Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Маҡсатлы кеше ғәмһеҙ булмай
Маҡсатлы кеше ғәмһеҙ булмайБаймаҡ районындағы Ишей ауылының почетлы гражданы, ике тапҡыр һөнәре буйынса иң яҡшыһы тип танылған, өс тапҡыр урындағы советтарға депутат итеп һайланған, яуаплы урындарҙа эшләп, халыҡтың ышанысын яулаған, бөгөн Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбен етәкләгән, илем, телем, халҡым тип янып йәшәгән абруйлы уҙаман Радмир Иҫәнбаев алтын юбилейын ҙур ҡаҙаныштар менән ҡаршылай.
“Радмир Фитрат улы 1967 йылда Ишей ауылында донъяға килә. Бала сағынан уҡ ипле, аҡыллы, тырыш, ололарға ихтирамлы, кеселәргә иғтибарлы була белде”, – тип һөйләй уны белгәндәр. Буласаҡ уҡытыусы мәктәптә белем алғанда уҡ зиһенле, телмәре бай була, төптән уйлап, аныҡ фекер йөрөтә.
1986 йылда Сибай педагогия училищеһын яҡшы тамамлаған егетте Мәғариф министрлығының йүнәлт­мәһе буйынса Салауат районының Нәсибаш урта мәктәбенә ебәрәләр. Шул уҡ йылда әрме сафына алына. Польшала хеҙмәт иткән дәүерендә бүлек командиры, взвод комсоргы вазифаларын алып бара. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан егетте ул ва­ҡыттағы мәктәп директоры И. Гусев үҙебеҙҙә ҡалырға күндерә.
Педагогиканы төплө белеү, уҡытыу-тәрбиә методикаһын яҡшы аңлау, ойоштороу һәләте булыу менән бер рәттән, алсаҡ, ихлас күңелле егеттең үрләү баҫҡысы туған мәктәбенән башлана. Ситтән тороп А.М. Шолохов исемендәге Мәскәү педагогия университетын тамамлай. Тәүҙә һәләтле уҡытыусыны профком рәйесе итеп һайлайҙар, һәр береһе менән уртаҡ тел таба белгән, педагогия йүнәлешендә ярайһы уҡ тәжрибә туплап өлгөргән Радмир Фитрат улына 1997 йылда Ишей төп дөйөм белем биреү мәктәбен етәкләүҙе йөкмәтәләр.
Туған телгә битараф булмаған йәш белгес Ишейҙә милли белем усағын булдырыуға өлгәшә. Район үҙәге алыҫ, юлдар насар, мәктәптең иҫке булыуы һәм бик күп мәсьәләләр борсой Радмир Фитрат улын. Ниһайәт, Өфө – Баймаҡ юлын тапай торғас, 2004 йылда тыуған ауылында ике ҡатлы социаль үҙәк ишектәрен аса. Бер бинала мәктәп, балалар баҡсаһы, китапхана, почта, фельдшер-акушерлыҡ пункты була. Белем усағына үҙ фәнен төплө белгән, балалар психологияһын яҡшы аңлап тәрбиә эшен алып барған коллектив туплай, артабан 11 йыллыҡ урта мәктәп астырыуға өлгәшә.
Мәктәпкә етәкселек итеү осоронда ауыл Советы депутаты итеп һайлана. Был вазифаға ла ул бик етди ҡарай, ең һыҙғанып төйәкте төҙөкләндереүгә тотона. Һәр эште ауыл халҡы менән кәңәшләшеп хәл итә. Иң беренсе Ишей – Бетерә юлы тигеҙләнә, быуа быуыла, ауыл уртаһында скверҙар эшләнә, мәктәп эсендә музей асып, уҡытыусылар һәм уҡыусылар менән берлектә тарихҡа бәйле бик күп мәғлүмәт туплана. Ат сабыштары менән тәүге тапҡыр һабантуй байрамдары үткәрелә, ауылдың 100 йыллығы, мәктәптең 80 йыллығы билдәләнә. Тынғыһыҙ етәксе бөтә сараларға мәҙәни һулыш биреүгә булышлыҡ итә: коллектив менән бергә ауылда ла, күрше ауылдарҙа ла дәртләнеп сығыш яһайҙар. Һанай китһәң, эштәре бихисап булған өмөтлө уҙаманды 2006 йылда райондың иң ҙур һәм күп халыҡлы Темәс ауыл биләмәһе башлығы итеп ҡуялар.
Йыл ярым эсендә ул халыҡтың ышанысын яулап өлгөрә. Эш һөҙөмтәһен Башҡортостан муниципаль берәмектәре ассоциацияһының иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәре исеме дәлилләй. Тынғыһыҙ һәм йүнсел етәксене 2007 йылда Баймаҡ муниципаль районы хакимиәтенә эштәр идарасыһы итеп тәғәйен­ләйҙәр. 2012 йылда Баймаҡ районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары булып китә. Шул уҡ ва­ҡытта “Берҙәм Рәсәй” сәйәси пар­тияһының Баймаҡ районы бүлек­сәһенең етәксеһе вазифаһын үтәй.
Ҡайҙа барһа ла, халыҡ Радмир Иҫәнбаевты ихлас ҡаршылай, сөнки ул һәр кешенең проблемаһын тыңлай, ярҙам итеү сараһын эҙләй, күп мәсьәләләрҙе урында хәл итә. Һәр йыйылышта мәғариф проблемаларын күҙ уңынан төшөрмәй. Йәмәғәт эшендә ҡайнап йәшәһә лә, күңеле менән һәр ваҡыт уҡыусыларҙы белемгә әйҙәй. Ике йыл элек уны Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнеләр.
Мәғарифтың һәр баҫҡысы аша үтеп, уҡытыу-тәрбиә эшенең иң нескә серҙәрен үҙләштергән етәксенең төп принцибы – уңайлы шарттар булдырыу. Ул заман талабына ярашлы инновациялы белем биреү системаларын камиллаштырыу яҡлы. Әйткәндәй, был мәктәп – райондағы беренсе инклюзив белем биреү учреждениеһы. Бында инвалид һәм һаулығы сикләнгән балалар башҡа уҡыусылар менән бер класта белем ала. Күптән түгел мәктәптә француз телен үҙләштереүҙе лә индерҙеләр.
Тырыш һәм фиҙакәр хеҙмәте өсөн Радмир Фитрат улына Ишей ауылының почетлы гражданы, “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” тигән маҡтаулы исемдәр бирелә. 2009 йылда Ҡалмыҡ Республикаһы Рәсәй буйлап “Бөйөк Ебәк юлы эҙҙәренән” экспедицияһын ойоштора. Уның маршруты Урал аръяғы райондары аша үткән саҡта күрһәткән ярҙамы һәм әүҙемлеге өсөн Радмир Фитрат улы Ҡалмыҡ Республикаһы етәкселегенән Рәхмәт хаты ала. 2014 йылда Сочи ҡалаһында уҙған XXII Олимпия һәм XI Паралимпия уйындарында ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереүгә һалған хеҙмәте өсөн Рәсәй Президентының Почет грамотаһы менән бүләкләнә.
Ғаиләһенән дә уңды ауыл­дашыбыҙ. Ҡатыны, юғары категориялы башланғыс кластар уҡы­тыусыһы Гөлшат Зәйнулла ҡыҙы – тормош иптәшенә кәңәшсе лә, илһам, дәрт биреүсе лә. Улар педагогия училищеһында бергә уҡыған, юғары белем алған, өс балаға ғүмер биреп, әле бер-береһенә маҡсаттарына ынтылырға ярҙам итә. Өлкән улдары Азамат әрме сафында хеҙмәт итеп, эшләп йөрөй, ҡыҙҙары медицина университетының IV курсында уҡый, кинйәләре Искәндәр иһә – мәктәп уҡыусыһы. Шахмат буйынса ике йыл рәттән Урал аръяғы райондары араһында абсолют чемпион, район данын яҡлап республика кимәленә күтәрелгән көслө уйынсы.
Ир-егеттең эсендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр, ти халыҡ. Ысынлап та, заман менән бергә атлаған уҙамандың киләсәккә пландары тормошҡа ашыр, сөнки бөгөнгө ысынбарлыҡта тик әүҙем, һәләтле һәм үҙенә талапсан кешеләр генә уңышҡа өлгәшә.

Баймаҡ районы.


Автор: Венера ҠАСҠЫНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә