тормошо – көнлөксө хәлендә, бәлки, тағы ла ауырыраҡ: яңғыҙҙар, документтары юҡ йә тартып алынған, ә унһыҙ һин кеше түгел. Бына тағы урамдарҙа “ниндәйҙер операцияға аҡса йыйыусылар”... Ысынлап та, ауыр хәлдә булған, ҡатмарлы операцияға мохтаждар юҡ түгел. Аңлы ҡарағанда, уларҙы ысын ауыр хәлдә булған һәм аҡсаға мохтаж ауырыуҙарҙан айырырға мөмкин. “Ауырыуҙар” менән аҡса эшләгәндәрҙең бизнесы бик системалы ҡоролған. Был эш ойошҡан рәүештә енәйәтсе һәм хоҡуҡ боҙоусы төркөмдәр тарафынан контролдә тотола. “Ауырыу” йәки “һуғыш инвалиды” булған хәйер һораусы һауытына төшкән аҡса ошо ойошма башлығына бара. Ысын аҡсаға мохтаж, кеше көнлөләргә уларҙың эш биләмәһендә урын юҡ, йә ҡурҡыталар, йә улар менән бергә эшләйһең. Ә сиғандарҙың балаларҙы урлап алып китеүе хаҡында үҙебеҙ ҙә электән беләбеҙ. Хәҙер ҙә шулай, һәм күп осраҡта сабый “хәйерсе” эше өсөн эскеселәр ғаиләләренән “аренда”ға алына.
Танышым аша тынғы бирмәгән һорауыма, йәғни баланың ни өсөн көндәр буйы йоҡлауы хаҡында белергә теләйем. Ул бер ниндәй хисһеҙ, көн торошо тураһында хәбәр иткән тыныс тауыш менән генә яуап бирә.
– Араҡы йә героин йоғонтоһо...
Мин шаңҡып ҡалам.
– Ҡысҡырмаһын, эшкә ҡамасауламаһын өсөн. Уның менән бит көнө буйы ултырырға кәрәк.
Башҡа һыймаҫлыҡ хәл! Көн буйы йоҡлаһын өсөн араҡы йәки наркотик менән “һыйлайҙар”! Ә сабый бала өсөн был мөмкинме? Бәләкәй организмдың ауырлыҡты күтәрә алмай үлеүе лә ихтимал. Һәм... ысынлап та, шулай. Күп осраҡта. Иң ҡурҡынысы шул: әгәр ҙә бала көндөҙ үлә икән, “әсә”, үле кәүҙәне ҡосаҡлап, эш көнө аҙағынаса ултырырға мәжбүр. Был – эш тәртибе, һәм һин был ҡағиҙәне бер нисек тә боҙорға тейеш түгелһең, сөнки яныңдан үткән тиҫтәләгән, йөҙләгән, меңләгән кеше изгелек ҡылып, һинең һауытҡа аҡса ырғыта. Шулай балалы яңғыҙ ҡатынға ярҙам итәләр.
Икенсе көндә мин тағы ла шул юлдан үтәм. Үткәндәге ризаһыҙ тәртип һаҡсыһы ла күренмәй. Алдан уйлағанымса, тура баҫып, хәйер һораусы ҡатын менән асыҡ һөйләшеүгә китеп барам. Тик был юлы уйҙарым ҡапыл көтөлмәгәнсә үҙгәрә. Ҡатындың ҡулында кисәге бала түгел, ә бөтөнләй икенсе сабый. Кисәге таныш бала тураһында һорашам, әлеге баланың документтарын һорайым. Бер-бер артлы биргән һорауҙарым таш стенаға бәрелгәндәй яуапһыҙ ҡала. Ризаһыҙ ҡараш, һүҙһеҙ битарафлыҡ...
Шулай ҙа ары эске кейем һатып торған бисә-сәсәнән арыу ғына һүҙҙәр ишетергә тура килде. Уларҙың тәүгеһе бында ураланып йөрөмәҫкә кәңәш бирһә, икенсе берәүҙәре тауышланып уҡ миңә ташланды. Үтеп барған бер нисә кеше лә аҡыл өйрәтергә ваҡыт тапты. Ояты булмаған бәғерһеҙ кешемен икән дә... Ни эшләргә? Әгәр ҙә “02”-гә шылтыратһам, йәки патруль хеҙмә­тенә... Хәйер, таныш тәртип һаҡсыһы мине үҙе үк килеп тапты, паспорт-документтарҙы һораны. Мин документтарымды күрһәттем, нимәлер эшләргә кәрәклеген аңғартып, уйлағандарымды әйтеп бирҙем. Сержант мине тыңлағандан һуң, кемгәлер шылтыратты ла ҡайҙалыр ситкә китте. Эштең хәл ителерен теләп, өмөтһөҙ ҡиәфәттә уйланып баҫып торҙом. Һәм бер ун биш минуттан юлда теләнселәгән ҡатын да, уның “хәйер хаҡы” булған яңы балаһы ла юҡ ине инде...
Кешеләр, әгәр ҙә һеҙ урамда бала тотоп ултырған хәйер һораусы ҡатындарҙы күрһәгеҙ, хәйер артынан сумкағыҙға үрелерҙән алда саҡ ҡына уйлап ҡарағыҙ. Нисек һеҙ уларға, ысынлап та, ярҙам итә алыр инегеҙ? Сөнки хәйер биреү — беҙҙең йәмғиәт өсөн ғәҙәти күренешкә әйләнгән хәлдән сығыу юлы түгел, ә кемдеңдер кеҫәһен ҡалынайтыу мөмкинлеге. Әгәр ҙә һеҙҙең кеүек меңдәрсә ҡулдан килгән ошо аҡса булмаһа, араҡы, наркотик ҡулланып, ҡараусыһыҙ ҡалған балаларҙы, етем-ғәриптәрҙе ҡол иткән ошо ҡара килемле шөғөл дә булмаҫ ине. Иртәнән кискә тиклем йоҡола булған балаларға йәлләп түгел, ә аңлы рәүештә оло ғибрәт менән ҡараһағыҙ ине. Һәр хәлдә, был балаларҙың ниңә көн буйы йоҡлағанын хәҙер килеп үҙегеҙ ҙә аңлайһығыҙҙыр, моғайын. Яҡшы ниәттә “хәйер эшсеһе” һауытына ырғытҡан һеҙҙең “хәйерҙәр” сираттағы урлап алынған бала ғүмеренең хаҡы булмаһын ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873