Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Нисек теләйем – шулай йәшәйем, тиһәң...
– Күршем үҙ балаларымды Ислам ҡанундары буйынса тәрбиәләргә тырышыуымды хупламай. “Ни өсөн уларға бөтә нәмәне тыяһың? Ғүмер бер генә – нисек теләйҙәр, шулай йәшәһендәр. Минең улдарым иректә үҫте”, – ти. Уның балалары күптән буй еткергән инде. Өлкән улы, ҡырҡ йәштән үтһә лә, өйләнмәй йөрөй, бәләкәйе ғаиләле, әммә әсәһенә килеп ярҙам иткәне лә, хатта хәл белгәне лә юҡ. Уларға ҡарайым да, үҙемдең тәрбиә алымымдың дөрөҫ икәненә йәнә бер ҡат инанам. Шул уҡ ваҡытта аҙым һайын тыйып тороу ҙа еңел түгел...

Г. СӘХИПОВА.
Шишмә районы.

Башҡортостан мосолман­дарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:


– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, һәммәгеҙ­ҙе лә яңы миҙгелдә тәбрик итеүемә ифрат шатмын. Муллыҡ айына аяҡ баҫтыҡ, изге Ҡорбан ғәйетен бергәләп матур итеп үткәреп ебәрҙек, уңыш мул булғас, күңел күтәренке, Аллаға шөкөр. Мөбәрәк Зөлхизәлә лә имен-аман йәшәп, яңы 1438 йылды һәммәбеҙ ҙә теүәл килеш, ҡыуаныс-шатлыҡ менән ҡаршыларға яҙһын, иншаллаһ!
Һәр вәғәземдә тиерлек әйтеп килеүемсә, балаға дөрөҫ тәрбиә биреүҙең әһәмиәте шул ҡәҙәр ҙур. Был йәһәттән дин ҡанундарына таяныу – Аллаһ ҡушҡанды үтәү – иң дөрөҫ юл. Раббыбыҙ тәрбиәһе бер көнлөк түгел, ә ғүмерлек: унда барыһы ла – үткән дә, бөгөнгө лә, киләсәк тә – иҫәпкә алына, хәстәрләнә. Иманлы бала тарихты онотмай, үҙ заманына йәм өҫтәй, алдағы көндәргә изгелек орлоғо сәсә. Ул ата-әсәһенең, туғандарының, тотош йәмғиәттең терәге булыуға әҙер үҫергә тейеш. Ғөмүмән, баланы үҙебеҙ өсөн генә түгел, барлыҡ өммәткә, илгә кәрәкле кеше итеп тәрбиәләргә бурыслы. “Атаңдың ғына улы булма, халҡыңдың да улы бул” тигән бит ата-бабабыҙ.
Ә “Ғүмер бер генә, кеше нисек теләй – шулай йәшәһен” тигән фекер өҫтөнлөк итә икән, йәмғиәттең тарҡалыуы ихтимал. Дөйөм тәрбиә алымы, уртаҡ маҡсат булмаһа, борон-борондан һалынған ныҡлы нигеҙҙе һаҡлау мөмкинме? Һәр кем тик үҙен уйлап, шәхси мәнфәғәтен ҡайғыртып йәшәй башлаһа, ғаилә, дәүләт, милләт, өммәт тигән төшөнсәләр ҡеүәтен юғалтмаҫмы? Әҙәм балаһы бит ата-әсәһен ҡыуандырып ғүмер итергә, иленең көсөн арттырырға тырышырға тейеш. Ә үҙе өсөн генә йәшәргә өйрәнгән кеше был хаҡта уйлаймы? Әлеге һорауҙа ла әйтелгән бит: әсәнең улдарының береһе һаман өйләнмәй йөрөй, икенсеһе килеп тә әйләнмәй. Эйе, ни сәсһәң, шуны ураһың. Әгәр ҙә ки был малайҙар дини ҡанундар буйынса тәрбиәләнһә, әсәһен шулай ҡайғыртыр инеме? Ғәзиз балаһының ҡырҡҡа етеп тә өйләнмәй йөрөүен кем генә һыҙланыуһыҙ ҡабул итһен? Шул уҡ ваҡытта ул-ҡыҙы хәл белешеп китергә лә ваҡыт тапмаһа, ата-әсәнең хәсрәтһеҙ йәшәүе мөмкинме? Ислам тәрбиәһе ошо һәм башҡа күңелһеҙ күренештәрҙе иҫкәртә, уларҙан аралай, хаҡ юлды күрһәтә.
Һүҙ юҡ, әлеге йәмғиәттә баланы дин ҡанундары буйынса тәрбиәләү еңелдән түгел. Ул башҡа тиҫтерҙәре менән гел бергә булырға теләйҙер, айырылып йөрөгөһө килмәйҙер. Ситләштерергә ярамай ҙа. Әйҙә, бергә уйнаһындар, төрлө сараларҙа ҡатнашһындар. Дини тәрбиә алған бала өйҙә ҡасып-боҫоп, йәмғиәттән айырылып ултырырға тейеш түгел бит. Күрһен, сағыштырһын, үҙ фекерен әйтергә өйрәнһен, шәхси миҫалында юл күрһәтһен. Балалар бик һиҙгер: дөрөҫлөк яғына ауышырҙар. Динебеҙ бит борон-борондан шулай яҡшы өлгө, күркәм вәғәз аша таралған, тамыр нығытҡан.
Әҙәм балаһының бәхетендә тәрбиәлелектең өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Күркәм холоҡ, башҡаларҙы уйлап йәшәү – кешеләге иң матур сифаттар. “Улар барҙа ер сәскәгә күмелә, ғүмер оҙоная”, – тигән имам Садиҡ. Аҡыл эйәләре әҙәплелекте, әхлаҡлылыҡты уңышҡа алып барған хазина тип белә. Ошондай сифаттар тәрбиәләү – ата-әсәнең балаһына биргән иң ҙур бүләге. Ә бының нигеҙендә Аллаһ Тәғәлә ҡанундары ятҡанын онотмаһаҡсы, хөрмәтле йәмәғәт. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә