Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кешене өмөт йәшәтә
Кешене өмөт йәшәтәРезида Ғофранова менән осраҡлы ғына танышып киттек. Көтмәгәндә яҡын кешем ҡаты сирләп, баш ҡаланың “Ашығыс ярҙам” дауаханаһына эләкте. Ҡан баҫымы юғары булыу сәбәпле, уны неврология бүлегенә һалдылар. Дауахана юлын таҡырайтҡан күңелһеҙ һәм тынғыһыҙ мәл ине...
Неврология бүлегенә етәкселек иткән юғары категориялы белгес, медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Резида Ғаяз ҡыҙы иң тәүҙә үҙенең ифрат иғтибарлы һәм кешелекле булыуы менән хөрмәт уятты. Кабинетына ҡәҙимге иғтибар, һауығыуға ышаныс уятыуҙы өмөт итеп килгән бер кешене лә бороп сығармауы, һәр ҡайһыһына кәйеф күтәрерлек йылы һүҙ табыуы оҡшаны. Табиптарҙы илтифатһыҙлыҡта һәм битарафлыҡта ғәйепләргә яратыусыларҙың ғәҙелһеҙ фекерҙәрен инҡар итеүсе лайыҡлы миҫал кеүек күрҙем мин уны. Аҙағыраҡ иһә, табиптарҙың бөтмәҫ-төкәнмәҫ тынғыһыҙ эше араһында, Резида Ғаяз ҡыҙының яратҡан һөнәренә бағышлаған тормошо, йәмғиәттә киң таралған неврология сирҙәре, ошо өлкәгә ҡағылышлы заман үҙенсәлектәре хаҡында әңгәмәләшеп өлгөрҙөк.


– Осраҡлы кеше бер ваҡытта ла табип була алмай. Ябай ауыл ҡыҙында ҡайҙан ундай ныҡышмалылыҡ, маҡсат­лылыҡ?
– Табип булыу хыялын күңелемдә бала саҡтан уҡ бәпләнем. Кескәй генә саҡтан уҡ туғандарымды “дауаларға” өлгөрөү менән бер рәттән, медицина темаһына ҡағылышлы китаптарҙы, биология дәреслеген яратып уҡый инем. Салауат районының Малаяҙ ауылында, фиҙакәр хеҙмәте, уңғанлығы менән яҡташтары араһында хөрмәт ҡаҙанған Фәтҡуллиндар ғаиләһендә тыуып үҫтем. Атайым Ғаяз Фәйзер улы ғүмер буйы милицияла хеҙмәт итте, полковник дәрәжәһенә етте, хәҙер мәрхүм инде. Әсәйем Рәкинә Мөхәррәм ҡыҙы менән биш балаға тәрбиә һәм белем бирҙеләр, һәр ҡайһыбыҙҙы үҙҙәренең миҫалында лайыҡлы йәшәргә өйрәттеләр.
“Табип булам” тигән хыялымды Өфөлә уңышлы эшләп йөрөгән ағайым, әсәйемдең ҡустыһы Рим Мөхәррәм улы “эләктереп” алды, күңелемә ышаныс, дәрт-дарман өҫтәне (Рим Ғарипов – күренекле хирург, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Башҡортостандың фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты – Г.Б.).
...Мәктәпте алтын миҙал менән тамамлағас, документтарҙы, әлбиттә, Башҡортостан дәүләт медицина институтына тапшырҙым. Студент булып киткәс, күңелемде һалып уҡыным, барлыҡ яңылыҡтарҙы еңел үҙләштерҙем, юғары уҡыу йорто тормошонда әүҙем ҡатнаштым, фәнни түңәрәктәрҙә шөғөлләндем, спорт менән мауыҡтым. Ҡыҫҡаһы, миңә, тормошто яратҡан кешегә, студент йылдары ҡыҙыҡлы, әһәмиәтле, күңелле йылдар булып иҫтә ҡалған.
Кешене өмөт йәшәтәЮғары белем алғандан һуң, хеҙмәт юлымды баш ҡаланың 11-се дауахана­һында башланым. Унан һуң 22-се “Ашығыс ярҙам” дауаханаһында баш табип урынбаҫары булып та эшләп алдым, әммә ойоштороу эштәренән бигерәк, ғәмәли медицина күберәк ылыҡтырғанға күрә, үҙем теләп, дауахананың неврология бүлегенә күстем һәм 2001 йылдан ошо бүлеккә етәкселек итәм.
– Невролог – нервы системаһы сирҙәрен дауалауҙа махсуслашыусы табип, баш һәм арҡа мейеһе, периферия нервылары һәм мускул системаһы ауырыуҙары – ошо иҫәптә. Ярайһы уҡ киң даирә. Нисек ябай кешегә тәүге сир билдәләрен үткәреп ебәрмәҫкә?
– Кешенең үҙәк һәм периферия нервы системаһындағы патологик үҙгәрештәр, атап әйткәндә, баш һәм умыртҡа мейеһе, нерв төйөндәре һәм тамырсалары сирҙәрен дөйөмләштереп, неврология ауырыуҙары тиҙәр.
Был өлкәгә ҡараған проблемаларҙың этиологияһы тулыһынса асыҡланып бөтмәгән, шуға ла неврологик сирҙәрҙе билдәләү — ҡатмарлы, оҙайлы ғәмәл. Ғөмүмән, организмдың “хәбәр итеүҙәре”нә иғтибарлы булырға кәңәш итер инем.
Әгәр ҙә туҡтауһыҙ баш ауыртыуына, әйләнеүенә зарланаһығыҙ; атлағанда координация боҙолғанын, аяҡ-ҡулдарҙың ойоуын һиҙһәгеҙ; эшләү һәләте түбәнәйеүен, хәтерегеҙ насарайыуын, йоҡоғоҙҙоң тынысһыҙланыуын тояһығыҙ; умыртҡа һөйәгендә, ҡул-аяҡтарҙа ла ауыртыу бар икән, неврологка күренеү фарыз. Ҡапыл эске ҡалтырау, ҡурҡыу өйәнәге, йөрәк тибеше йышайыуы, ярһығанлыҡ кисерһәгеҙ, был да борсолоу тыуҙырырға тейеш.
– Ә ниндәй симптомдар менән туранан-тура табипҡа бара һалыу мөһим?
– Мәҫәлән, арҡа ауыртһа – был табипҡа күренеү өсөн етерлек сәбәп. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешеләр бер нисә ай буйы түҙеп йөрөргә, “үтә ул” тип үҙен ышандырырға ярата. Һөҙөмтәлә, барыбер белгескә килергә тура киләсәк. Әммә ошо ваҡыт эсендә кимерсәк туҡымалар, умыртҡа дискылары таушала башлаған була. Күптәр ауыртыу тойоу менән дарыу­хананан һыҙланыуҙы баҫҡан май алырға ашыға, ә ауыртыуҙың сәбәбе бөтөнләй икенселә булыу ихтималлығын уйлап та бирмәй. Аяҡ-ҡулдағы ауыртыуҙарҙың сәбәбен ябай кешенең асыҡлауы мөмкин түгел, шул уҡ ваҡытта ҡулдың ойоуы мейеләге ҡан әйләнешенә бәйле булған етди диагноздарҙың билдәһе булыуы бар. Шуға ла “эй, ойой ҙа бөтә ул” тип йөрөгәндәргә кәңәш бер – мотлаҡ табипҡа күренегеҙ.
– Хәҙер күптәр табиптарға мөрәжәғәт итеп тормайынса, Интернет селтәренә инеп, үҙаллы “диагноз” ҡуйырға әүәҫ­лә­неп китте. Был күренешкә нисек ҡарайһығыҙ? Ошондай “үҙешмәкәрлек” һөҙөмтәләрен һеҙгә дауаларға тура килгәне бармы?
– Үҙешмәкәрлек менән шөғөлләнеү сәбәпле, бәғзеләрҙең умыртҡа һөйәгендә һәм быуындарында дистрофик дегенератив сирҙәр йылдар буйы үҫешә. Бәғзеләр ошолай фекерләй: ниндәйҙер майҙы һөрткәндән һуң ауыртыу баҫылды икән, тимәк, тыныс йоҡларға була. Иртән торғас тағы һөртә лә эшкә йүнәлә...
Аҙаҡ иһә ошондай битарафлыҡтың эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн күпме ваҡыт, матди сара талап ителә! Үҙешмәкәрлек һәр ваҡыт тиерлек киҫкен ауыртыу билдәләрен баҫыу өсөн генә йүнәлтелә, ә сир сәбәбен бөтөрөүгә түгел. Шуға ла Интернет селтәренән уҡып, теге йәки был ауырыуҙың билдәләрен үҙендә “күреүсе”­ләргә кәңәш бер – диагноз профессионал тарафынан ғына ҡуйылырға тейеш. Бының өсөн төрлө тикшереүҙәр үтергә, анализдар тапшырырға кәрәк. Унан һуң ваҡытында билдәләнгән сирҙе дауалау күпкә еңел.
Ошо күренештең тағы бер сәбәбе – белемһеҙлек һәм ҡалыптарға инаныу. Мәҫәлән, күптәр сколиозды – умыртҡа һөйәгенең кәкрәйеүен “мәктәп сире” тип атай һәм, ул бала саҡта уҡ тороп ҡала, тип иҫәпләй. Ниндәй яңылышлыҡ! Мотлаҡ ошо ҡатмарлы сирҙең сәбәптәрен асыҡларға кәрәк. Икенсе яҡтан, сколиоз баш ауыртыуынан башлап гастроэнтерология проблемаларына тиклем алып барып еткереүе ихтимал. Быға өҫтәп, Интернетта тулып ятҡан умыртҡа һөйәге өсөн “тылсымлы гимнастика”ның да барыһы өсөн файҙалы булыуы икеле, уның кемгәлер файҙа, кемгәлер зыян килтереүе бар, тип әйтер инем. Шулай уҡ, арҡа ауыртҡанда барыһына ла файҙалы тип иҫәпләнгән йөҙөү ҙә бөтәһенә лә ярҙам итмәйәсәк, был кешенең йәшенә, умыртҡа һөйәгенең төҙөлөшөнә, сирҙең үҙенсәлегенә бәйле.
– Неврология бүлегенә пациенттар ниндәй типик проблемалар менән эләгә?
– Нервы системаһы ауырыуҙары күп төрлө. Уларҙың нигеҙендә нервы күҙәнәктәре – нейрондарҙың эшмәкәрлеге боҙолоуы, баш һәм умыртҡа мейеһендәге, нервы епсәләрендәге инфекциялы һәм инфекциялы булмаған елһенеүҙәр тора.
Беҙҙең бүлеккә ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән йыш эләгәләр. Баш өйәнәгенән йонсоусылар күп. Был проблема бигерәк тә ҙур ҡалаларҙа йәшәгән кешеләргә хас, ғәҙәттә, баштың бер яғы түҙеп торғоһоҙ ауырта, кешенең хәл-торошо насарая.
Вегетатив нервы системаһы сирҙәре лә киң таралған. Ҡан баҫымы күтәрелеүе, һул яҡтан күкрәктә ауыртыу тойоу, хроник арығанлыҡ, баш әйләнеү, тынғыһыҙлыҡ, ҡурҡыу – төп билдәләре.
Унан тыш, неврологтар умыртҡа һөйәгендәге бүҫерҙәрҙе, остеохондроз, радикулит сирҙәрен, вегетатив-ҡан тамырҙары дистонияһын, нервы епсәләре ҡыҫылыуын, баш мейеһе һелкенеү һәм уның эҙемтәләрен дауалай.
Шулай уҡ беҙҙә эпилепсия, мейеләге ҡан әйләнеше боҙолоуынан яфаланыусылар, хәтере боҙолоусылар, неврит һәм полиневропатия, төрлө сығанаҡлы энцефалопатия һәм башҡа сирҙәрҙән дауаланыу үтәләр.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, инсульт йәмғиәтебеҙҙең йыш күренештәренең береһенә әүерелде. Инсульт барлыҡҡа килеүҙең төп сәбәптәре нимәлә?
– Баш йәки арҡа мейеһенең ҡан әй­ләнешенең патологик процесс һөҙөмтә­һендә киҫкен боҙолоуы, үҙәк нервы сис­темаһының зарарланыу симптом­дарының тотороҡло үҫеше “инсульт” тип атала. Был хәл кешенең һәм уның яҡындарының тормошон тулыһынса үҙгәртеүе, хатта бик аяныслы һөҙөмтәгә килтереүе ихтимал. Юҡҡа ғына сирҙе “тамырҙар һәләкәте” тип атамайҙар.
Был патология көтмәгәндә баш мейеһен туҡландырыусы артерияның береһенә ҡан килеү туҡтауҙан башлана. Һөҙөмтәлә мейе эшмәкәрлеге боҙола, уның туҡымаһы үҙгәрештәр кисерә.
Инсульт ике төргә бүленә. Геморрагик инсульт – баш мейеһенә ҡан һауыу. Ул юғары ҡан баҫымы һөҙөмтәһендә, ҡан тамырҙарының зарарланыуынан барлыҡҡа килә. Ҡан мейе туҡымалары араһына тула, гематома хасил була.
Ишемик инсульт мейенең ҡан әйләнеше боҙолоуға бәйле. Ғәҙәттә, мейегә ҡан килеүе ауырлаша йәки ҡайһы бер бүлектәренә бөтөнләй килеүҙән туҡтай. Статистика буйынса, тап инсульттың ошо төрө киң таралған – барлыҡ осраҡтарҙың 75-80 проценты.
Һандарға килгәндә, былтыр беҙҙең бүлектә йәмғеһе 1521 кеше дауаланыу үткән, уларҙың 545-е —“баш мейеһе тамырҙары сирҙәре” диагнозы менән. Был ауырыуҙарҙы дауалау инсультты тап иҫкәртеү булып тора ла.
Инсульт көтмәгәндә килтереп һуғыуы менән ҡурҡыныс. Шуныһы аяныслы: элегерәк был патология, нигеҙҙә, оло кешеләрҙә осраһа, хәҙер килеп аяуһыҙ сир йылдан-йыл “йәшәрә”: 40 йәшкә тиклемгеләрҙең инсультҡа дусар булыуы ғәҙәти хәлгә әйләнеп бара. Һәр кем инсульт ихтималлығын арттырған сәбәптәрҙе белергә тейеш.
Бына улар: юғары ҡан баҫымы; ҡан тамырҙары, ҡан сирҙәре; тамыр эсендә тромб хасил булыу дусарлығы; оҙайлы стресс; йоҡо артерияларында холестерин өлөшсәләре барлыҡҡа килеү; нәҫелдән күсәгилешлек; тәмәке тартыу, алкоголле эсемлектәр ҡулланыу кеүек насар ғәҙәттәр (улар ҡан тамырҙарының һәм йөрәктең таушалыуына килтерә), артыҡ тән массаһы; аҙ хәрәкәт итеү һәм башҡалар. Әгәр ҙә үрҙә телгә алынған күренештәр күҙәтелә икән, инсульт ихтималлығы бермә-бер арта. Тағы бер үҙенсәлек: быға тиклем инсульт күберәк ир-атта күҙәтелһә, хәҙер иһә ҡатын-ҡыҙҙарҙа ла был патология йыш осрай.
Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: инсультҡа шик була икән, кисекмәҫтән “Ашығыс ярҙам” саҡыртырға һәм дауаханаға барырға кәрәк. Был сир яйлағанды яратмай, сирленең хәл-торошо бик тиҙ үҙгәрә, үҙәк нервы системаһы эшмәкәрлеге боҙолоуы организмда төҙәтеп булмаҫлыҡ үҙгәрештәргә килтереүе бар. Пациент туҡтауһыҙ күҙәтеү аҫтында булырға, уға барлыҡ төрлө тикшереү үткәрелергә, кисекмәҫтән дауалау курсы билдәләнергә тейеш.
– Неврологияла диагноз ҡуйыу өсөн ниндәй тикшереүҙәр мөһим?
– Ғөмүмән, беҙҙең дауахана – Башҡортостандың иң ҙур дауалау-профилактика учреждениеларының береһе һәм бында төрлө йүнәлешле профилдәге белгестәрҙең төплө консультацияһын алырға мөмкин. Диагностикалауҙың мөмкинлектәре киң: клиник лаборатор, бактериологик тикшеренеүҙәрҙең барлыҡ төрҙәре, нур, ультратауыш, функциональ диагностика алымдары, эндоскопия, компьютер томографияһы ярҙамында аныҡ диагноз ҡуйыла. Барлыҡ йүнәлештәр буйынса тәүлек әйләнәһенә стационар ярҙам күрһәтелә, диагностика ла иң бәләкәй ваҡыт арауығында башҡарыла.
Беҙҙең бүлектә неврология сирҙәрен тейешле кимәлдә дауалау өсөн барлыҡ заманса мөмкинлектәр бар.
– Улайһа, бүлектең эше менән таныштырығыҙ әле. Ғүмерен кеше һаулығын һаҡлауға бағышлаған белгестәрҙе лә телгә алайыҡ.
– 1991 йылда асылған бүлектә баш ҡала һәм Өфө районы халҡына ашығыс һәм планлы неврологик ярҙам күрһәтелә. Бында, ғәҙәттә, цереброваскуляр сирҙәргә, баш мейеһенең хроник ишемияһы, умыртҡа һөйәге остеохондрозы, нейроинфекция эҙемтәләре, баш һөйәге-мейе йәрәхәттәре, нервы системаһы ауырыуҙары менән эләгәләр. Интенсив терапия, эндоскопия, нур һәм функциональ диагностика, физиотерапия бүлектәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү ҙә ыңғай һөҙөмтәләр бирә.
Шулай ҙа иң ҙур байлыҡ – кадрҙар. Эшебеҙ ни тиклем ҡатмарлы булмаһын, бүлектең тотороҡло коллективы бар, оҙаҡ йылдар иңгә-иң терәп бүлектә тәжрибәле неврологтар эшләй. Шәфҡәт туташтары ла яуаплы эшен үҙ итеп, белеп, яратып башҡара. Юғары категориялы табип Нәфисә Нагаева, II категориялы табип-невролог Елена Бондаренко, йәш табип Елена Евграфова, йәш белгес Гүзәл Хәйруллина, өлкән шәфҡәт туташы вазифаһындағы юғары категориялы белгес Гүзәл Резнова һәм башҡалар – тәжрибәле белгестәр, улар сирлеләргә тиҙ ярҙам күрһәтеүсе, киҫкен шарттарҙа белемен, һәләтен бар тулылығында файҙаланған һөнәр оҫталары.
Йыл һайын бүлек аша 1,5 мең самаһы кеше үтә. Ниндәй сирҙәр менән беҙгә эләккәндәрен, ҡайһы сирҙәр өҫтөнлөк иткәнен үрҙә телгә алғайныҡ инде.
– Бүлектә, традицион дауалау алымдарынан тыш, массаж, энә менән ҡаҙап да­уалау алымдары ла ҡулланыла. Улар­ҙың һөҙөмтәлелеген нисек баһалайһығыҙ?
– Ҡатмарлы неврология сирҙәрен дауалағанда традицион булмаған алым­дарҙы комплекслы ҡулланыу, атап әйткәндә, медикаментоз дауалау менән бер рәттән файҙаланыу, һис шикһеҙ, йүнәлеү процесын тиҙәйтә һәм һөҙөмтәһен сифатлыраҡ итә. Был ғәмәлдәрҙең бары­һы ла профессионалдар тарафынан эш­ләнергә тейеш. Беҙҙең дауахана бел­гес­тәренең һөнәри оҫталығында шигем юҡ.
– Һеҙ оҙаҡ йылдар кисекмәҫ медицина ярҙамы күрһәтелә торған ҙур дауаханала эшләгән кеше. Бындағы тиҙлек, дауалау процесы башҡа медицина учреждениеларынан, әлбиттә, айырыла. Ошондай тынғыһыҙ хеҙмәт юлын һайлаған йәш хеҙмәттәштә­регеҙгә әйтер һүҙегеҙ бармы?
– Байтаҡ йылдар беҙҙең дауахана базаһында Башҡорт дәүләт медицина университетының неврология һәм нейрохирургия кафедраһы эшләп килә, уға медицина фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы Лилиә Барый ҡыҙы Новикова етәкселек итә. Кафедрала йәш белгестәр интернатура, ординатура үтә, төплө фәнни һәм ғәмәли эштәр алып барыла, ҡатмарлы неврология диагноздары тикшерелә. Медицина белгестәренең фекер алышырлыҡ, тәжрибә уртаҡлашырлыҡ майҙаны булыуы файҙаға ғына, йәштәр ҙә ошо мөхитте күрә, өйрәнә, профессиональ йәһәттән камиллаша бара. Дөрөҫөн әйткәндә, “Ашығыс ярҙам” дауаханаһының тынғыһыҙ тормошон үҙ иңендә кисергән, медицинаға мөкиббән кешеләр генә беҙҙең рәттәрҙә ҡала.
Йәш табиптарҙы даими иҫкәртә киләм: әгәр пациент һеҙҙең менән тәүге осрашыуҙан һуң кабинеттан ҡанатланып, йүнәлеренә ышанып сыҡмай икән, тимәк, һеҙ һөнәрҙе дөрөҫ һайламағанһығыҙ. Үҙемә килгәндә, бер ҡасан да пациенттар менән әңгәмәләшеүҙән, уларҙың борсолоуҙарын тыңлап, кәңәш биреүҙән баш тартмайым, сөнки кеше табип янына ихтыяжы булғанға, йөрәген көйөнөс өйкәп торғанға инә, яҡшы мөғәмәлә, йылы һүҙ ишетеренә өмөтләнә. Кешенең күңелен ҡайтарғансы, бер нисә минутты уға бүлеүҙе хуп күрәм – әҙәм балаһын өмөт йәшәтә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872