Республикала бер нисә йыл рәттән тормошҡа ашырылып килгән социаль проекттар араһында ауыл халҡында бигерәк тә “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Программаның төп үҙенсәлеге — көнүҙәк проблемаларҙы халыҡ үҙе билдәләй һәм уны хәл итеүҙә ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Ул — ауылдарҙы төҙөкләндереүгә ярҙам иткән сараларҙың береһе, нисәмә йыл буйына түҙемһеҙләнеп көткән хыялдарҙың тормошҡа ашыуы ла. Бөтә донъя банкы проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса Әбйәлил районы халҡы ла ҙур әүҙемлек күрһәтә. Программаға ярашлы, күп кенә ауылдарҙың социаль һәм коммуналь инфраструктураһы яҡшырған, урамдарға яҡтылыҡ үткәреү, юлдарҙы ремонтлау, спорт йәки балалар майҙансығы төҙөү, төрлө социаль объекттарҙы төҙөкләндереү кеүек эштәр башҡарылған.
Урындағы башланғыстарҙың эше һәм ауыл халҡы ниндәй проекттарға өҫтөнлөк биреүе хаҡында Әбйәлил районы хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Ирек Әҙеһәм улы Хәсәнов белдереүенсә, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”ның барлыҡҡа килеүе бигерәк тә ауыл ерендә йәшәгәндәр өсөн әһәмиәтле, сөнки тап ошо уның ярҙамында бөгөн күп ауылдарҙа йылдар буйына хәл ителмәгән көнүҙәк проблемалар күтәрелә. Ниндәй проект өсөн тауыш бирергә һәм яҡларға икәнлеген ошондағы халыҡтан башҡа берәү ҙә яҡшы белмәй, шуға күрә һәр тәҡдим ителгән проект тәү сиратта улар тарафынан ныҡлы өйрәнелә, ниндәйе файҙалы һәм отошло булыры йыйылышта ауылдаштар хөкөмөнә сығарыла. Һәр кемдең фекерен, теләген тыңлағандан һуң ғына яҡлаясаҡ проект ҡабул ителә. Былтыр райондың 11 биләмәһе, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”нда ҡатнашып, үҙ проектын тормошҡа ашырыуға рөхсәт алған, быйыл иһә 14 ауыл биләмәһе еңеү яулай.
Әйткәндәй, Ишҡол, Буранғол һәм Селиван ауылдары халҡы ауыл зыяраттарын кәртәләгән, Һамар, Туйыш, Дауыт кешеләре юлдарҙы ремонтлау өсөн тауыш биргән. Сиҙәм ауылындағы “Чебурашка” балалар баҡсаһы танымаҫлыҡ яңы төҫ алған. Район үҙәге халҡы ҡасандыр гөрләп торған ҡайынлыҡта парк төҙөүҙе хуплап сыға һәм яңылышмай. Бөгөн был урын асҡарҙарҙың ғына түгел, тотош район халҡының яратҡан ял урынына әйләнгән. Бында балалар майҙансыҡтары ҡуйылған, ололарға бер-береһе менән аралашыу өсөн беседка-эскәмйәләр урынлаштырылған. Матур һуҡмаҡтарҙан атлап, улар йәшлектәрен иҫкә төшөрә, ейән-ейәнсәрҙәрен таныштыра. Паркка Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Дан орденының тулы кавалеры Вәлиәхмәт Сөләймәновтың исеме бирелгән.
Быйылғы проекттар араһында күберәк балалар баҡсаһы, мәктәп һәм ауыл клубтарына капиталь ремонт үткәреү буйынса тауыш бирелгән. Район үҙәге халҡы сәләмәт йәшәү һәм спортты хуплап, “Уңыш” стадионында спорт майҙансығы төҙөү проектын яҡлап сыҡҡан. Бөгөн йәштәр һәм ололар араһында сәләмәт йәшәү рәүеше көн талабына әйләнгән саҡта асҡарҙарҙың был тәҡдиме хуплауға ғына лайыҡ.
Изге эштәр дауам итә, ауыл халҡы урындағы башланғыстарҙы хуплап ҡына түгел, көтөп тә ҡала. Иң мөһиме — улар халыҡ араһында ышаныс яуланы, теләктәрҙең ысынлап тормошҡа ашыуы ҡыуандыра һәм яңы эштәргә этәргес бирә, өмөт уята.
Әбйәлил районы.