Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Игәүҙәр” юғалып ҡалмай
“Игәүҙәр” юғалып ҡалмайҠырҙас ауылында дүрт бер туған – Бикйән, Ырыҫйән, Сәлимйән, Ғәлимйәндәрҙең нәҫелен “ҡамалар араһы” тип йөрөткәндәр. Бик тырыш, бай булған улар. Бикйән хажи шул ваҡытта уҡ таштан һалынған мөгәзәй (магазин) тотҡан. Олатайым Ырыҫйән Хөснөтдинов урыҫ, татар, ғәрәп, фарсы, төрки һәм немец телдәрен яҡшы белгән уҡымышлы һәм мәҙәни яҡтан көслө рухлы шәхес булған. Шунлыҡтан ул 23 йыл буйы Әхмәт улысында старшина вазифаһын башҡара.
Тик һуңғы ваҡытта уларҙы “игәүҙәр” тип атайҙар. Ялҡауыраҡ кешеләр тышҡа сығып ултырһа, олатай уларға:
— Ниңә ултыраһығыҙ эшкә китмәй? — тип һорай икән.
— Ат юҡ, — тиҙәр.
— Минең аттарҙы тотоп алығыҙ ҙа эшкә барығыҙ, — тип тәҡдим итә икән.
Аҙаҡ “Ана, теге тағы игәргә килә” тип ҡаса торған булғандар. Тора-бара “ҡамалар” һүҙе онотолоп, ара “игәүҙәр”гә әйләнгән. Игәү һүҙенә бәйле һуңғы ваҡытта бер мәрәкә лә була.Ҡырҙас ауылына йәш уҡытыусы килә. Күршеһе Вәхит олатайға игәү һорарға ингән.
— Мин ҡартайғас, игәүҙең теше юҡ, ана Насир ҡартҡа бар, уның теше шәп үтә, — тип ауылдың икенсе осондағы ҡустыһына ебәргән.
— Минекенең дә теше үтмәҫләнгән, улым, һин Рафаэлгә бар инде, — тип уныһы икенсе урамда йәшәгән, араларында иң йәше булған ҡустыһына ебәргән.
Тыныс ҡына холоҡло Рафаэль ағай, уҡытыусыға араның исемен аңлатып, игәү биреп сығарған.
Әйткәндәй, профессор Әхтәр Мәғәз улы Ғайсин “Посол белого падишаха” тигән китабында Ҡырҙас ауылының тарихы тураһында төплө мәғлүмәт биргән.
“Ҡан тартмаһа ла, йән тарта” тигәндәре дөрөҫ инде. Бикйән хажиҙан таралған нәҫел араһында иҫәп-хисап, үҙ эшен асып эшҡыуарлыҡ менән булғандар бик күп. Фәйзрахмандың ҡыҙы Нажиәнән тыуған Зөһрә Әбйәлил район ҡулланыусылар йәмғиәтендә баш бухгалтер булһа, ҡустылары Марат менән Айрат күптән үҙ эштәрен асҡан. Айрат Зиннәт улы Әминевте республикала яҡшы беләләр. Ул ҡатыны Гөлнара менән әллә күпме кешегә эш урыны бул­дырған. Әле Ҡырҙас ауылында мәҙәниәт йорто төҙөтөү эшен башлағандар.
Хажғәленең улы Әнәс ағай – коопунивермагта директор, ҡатыны Ғәшүрә райпо системаһында эшләп хаҡлы ялға сыға. Рәмил Әнәс улы Ҡаҙмаш һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең VII класын тамамлағас, Өфө һыу юлы техникумында белем алып, Совет Армияһында хеҙмәт итә.
Н.Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетынан (МВТУ) профессорҙар килеп, һалдаттарҙан имтихан ала. Рәмил Бикйәнов менән тағы бер рус егете генә үтә. Ләкин ауылға ҡайтҡас, Мәскәүгә уҡырға барырға мөмкинлек булмай. Рәмил төрлө ерҙә эшләп, Асҡарҙа автомобилдәргә кәрәк-яраҡ магазины асып, кешеләргә эш урыны булдырған. Ике ҡыҙы ла Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында юғары белем ала.
Ринат Бикйәнов Асҡар урта мәктәбенән һуң Йылайыр ауыл хужалығы техникумын тамамлап, хеҙмәткә алына. Ҡайтҡас, РТП-ла слесарь, инженер була, Сорғотта автокранда ла эшләргә тура килә. Ғаилә ҡорғас, ҡайтып, Магнитогорск ҡалаһында механик булып эшләй. 2007—2017 йылдарҙа вахта ысулы менән тағы ла Сорғотта эшләй. Рима апаһы менән еҙнәһе лә шунда эшләп, Асҡарҙа ҙур йорт һалып инде.
2012 йылда Ринат, Асҡарға ҡайтып, кредит ала ла машина ремонтлауға тотона. Тәүҙә ҡыйынға тура килә. Бөтә кәрәк-яраҡты һатып алырға (ғаиләлә балалар үҫә), кредитты ҡапларға кәрәк. Төрлө урында эшләү уға тәжрибә тупларға ярҙам итә. Әлегә ул бер үҙе эшләй. Заказдар күбәйһә, бер дуҫына мөрәжәғәт итә. Эшен күңел биреп башҡарғанға күрә мөрәжәғәт итеүселәр ҙә күбәйгәндән-күбәйә.
Ҡатыны Гөлшат район архивын етәкләй, ҡыҙы Камилә Өфө юридик колледжын ҡыҙыл дипломға тамамлап эшләп йөрөй, шулай уҡ ситтән тороп юғары белем алыуын дауам итә. Динислам Өфөлә лицей-интернатта яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, ә Ләйсән Асҡарҙа IV класта уҡый.
Ринаттың ҡустыһы Ришат Магнитогорск ҡалаһында педагогия училищеһы тамамланы. Асҡар мәктәбендә эшләп хеҙмәткә алына. Армиянан ҡайтҡас, Өфө юридик университетында белем ала. Шунда уҡ эшкә урынлашып, ете тапҡыр Чечняға командировкаға бара. Хәҙерге көндә ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй. “Игәүҙәр” ҡайһы өлкәлә эшләһә лә, мөмкинлек табып, матур, етеш тормош ҡора. Күп һәләт нәҫелдән бирелә, тиҙәр. Мине шул күсәгилешлек һоҡландыра.

Әбйәлил районы.


Автор: Фирүзә САФИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә