Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бер бөтөндән тыуа яҡтылыҡ
Бер бөтөндән тыуа яҡтылыҡКешелек донъяһы элек-электән матурлыҡҡа ынтылған һәм уға табынған. Шулай ҙа әҙәм затының йөҙө генә түгел, эске донъяһы ла гүзәл булырға тейеш.

Йөҙйәшәр инәйҙәрҙең зиһен үткерлегенә, һаман да төҫ ташламауына һоҡланып ҡуяһың. Уларҙың бит ғүмере хеҙмәттә үткән.
– Башҡармаған эш ҡалманы, физик хеҙмәттән берәү ҙә үлмәй ул, – ти инәйҙәребеҙ. – Шулай уҡ беҙ­ҙең быуын ауырлыҡты бергәләп еңде. Барыһынан да элек күңелебеҙ матур булды. Көнсөл­лөктө белмәнек.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғә­ләй­һис-сәләм дә: “Бер-берегеҙҙән көнләшмәгеҙ, хөсөтлөк менән арағыҙҙы боҙмағыҙ, күрә алмаусан булмағыҙ, дош­манлыҡҡа бар­мағыҙ”, – тип өйрәткән. Ысынлап та, көнсөллөк кешенең организмын кимерә, уның тиҙ туҙыуына сәбәпсе була.
Ата-бабаларыбыҙ ҙа иплелеккә, сабырлыҡҡа әйҙәгән. Матур сифаттарҙы үҙендә булдырып, йәш быуынды шул өлгөлә тәрбиәләргә тырышҡан. Ғәҙеллек, сафлыҡ, ихласлыҡ кеүек изге һыҙаттар кешенең йөҙөнә, күңе­ленә матурлыҡ булып сыға, төҫ ташламауға булышлыҡ итә.
Бәләкәй саҡта берәйебеҙ яңы кейем алһа, “ҡотло булһын”, “йылы тәнеңдә туҙһын”, “өҫтө-өҫтөнә өҫтәлеп торһон” тигән теләктәр әйтә торғайныҡ. Хөсөтлөк, күрә алмаусанлыҡ кеүек төшөнсәләр башы­быҙға ла инеп сыҡманы. Бала саҡта шулай уҡ: “Ниңә уҡытыусыларыбыҙҙың барыһы ла сибәр, матур икән?” – тип аптырай торғайным. Баҡтиһәң, улар беҙгә тик изгелек өләшкән изге йән эйәләре булған икән. Мөлә­йемлектәрен күҙҙәренән, күңел түрҙәренән күргәнбеҙ.
“Бер-берегеҙ менән асыу­ланышҡанда йәмһеҙләш­мәгеҙ”, – тип тә өйрәттеләр. Хаҡ. Насар һүҙҙең йөрәккә уҡ булып ҡаҙалыуын оноторға ярамай. Ғаиләлә лә бындай осраҡтарҙан һаҡланыу сараһын күрергә кәрәк. Боронғолар балаларына киҫәтеү яһағанда ла “рәхмәт төшкөрө”, “рәхмәт яуғыры” кеүек күңел рәнйеше төшмәй торған матур һүҙҙәр ҡулланған. Әле иһә хатта ҡайһы бер зыялыларыбыҙҙың башҡаларға ирек бирмәй бәхәсләшеүен, тәмһеҙләшеүен күрергә тура килә. Бер ҙә матур күренеш түгел. Уйланмай әйтелгән һүҙ ҙә кешене йәмһеҙләй. “Белмәһәң, беҙләнмә – ғәйепһеҙгә киҙәнмә”, тиҙәр. Саманы онотоп ебәрмәйек. Яҡшы күренергә тырышып, төрлө буяуға батһаҡ та, күркәмлек юғала бит.
Тәбиғәттән бирелгән матур­лыҡты һаҡлауҙың сере ябай: эске донъябыҙҙы байытып, изге сифаттарҙы туплап, рухыбыҙҙы дауалап, таҙалап торорға кәрәк. Күңелдең бөтөнлөгө ғаиләле булыуға айырыуса ныҡ бәйле. Яңғыҙлыҡ әҙәм балаһын ныҡ боҙа, тәкәббергә әйләндерә. Ә пар­лылыҡ – яҡтылыҡ нигеҙе. Пәйғәм­бәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә ғаиләле булыуға ҙур иғтибар би­реп: “Өйләнмәй йөрөгән буйҙаҡ – һеҙҙең арала иң яманы”, – тигән. Тормош юлдары һикәлтәле, шул ара­уыҡтағы ғүмерҙе үтеү, ауыр йөктө бергә тартыу өсөн парлы йәшәү мөһим.
Тормо­шобоҙ бай, табы­ныбыҙ мул булһын тиһәк, Аллаһ Тәғәлә биргән аҡыл-көсөбөҙҙө, аңыбыҙҙы эшкә егеп йәшәргә бурыслыбыҙ. “Бармағыңа аң килһә, һөнәреңә дан килер” тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Әлбиттә, донъя мәшәҡәттәрен ғаиләң, ғәзиз балаларың менән бергәләп күтәреү һәм алып барыу еңелерәк. Бәхетле ата-әсәнән генә шат сабый тыуа. Раббыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙы – ир-ат, ирҙе ҡатын өсөн яралтҡан. Бер-береһен хөрмәт иткән ғаиләләрҙә генә иманлы балалар үҫә, шуға ла сабый донъяға килгәс үк, уға тәүфиҡ теләгәндәр. Ата-әсәнең бурысы бала тыуҙы­рыу менән генә сикләнмәй, уны сәләмәт, халҡыбыҙ өсөн файҙалы итеп тәрбиәләү ҙә шарт. Ғаилә ҡиммәттәренең иң ҙуры – йылы мөнәсәбәт.
Бер кеше лә гонаһтан, кәм­селектән азат түгел. Етешһеҙ яҡтарҙы күргәндә килешмәүебеҙҙе, тәнҡитте уйынға бороп, йылмайыу аша еткереү отошло. Бәләкәй генә бәхәсте ҙурайтып ебәргәндә, араларҙың һыуыныуы ихтимал. Утты ут менән һүндермәйҙәр – береңдең һыу булыуы кәрәк.
Әлбиттә ки, тормош еңел түгел, йәш ғаиләләрҙең тарҡалыуына сәбәптәр ҙә табыла. Ҡайһы саҡта улар йырып сыға алмаҫлыҡ күренә. Тик ауырлыҡтар ваҡыт­лыса – сабырлыҡ, түҙемлек кәрәк. Күктә ҡара болоттар гел тормаған кеүек, тор­моштағы етешһеҙлектәр ҙә үтеп китеүсән. Оҙаҡ йылдар бергә ғүмер ки­сергән ғаиләләрҙән шул ҡәҙәр ваҡытты парлашып үтеүҙәренең сере менән ҡыҙыҡһынһаң:
Бер-береңә яҡшы мөғәмәлә күрһәтергә, сабыр булырға кәрәк. Татыулыҡтың сере – бер-береңде ғәфү итә белеүҙә, – тип яуап­лай­ҙар. – Йәшәүҙең ҡәҙерен белеүҙә.
Ысынлап та, бер-береңә ихтирам күрһәтеп йәшәүгә ни етә?! Ғүмер иҫ киткес тиҙ үтә, хатта балаларҙың ни арала үҫеп еткәнен дә һиҙмәйһең. Әлбиттә, мөхәббәт артта ҡала, янып-көйөп ғашиҡ булып йөрөү ҙә онотола. Биҙәнеп-төҙәнгән хәлдә лә, ҡартайғас, йәш саҡтағы кеүек ғишыҡ уты тоҡанып бармай, шулай ҙа бер-береңә иғтибар һүрелмәй. “Ауыр һүҙҙәр ишетһәгеҙ, үткәреп ебәрегеҙ” тиелә бер йырҙа. Ғаиләлә лә матди ҡыйынлыҡтар ваҡытлыса була. Бер төптән егелеп донъя көткәндәр ҡаршылыҡтар аша, ҡыйынлыҡтарҙы еңә барып, матур, етеш тормошҡа эйә була. Донъя малы, байлыҡ ҡулға-ҡул тотоношоп бергә тапһаң ғына ҡәҙерле.
Ул-ҡыҙҙарыбыҙ йәш ғүмерен заяға үткәрмәһен, парлы булып йәшәһен, тулай тораҡтың түгел, ә үҙ йортоноң өҫтәленә быу бөркөтөп самауыр-сәйнүк ултырһын, яман ғәҙәттәрҙе белмәһен, файҙа килтерһен. Бының өсөн балаларға дини тәрбиә бирергә кәрәк – ғаиләләрҙең, сәләмәт ағас кеүек, тамыры ныҡ булыр. Донъя көткәндә күндәм булыу ҙа мөһим. Ғаилә ҡото, бәрәкәте – ҡатын-ҡыҙҙа, көс-ҡеүәте – ир-атта. Бер-береһенә насип йәрҙәрҙең мөхәббәте һүрелмәһен, ғүмерле булһын. Типһә тимер өҙөрлөк ирҙәр өйләнмәй йөрөп, ғүмерен заяға үткәрмәһен. Бына шул саҡта күңелдәр бөтөн, йөҙҙәр пак, донъя яҡты булыр.

Ғафури районы.


Автор: Флүрә ХӘЛИЛОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә