Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Һауа торошо эҫе торған мәлдә ут менән һаҡһыҙ эш итеү сәбәпле һәм баҫыуҙарҙа ҡороған үләнде янды­рыу­ҙан янғын сығыу хәүефе арта. Күп кенә йорт хужалары үҙҙәренең ер участкаларын эшкәртмәй һәм сүп үләндәре баҫып, тап уға ҡапҡан уттың ҙур майҙандарҙы ялмап алыу һәм күрше йорт-ҡаралтыларға күсеү
ҡурҡынысы янай.


Рәсәй Хөкүмәтенең 2012 йылдың 25 ап­релендәге “Янғынға ҡаршы режим тураһын­да”ғы 390-сы ҡарарының 77-се пунктына ярашлы, “Ҡалдыҡтарҙы объект­тарҙан 50 метрҙан да кәм булмаған арауыҡта яндырыу тыйыла”, ә 17-се пункт­ҡа ярашлы, һауа то­ро­шоноң ҡоро, эҫе һәм елле ваҡытында, шулай уҡ айырыуса янғынға ҡаршы режим иғлан ителгән осорҙа йәшәгән урындар һәм предприятиелар биләмәләрендә усаҡ яғыу­ға, участкаларҙа ошондай эштәр башҡарыу­ға, мейес яғыуға һәм башҡаларға тыйыу индерелә.
Ошоға бәйле, һәр кем ер участкаларын һәм яҡын-тирә биләмәләрҙе тәртипкә килте­рергә, ҡороған үҫентеләрҙән таҙар­тыр­ға, сүп үләндәрен мотлаҡ сабырға тейеш. Админис­тратив хоҡуҡ боҙоуҙар ко­дексының 20.4-се статьяһының 1-се бүлегенә ярашлы, янғын хәүефһеҙлегенең билдәләнгән стандарттары, нормалары һәм ҡағиҙәләре талап­тарын боҙған өсөн граждандарға 2000 һумдан 3000 һумғаса, вазифа биләгәндәргә 6000 – 15000 һум­ғаса, шәхси эшҡыуарҙарға 20000 – 30000 һумғаса, ойошмаларға 150000 һум­дан 200000 һумғаса административ штраф ҡаралған, ә айырыуса янғынға ҡаршы режим иғлан ителгәндә штрафтар ике тап­ҡырға ар­та. Ут менән һаҡһыҙ эш итеп ян­ғын сығарған һәм кеше мөлкәтенә зыян кил­тер­гән осраҡта, ғәйеплене енәйәт яуаплылығы көтә.
Башҡаларҙың хаталарынан һабаҡ алып, үҙеңә һаҡланыу сараһын күрергә кәрәк. Миҫалға 22 августа Дондағы Ростовта булған янғынды килтереп үтеү ҙә етә. Унда ағас йортта сыҡҡан янғын оло майҙандарҙы ялмап алыуға килтергән. Һөҙөмтәлә 118 торлаҡ йорт көл-күмергә әйләнгән, 218 ғаилә өйһөҙ тороп ҡалған, бер кешенең ғүмере өҙөлгән, 59 кеше медицина ярҙамына дусар булған, туғыҙы дауаханаға оҙатылған.
Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: янғынды һүндереүгә ҡарағанда булдырмау яҡшыраҡ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә