Кешелек донъяһы элек-электән матурлыҡҡа ынтылған һәм уға табынған. Шулай ҙа әҙәм затының йөҙө генә түгел, эске донъяһы ла гүзәл булырға тейеш.Йөҙйәшәр инәйҙәрҙең зиһен үткерлегенә, һаман да төҫ ташламауына һоҡланып ҡуяһың. Уларҙың бит ғүмере хеҙмәттә үткән.
– Башҡармаған эш ҡалманы, физик хеҙмәттән берәү ҙә үлмәй ул, – ти инәйҙәребеҙ. – Шулай уҡ беҙҙең быуын ауырлыҡты бергәләп еңде. Барыһынан да элек күңелебеҙ матур булды. Көнсөллөктө белмәнек.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә: “Бер-берегеҙҙән көнләшмәгеҙ, хөсөтлөк менән арағыҙҙы боҙмағыҙ, күрә алмаусан булмағыҙ, дошманлыҡҡа бармағыҙ”, – тип өйрәткән. Ысынлап та, көнсөллөк кешенең организмын кимерә, уның тиҙ туҙыуына сәбәпсе була.
Ата-бабаларыбыҙ ҙа иплелеккә, сабырлыҡҡа әйҙәгән. Матур сифаттарҙы үҙендә булдырып, йәш быуынды шул өлгөлә тәрбиәләргә тырышҡан. Ғәҙеллек, сафлыҡ, ихласлыҡ кеүек изге һыҙаттар кешенең йөҙөнә, күңеленә матурлыҡ булып сыға, төҫ ташламауға булышлыҡ итә.
Бәләкәй саҡта берәйебеҙ яңы кейем алһа, “ҡотло булһын”, “йылы тәнеңдә туҙһын”, “өҫтө-өҫтөнә өҫтәлеп торһон” тигән теләктәр әйтә торғайныҡ. Хөсөтлөк, күрә алмаусанлыҡ кеүек төшөнсәләр башыбыҙға ла инеп сыҡманы. Бала саҡта шулай уҡ: “Ниңә уҡытыусыларыбыҙҙың барыһы ла сибәр, матур икән?” – тип аптырай торғайным. Баҡтиһәң, улар беҙгә тик изгелек өләшкән изге йән эйәләре булған икән. Мөләйемлектәрен күҙҙәренән, күңел түрҙәренән күргәнбеҙ.
“Бер-берегеҙ менән асыуланышҡанда йәмһеҙләшмәгеҙ”, – тип тә өйрәттеләр. Хаҡ. Насар һүҙҙең йөрәккә уҡ булып ҡаҙалыуын оноторға ярамай. Ғаиләлә лә бындай осраҡтарҙан һаҡланыу сараһын күрергә кәрәк. Боронғолар балаларына киҫәтеү яһағанда ла “рәхмәт төшкөрө”, “рәхмәт яуғыры” кеүек күңел рәнйеше төшмәй торған матур һүҙҙәр ҡулланған. Әле иһә хатта ҡайһы бер зыялыларыбыҙҙың башҡаларға ирек бирмәй бәхәсләшеүен, тәмһеҙләшеүен күрергә тура килә. Бер ҙә матур күренеш түгел. Уйланмай әйтелгән һүҙ ҙә кешене йәмһеҙләй. “Белмәһәң, беҙләнмә – ғәйепһеҙгә киҙәнмә”, тиҙәр. Саманы онотоп ебәрмәйек. Яҡшы күренергә тырышып, төрлө буяуға батһаҡ та, күркәмлек юғала бит.
Тәбиғәттән бирелгән матурлыҡты һаҡлауҙың сере ябай: эске донъябыҙҙы байытып, изге сифаттарҙы туплап, рухыбыҙҙы дауалап, таҙалап торорға кәрәк. Күңелдең бөтөнлөгө ғаиләле булыуға айырыуса ныҡ бәйле. Яңғыҙлыҡ әҙәм балаһын ныҡ боҙа, тәкәббергә әйләндерә. Ә парлылыҡ – яҡтылыҡ нигеҙе. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә ғаиләле булыуға ҙур иғтибар биреп: “Өйләнмәй йөрөгән буйҙаҡ – һеҙҙең арала иң яманы”, – тигән. Тормош юлдары һикәлтәле, шул арауыҡтағы ғүмерҙе үтеү, ауыр йөктө бергә тартыу өсөн парлы йәшәү мөһим.
Тормошобоҙ бай, табыныбыҙ мул булһын тиһәк, Аллаһ Тәғәлә биргән аҡыл-көсөбөҙҙө, аңыбыҙҙы эшкә егеп йәшәргә бурыслыбыҙ. “Бармағыңа аң килһә, һөнәреңә дан килер” тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Әлбиттә, донъя мәшәҡәттәрен ғаиләң, ғәзиз балаларың менән бергәләп күтәреү һәм алып барыу еңелерәк. Бәхетле ата-әсәнән генә шат сабый тыуа. Раббыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙы – ир-ат, ирҙе ҡатын өсөн яралтҡан. Бер-береһен хөрмәт иткән ғаиләләрҙә генә иманлы балалар үҫә, шуға ла сабый донъяға килгәс үк, уға тәүфиҡ теләгәндәр. Ата-әсәнең бурысы бала тыуҙырыу менән генә сикләнмәй, уны сәләмәт, халҡыбыҙ өсөн файҙалы итеп тәрбиәләү ҙә шарт. Ғаилә ҡиммәттәренең иң ҙуры – йылы мөнәсәбәт.
Бер кеше лә гонаһтан, кәмселектән азат түгел. Етешһеҙ яҡтарҙы күргәндә килешмәүебеҙҙе, тәнҡитте уйынға бороп, йылмайыу аша еткереү отошло. Бәләкәй генә бәхәсте ҙурайтып ебәргәндә, араларҙың һыуыныуы ихтимал. Утты ут менән һүндермәйҙәр – береңдең һыу булыуы кәрәк.
Әлбиттә ки, тормош еңел түгел, йәш ғаиләләрҙең тарҡалыуына сәбәптәр ҙә табыла. Ҡайһы саҡта улар йырып сыға алмаҫлыҡ күренә. Тик ауырлыҡтар ваҡытлыса – сабырлыҡ, түҙемлек кәрәк. Күктә ҡара болоттар гел тормаған кеүек, тормоштағы етешһеҙлектәр ҙә үтеп китеүсән. Оҙаҡ йылдар бергә ғүмер кисергән ғаиләләрҙән шул ҡәҙәр ваҡытты парлашып үтеүҙәренең сере менән ҡыҙыҡһынһаң:
Бер-береңә яҡшы мөғәмәлә күрһәтергә, сабыр булырға кәрәк. Татыулыҡтың сере – бер-береңде ғәфү итә белеүҙә, – тип яуаплайҙар. – Йәшәүҙең ҡәҙерен белеүҙә.
Ысынлап та, бер-береңә ихтирам күрһәтеп йәшәүгә ни етә?! Ғүмер иҫ киткес тиҙ үтә, хатта балаларҙың ни арала үҫеп еткәнен дә һиҙмәйһең. Әлбиттә, мөхәббәт артта ҡала, янып-көйөп ғашиҡ булып йөрөү ҙә онотола. Биҙәнеп-төҙәнгән хәлдә лә, ҡартайғас, йәш саҡтағы кеүек ғишыҡ уты тоҡанып бармай, шулай ҙа бер-береңә иғтибар һүрелмәй. “Ауыр һүҙҙәр ишетһәгеҙ, үткәреп ебәрегеҙ” тиелә бер йырҙа. Ғаиләлә лә матди ҡыйынлыҡтар ваҡытлыса була. Бер төптән егелеп донъя көткәндәр ҡаршылыҡтар аша, ҡыйынлыҡтарҙы еңә барып, матур, етеш тормошҡа эйә була. Донъя малы, байлыҡ ҡулға-ҡул тотоношоп бергә тапһаң ғына ҡәҙерле.
Ул-ҡыҙҙарыбыҙ йәш ғүмерен заяға үткәрмәһен, парлы булып йәшәһен, тулай тораҡтың түгел, ә үҙ йортоноң өҫтәленә быу бөркөтөп самауыр-сәйнүк ултырһын, яман ғәҙәттәрҙе белмәһен, файҙа килтерһен. Бының өсөн балаларға дини тәрбиә бирергә кәрәк – ғаиләләрҙең, сәләмәт ағас кеүек, тамыры ныҡ булыр. Донъя көткәндә күндәм булыу ҙа мөһим. Ғаилә ҡото, бәрәкәте – ҡатын-ҡыҙҙа, көс-ҡеүәте – ир-атта. Бер-береһенә насип йәрҙәрҙең мөхәббәте һүрелмәһен, ғүмерле булһын. Типһә тимер өҙөрлөк ирҙәр өйләнмәй йөрөп, ғүмерен заяға үткәрмәһен. Бына шул саҡта күңелдәр бөтөн, йөҙҙәр пак, донъя яҡты булыр.
Ғафури районы.