Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Баймаҡтарҙың Туҡ буйына сәфәре
Баймаҡтарҙың Туҡ буйына сәфәре Күптән түгел Ырымбур өлкәһенең Красногвардейский районы үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын киң билдәләне. Район үҙәге Плешаново ауылында ошо уңайҙан байрам саралары уҙҙы. Унда Баймаҡ район Советы секретары Р. Ишбулатов менән район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Р. Ишембәтов етәкселегендәге беҙҙең район делегацияһы ла ҡатнашты.

Ырымбур өлкәһенә сәфәр ҡылыу тәҡдиме ҡоролтайҙың башҡарма комитеты уҙған йылда үткәргән киңәйтелгән ултырышта ҡабул ителгәйне. Унда сығыш яһап, ҡор рәйесе Ришат Вәкил улы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ҡарарҙарын урындарҙа тормошҡа ашырыу маҡсатында сит төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу бурысын ҡуйҙы. Ҡоролтайҙың һаулыҡ һаҡлау һәм демография буйынса комиссияһы рәйесе, Баймаҡ ҡала поликлиникаһы мөдире И.С. Бәхтийәров Ырымбур өлкәһенең Красногвардейский районына сәфәр ойошторорға тәҡдим итте. Әйткәндәй, Илдар Сабир улы үҙе лә сығышы менән тап шул төбәктән, уның фекерен ҡоролтайсылар ҡуш ҡуллап күтәреп алды. Район хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов ҡор ағзаларының изге уй-ниәтен хуплап, сәфәрҙе ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәтте.
Баймаҡ делегацияһының Ырымбур өлкәһендәге сәфәре Красногвардейский районы үҙәге Плешаново, башҡорттар күпләп йәшәгән Бәхтийәр, Пролетар ауылдары менән танышыуҙан башланды. Беҙҙе район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Илгиз Кучаев, уның урынбаҫары Илмира Нурмөхәмәтова, баш­ҡарма комитет ағзаһы Хәҙисә Ҡалмантаева, эшҡыуар Илнур Бәхтийәров ҡаршы алып, оҙатып йөрөнө.
Илдар Бәхтийәровтың тыуған ауылы Бәхтийәр ере башҡорттары беҙҙе айырыу­са ҡыуанып көтөп алды. Бында тыуған ерен яратҡан, тарихын, йолаларын, мәҙәниәтен ихтирам иткән, үҙ тамырҙарын онотмаған рухлы башҡорттар йәшәй. Урындағы ауыл биләмәһе башлығы ла үҙебеҙҙең милләттән – Радик Бәхтийәров оҙаҡ йылдар инде ошо яуаплы вазифаны башҡара, быға ҡәҙәр тарих уҡытыусыһы булған. Бәхтийәрҙәр кемдәндер ярҙам көтөп ултырмай, ауылдың социаль инфраструк­тураһын үҫтереүгә һәр береһе тос өлөш индерә. Тап ауыл халҡының тырышлығы менән бынан алты йыл элек өр-яңы мәсет төҙөлгән, зыярат кәртәләп алынған, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һәм унан еңеү менән ҡайтҡан яугирҙәр иҫтәлегенә мәрмәр обелиск асылған. Хатта япмалы каток та эшләп ҡуйғандар. Балалар аҙ булыу сәбәпле мәктәп ябылған, улар күрше ауылға йөрөп уҡый. Клуб иҫке булһа ла, унда мөдир Юлиә Бәхтийәрованың тырышлығы менән төрлө мәҙәни саралар үтеп тора. Ауыл старостаһы Рафаэль Бәхтийәров, Салауат Дәүләтов, Нариман Кәримов, Азат Бәх­тийәров, Илдар Дауытов кеүек уңған егеттәр тыуған төйәгенең проблемаларын хәл итеүҙә туранан-тура ҡатнаша, ауылының ысын патриоттары булып тора.
Пролетар урта мәктәбе – районда иң алдынғы мәғариф учреждениеларының береһе. Уға ике тиҫтә йылға яҡын инде Л. Бәхтийәрова уңышлы етәкселек итә. Шуныһы һөйөнөслө: “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 мәктәбе” конкурсында еңеүсе булған был коллек­тивтың ҡаҙаныштары етерлек. Бында бик үҙенсәлекле ҙур тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы булыуы, унда башҡорт халҡы тарихына лайыҡлы урын бирелеүе һоҡланыу тойғоһо уятты. Мәктәп директоры һәм ауыл биләмәһе башлығына Р. Ишбулатов Баймаҡ энциклопедияһын һәм Абдулхаҡ Игебаевтың “Беҙ – баймаҡтар бит әле!” тигән китабын бүләк итте. “Төньяҡ амурҙары” тарихи клубы ағзаһы, Өмөтбай мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Айҙар Мәжитов музей мөдире Луиза Ишалинаға үҙенсәлекле бүләк – уҡ тапшырҙы. Үҙенең сығышында Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы баш­ҡарма комитеты рәйесе Р. Ишембәтов Ырымбур башҡорттарының милли рухты бөгөн дә һаҡлап ҡалыуын, ошо юҫыҡта маҡсатлы эш алып барыуын юғары баһаланы.
Красногвардейский районы хакимиәте башлығы Н. Чернышев делегациябыҙҙы бик йылы ҡабул итте. Делегация етәксеһе Радмир Ишбулатов Николай Вален­тиновичҡа Баймаҡ районы хакимиәте башлығы И. Сит­дыҡовтың ихлас ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе, сәфәрҙең маҡсаты менән таныштырҙы. Радмир Зөбәйер улы төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыу тәҡдимен дә еткерҙе. Үҙ сиратында Николай Чернышев райондың социаль-иҡтисади тормошо менән яҡындан таныштырҙы, үҫеш перспективалары тура­һында һөйләне. “Беҙҙең районда 40 төрлө милләт вәкиле татыу йәшәй, төбәктең иҡ­тисадын үҫтереүгә улар берҙәм өлөш индерә, – тип билдәләне ул. – Шулар араһында иң күбеһен рустар тәшкил итә – 54 процент. Башҡорттар иһә – 26 процент. Был килешеү ике районды яҡынайтыр, беҙҙә йәшәгән башҡорттарҙың милли мәҙәниәтен, рухиәтен, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡларға ярҙам итер, тип ышанам. Документ ҡағыҙҙа ғына ҡалмаһын, аныҡ эштәргә нигеҙ һалһын”.
Артабан ысын мәғәнәһендә тарихи ваҡиға булды – Башҡортостан Респуб­ликаһының Баймаҡ районы һәм Ырымбур өлкәһенең Красногвардейский районы араһында мәҙәниәт, мәғариф, иҡтисад, сәнәғәт, урта эшҡыуарлыҡ, социаль өлкә­ләрҙә үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү тураһында ике яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Әйтергә кәрәк, эшлекле һөйләшеү һәм фекер алышыуҙар барышында иң мөһим проблемаларҙың береһе – төбәктә башҡорт телен уҡытыу һәм өйрәнеү мәсьәләһе лә күтәрелде. Район хакимиәте башлығы әйтеүенсә, бөгөн Юлтый һәм Иҫке Юлдаш ауылдарындағы мәктәптәрҙә башҡорт теле уҡытыла, Плешановолағы гимназияла факультатив булараҡ өйрәнелә. Әммә башҡа ауылдарҙа башҡорт милләтле ата-әсәләр балаларын русса уҡытырға теләк белдергән, шунлыҡтан улар бөгөн әсә телен өйрәнмәй. Район етәкселеге мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуға ҡаршы түгел, кәрәк булһа ярҙам да күрһәтергә риза. Тик барыһы ла ата-әсәләрҙең теләгенә барып тоташа...
Ошо уҡ көндә кис Плешаново ауылының мәҙәниәт йортона Ырымбур башҡорттары Баймаҡ делегацияһы менән осрашырға, сәнғәт оҫталарының ҙур концертын тамаша ҡылырға йыйылды. Фойела Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең Баймаҡтағы “Башҡорт китабы” магазины үҙенең бай ассортиментлы продукцияһын тәҡдим итте. Шуныһы ҡыуаныслы: магазиндың һатыусы-консультанты Яңылбикә Мөхәмәтйәнова янынан кеше өҙөлмәне. Ырымбурҙар “Урал батыр”, “Аҡмулла”, “Әлифба”, “Салауат Юлаев”, “Тылсымлы әкиәттәр”, “Башҡорт аш-һыуҙары” китаптарын, мосолман календарын, йыртмалы башҡортса календарҙы һәм башҡа әҙәби китаптарҙы күпләп һатып алды, тағы ла килеүебеҙҙе һораны. Шәхси эшҡыуар Наил Мортазиндың сувенирҙары милләттәштәребеҙҙең береһен дә битараф ҡалдырманы.
Рәсми тантанала Баймаҡ район Советы секретары Р. Ишбулатов Красногвардейский районы хакимиәте башлығы Н. Чернышевҡа ҡурай, “Баймакский край” энциклопедияһын һәм А. Игебаевтың “Беҙ – баймаҡтар бит әле!” китабын бүләк итте. Николай Валентинович иһә был сараның мөһимлеген юғары баһаланы, ул ике яҡлы хеҙмәттәшлектең ныҡлы булырына ышаныс белдерҙе.
Өфөнән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының башҡорт халҡының тарихы мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе, тарих фәндәре кандидаты Н. Ҡалмантаев етәкселегендәге делегация ла килгәйне. “Тыумышым менән ошо төбәктән булараҡ, мин һәр ваҡыт тыуған төйәгемә ҙур тулҡынланыу менән аяҡ баҫам, – тине Нурислам Мирхәйҙәр улы үҙенең сығышында, – ә бөгөн ысын мәғәнәһендә тарихи көн – Баймаҡ менән Ырымбур дуҫлығына нигеҙ һалына. Баймаҡ районы – Башҡортостандың иң көслө, иң талантлы төбәге, был бер ҙә шаштырыу түгел. Шуның менән һеҙ бәхетле, яҡташтарым. Ырымбур башҡорттары менән Баймаҡ башҡорттарын беҙҙең яҡташыбыҙ, Үрге Ильяс ауылынан сыҡҡан атаҡлы сәсән Мөхәмәтша Буранғолов бәйләп тора. Тап ул “Урал батыр” эпосын баймаҡтарҙан барып яҙып ала. Аҫыл хазинаны түкмәй-сәсмәй киләһе быуындарға еткергәндәре өсөн баймаҡтарға мең рәхмәт!”
Баймаҡ районының сәнғәт оҫталары ырымбурҙарҙы милли концерт програм­маһы менән таң ҡалдырҙы. Ике сәғәт ярым дауам иткән һоҡланғыс тамашала яҡташтарым сит өлкәләге милләт­тәштә­ребеҙҙе халҡыбыҙҙың аһәңле йырҙары, бейеүҙәре, сихри ҡурай моңдары менән арбаны, “Урал батыр” эпосындағылай тере һыу бөрктө. Туҡтауһыҙ алҡыштар, “Афарин, рәхмәт, баймаҡтар!” тигән ауаздар концерт буйы тынманы. Данлыҡлы Буранбай ауылының данлыҡлы “Буранбай” триоһы (Фәттәх һәм Фәнүр Аралбаевтар, Хәбир Раев), Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рауил Харрасов, республика йыр конкурстары лауреаттары Айнур Туҡтаев һәм Сөмбөл Юлбахтина башҡарыуындағы йырҙарҙы, “Ирәндек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, республика конкурстары лауреаты Илшат Ғүмәров, Буранбай ауылынан Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Зарифа Аралбаева етәкселегендәге “Еҙ үксә” өлгөлө балалар ансамбле башҡарыуын­дағы бейеүҙәрҙе милләттәштәребеҙ аяғүрә баҫып алҡыш­ланы. Тамашаны йәнле һәм йәмле итеп Рәсимә Моратова менән Сөмбөл Юлбахтина алып барҙы. Концертты ойоштороуға район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Г. Йыһаншина күп көс һалды.
Красногвардейский районы ойош­торолоуға 50 йыл тулыуға арналған тантаналы саралар Плешаново ауылы янындағы ҙур майҙанда үтте. Район халҡын ҡотларға Ырымбур өлкәһенең ауыл хужалығы министры Михаил Маслов етәкселегендәге ҙур делегация, күрше райондарҙың хакимиәт башлыҡтары килде. Аҫаба башҡорт ерҙәренә Өфө һәм Баймаҡ ҡалаларынан мәртәбәле делегацияның аяҡ баҫыуы байрамдың баһаһын бермә-бер арттырҙы, тарихи тамырҙарыбыҙҙы барларға ярҙам итте, өлкә башҡорттарына рухи көс өҫтәне, киләсәккә өмөт уятты.
Юбилей тантанаһында Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комите­тының комиссия рәйесе, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев сығыш яһап, Красногвардейский районы халҡын байрам уңайы менән тәбрикләне, уның башлығы Н. Чернышевҡа һәм әүҙем милләттәштәребеҙгә Ҡоролтайҙың Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы. Үҙ сиратында Баймаҡ районы делегацияһы етәксеһе Радмир Ишбулатов Николай Вален­тиновичҡа Баймаҡ тәбиғәте төшөрөлгән картина, балалар үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә шөғөлләнһен өсөн милли кейемдәр, әүҙем милләт­тәштәребеҙгә Баймаҡ энциклопедияһын бүләк итте. Баймаҡтар Ырымбур өлкәһе губернаторына ла матур бүләк – ҡурай һәм “Баймакский край” китабын әҙерләгән.
Баймаҡтар милли үҙенсәлеге бөркөлөп торған тирмә ҡора, уны халҡыбыҙҙың аҫыл хазинаға тиң ҡомартҡы-экспонаттары, аш-һыу өлгөләре, ғәйәт бай тарихын бөтөн камиллығында сағылдыра белә. Был юлы ла Темәс ауыл биләмәһе (башлығы Бикйән Камалетдинов) тарафынан ҡоролған тирмә байрамда ҡатнашыусыларҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итеп кенә ҡалманы, ә уның ысын биҙәге һәм ҡото булды. Абруйлы ҡунаҡтарҙы ла Баймаҡ һылыуҙары халҡыбыҙҙың милли аш-һыуы – ҡымыҙ һәм сәксәк менән ҡаршы алды. Тирмәлә Темәс тыуған яҡты өйрәнеү музейының (директоры – Рәмилә Әбсәләмова), Темәс тарихи-мәҙәни үҙәгенең, ауыл эшҡыуарҙары Рәмил Солтанов һәм Данис Ҡотлоғәлләмовтарҙың, Яңылбикә Ғарифуллинаның Таһир ауылынан Суфия Әсәнованың экспонаттары урын алғайны. Әйткәндәй, Суфия Хәмзә ҡыҙы үҙе теккән милли кейемдәрҙән һәм ҡул эштәренән бик бай күргәҙмә әҙерләгән. Тирмәне ҡороуға, уны һәр яҡлап биҙәүгә район халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре Радмир Хәсәнов менән Айнур Кулибаев, шулай уҡ Темәс ауыл биләмәһе хеҙмәткәре Рәмил Исҡужин күп көс һалған. Ҡул тирмәнендә бойҙай тарттырып, унан талҡан яһау шөғөлөн дә күрһәтте баймаҡтар.
Әйтергә кәрәк, Баймаҡ районы делегацияһының һәр ағзаһы был сәфәргә изге маҡсат, милләттәштәребеҙгә рухи ярҙам күрһәтеү ниәтенән барғайны һәм уларҙың барыһы ла иңдәренә йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән атҡарып сыҡты. Өмөтбай мәктәбенең тарих уҡытыусыһы, “Төньяҡ амурҙары” клубы ағзаһы Айҙар Мәжитов, мәҫәлән, башҡорт казагы кейемендә халҡыбыҙҙың данлы яу юлы тураһында һәр ерҙә бәйән итеп кенә ҡалманы, балаларға уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә күрһәтте. Министр М. Маслов, шәхсән Айҙар Рәйес улы менән осрашып, уның менән байтаҡ аралашырға ваҡыт тапты. А. Мә­житовтың башҡорт яугирҙәре, уларҙың 1812–1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында күрһәткән батыр­лыҡтары, үҙенең дә атай-олатайҙарыбыҙ үткән хәрби юлды ҡабатлап, Бородинонан Парижғаса сәфәр ҡылыуы тураһында һөйләгәндәрен ишетеп, ул һоҡланыуын йәшермәне.
Район делегацияһының иң йәш ағзаһы – Татлыбай ауылынан билдәле спортсы Венер Нәбиев был байрамда ырымбурҙар өсөн милли көрәш буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреп кенә ҡалманы, ә ошондай ярыштарҙа баш судья булып та сығыш яһаны. Венер – милли көрәш буйынса күп тапҡыр район, Урал аръяғы һәм республика чемпионы, Бөтә Рәсәй турнирҙары еңеүсеһе, милли көрәш һәм билбау көрәше буйынса спорт мастерлығына кандидат. Быйыл ғына Урал физик культура дәүләт университетының Стәрлетамаҡтағы инс­титутын тамамлаған егеттең киләсәге бик өмөтлө тип ышаныс менән әйтергә мөмкин.
Райондың “Ағинәйҙәр” ҡоро етәксеһе Хөрмә Биктимерова милләттәштәребеҙ төйәгенә сәфәр ҡылған көндәрҙә Красногвардейский районында ошондай уҡ ойошма булдырыу, Пролетар мәктәбе менән Баймаҡ районының ике белем усағы араһында ныҡлы бәйләнеш урынлаштырыу буйынса һөйләшеүҙәр алып барҙы, үҙенең кәңәш­тәрен бирҙе. Ришат Ишембәтов иһә Ырымбурҙағы милләт­тәштәребеҙ менән урындағы ҡоролтай хәрәкәтенең эшмәкәр­леген йәнләндереү буйынса һөйлә­шеү алып барҙы, үҙенең төплө фекерҙәрен еткерҙе.
Әйтергә кәрәк, аҫаба башҡорттар төйәге булған Ырымбур тарафтарына изге сәфәр үҙ маҡсатына иреште, ике төбәк араһындағы дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек күперенә нигеҙ һалды. Сит төбәктә йәшәгән милләттәш­тәребеҙ өсөн был сара ысын мәғәнәһендә ҙур бүләк булды. “Туҡ буйы башҡорттарының баймаҡтарҙың шундай һоҡланғыс сәфәренән милли рух менән туҡланып, күңелдәре байып ҡалды, рәхмәт һеҙгә!” – Бына ошондай фекер еткерҙе ырымбурҙар.
Шуныһы үҙенсәлекле: баймаҡтарға ырымбурҙарҙан өйрәнәһе тәжрибәләр ҙә бар ине. Әйтәйек, унда төҙөкләндереү мәсьәләһенә етди иғтибар бүленә, ауылдар, урамдар таҙа һәм архитектура яғынан төплө уйланылған булыуы менән айырылып тора. Милләттәштәребеҙ туған тел үҙенсәлектәрен дә бөгөнгәсә һаҡлап ҡала алған: олоһо ла, кесеһе лә ауыҙ тултырып башҡортса һөйләшә, беҙҙәге кеүек вата-емерә урыҫса аралашмай. Башҡорт милләтенән булған ябай кеше лә, хакимиәттә ултырған чиновник та, эшҡыуар ҙа туған телебеҙҙә һөйләшә.
Баймаҡ – Ырымбур дуҫлығы ныҡлы булһын, ул милләтебеҙ мәнфәғәтендә башҡарыласаҡ изге эштәргә нигеҙ һалһын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872