Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күктән көтөп ултырмайҙар
Күктән көтөп ултырмайҙар Республикала бер нисә йыл рәттән тормошҡа ашырылып килгән социаль проекттар араһында ауыл халҡында бигерәк тә “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Программаның төп үҙенсәлеге — көнүҙәк проблемаларҙы халыҡ үҙе билдәләй һәм уны хәл итеүҙә ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Ул — ауылдарҙы төҙөкләндереүгә ярҙам иткән сараларҙың береһе, нисәмә йыл буйына түҙемһеҙләнеп көткән хыялдарҙың тормошҡа ашыуы ла.
Бөтә донъя банкы проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса Әбйәлил районы халҡы ла ҙур әүҙемлек күрһәтә. Программаға ярашлы, күп кенә ауыл­дарҙың социаль һәм коммуналь инфраструктураһы яҡшырған, урамдарға яҡтылыҡ үткәреү, юлдарҙы ремонтлау, спорт йәки балалар майҙансығы төҙөү, төрлө социаль объекттарҙы төҙөкләндереү кеүек эштәр башҡарылған.
Күктән көтөп ултырмайҙарУрындағы башланғыстарҙың эше һәм ауыл халҡы ниндәй проекттарға өҫтөнлөк биреүе хаҡында Әбйәлил районы хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынба­ҫары Ирек Әҙеһәм улы Хәсәнов белде­реүенсә, “Урындағы башлан­ғыстарҙы яҡлау программаһы”ның барлыҡҡа килеүе бигерәк тә ауыл ерендә йәшәгәндәр өсөн әһәмиәтле, сөнки тап ошо уның ярҙамында бөгөн күп ауылдарҙа йылдар буйына хәл ителмәгән көнүҙәк проблемалар күтәрелә. Ниндәй проект өсөн тауыш бирергә һәм яҡларға икәнлеген ошондағы халыҡтан башҡа берәү ҙә яҡшы белмәй, шуға күрә һәр тәҡдим ителгән проект тәү сиратта улар тарафынан ныҡлы өйрәнелә, ниндәйе файҙалы һәм отошло булыры йыйылышта ауылдаштар хөкө­мөнә сығарыла. Һәр кемдең фекерен, теләген тыңлағандан һуң ғына яҡлаясаҡ проект ҡабул ителә. Былтыр райондың 11 биләмәһе, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”нда ҡатнашып, үҙ проектын тормошҡа ашырыуға рөхсәт алған, быйыл иһә 14 ауыл биләмәһе еңеү яулай.
Әйткәндәй, Ишҡол, Буранғол һәм Селиван ауылдары халҡы ауыл зыяраттарын кәртәләгән, Һамар, Туйыш, Дауыт кешеләре юлдарҙы ремонтлау өсөн тауыш биргән. Сиҙәм ауылындағы “Чебурашка” балалар баҡсаһы танымаҫлыҡ яңы төҫ алған. Район үҙәге халҡы ҡасандыр гөрләп торған ҡайынлыҡта парк төҙөүҙе хуплап сыға һәм яңылышмай. Бөгөн был урын асҡарҙарҙың ғына түгел, тотош район халҡының яратҡан ял урынына әйләнгән. Бында балалар майҙансыҡтары ҡуйылған, ололарға бер-береһе менән аралашыу өсөн беседка-эскәмйәләр урынлаш­тырылған. Матур һуҡмаҡтарҙан атлап, улар йәшлектәрен иҫкә төшөрә, ейән-ейәнсәрҙәрен таныштыра. Паркка Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Дан орденының тулы кавалеры Вәлиәхмәт Сөләймәновтың исеме бирелгән.
Быйылғы проекттар араһында күберәк балалар баҡсаһы, мәктәп һәм ауыл клубтарына капиталь ремонт үткәреү буйынса тауыш бирелгән. Район үҙәге халҡы сәләмәт йәшәү һәм спортты хуплап, “Уңыш” стадионында спорт майҙансығы төҙөү проектын яҡлап сыҡҡан. Бөгөн йәштәр һәм ололар араһында сәләмәт йәшәү рәүеше көн талабына әйләнгән саҡта асҡарҙарҙың был тәҡдиме хуплауға ғына лайыҡ.
Изге эштәр дауам итә, ауыл халҡы урындағы башланғыстарҙы хуплап ҡына түгел, көтөп тә ҡала. Иң мөһиме — улар халыҡ араһында ышаныс яуланы, теләктәрҙең ысынлап тормошҡа ашыуы ҡыуандыра һәм яңы эштәргә этәргес бирә, өмөт уята.

Әбйәлил районы.


Автор: Кәримә УСМАНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә