Утҡа хөкөм юҡ05.09.2017
Һауа торошо эҫе торған мәлдә ут менән һаҡһыҙ эш итеү сәбәпле һәм баҫыуҙарҙа ҡороған үләнде яндырыуҙан янғын сығыу хәүефе арта. Күп кенә йорт хужалары үҙҙәренең ер участкаларын эшкәртмәй һәм сүп үләндәре баҫып, тап уға ҡапҡан уттың ҙур майҙандарҙы ялмап алыу һәм күрше йорт-ҡаралтыларға күсеү
ҡурҡынысы янай.
Рәсәй Хөкүмәтенең 2012 йылдың 25 апрелендәге “Янғынға ҡаршы режим тураһында”ғы 390-сы ҡарарының 77-се пунктына ярашлы, “Ҡалдыҡтарҙы объекттарҙан 50 метрҙан да кәм булмаған арауыҡта яндырыу тыйыла”, ә 17-се пунктҡа ярашлы, һауа торошоноң ҡоро, эҫе һәм елле ваҡытында, шулай уҡ айырыуса янғынға ҡаршы режим иғлан ителгән осорҙа йәшәгән урындар һәм предприятиелар биләмәләрендә усаҡ яғыуға, участкаларҙа ошондай эштәр башҡарыуға, мейес яғыуға һәм башҡаларға тыйыу индерелә.
Ошоға бәйле, һәр кем ер участкаларын һәм яҡын-тирә биләмәләрҙе тәртипкә килтерергә, ҡороған үҫентеләрҙән таҙартырға, сүп үләндәрен мотлаҡ сабырға тейеш. Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 20.4-се статьяһының 1-се бүлегенә ярашлы, янғын хәүефһеҙлегенең билдәләнгән стандарттары, нормалары һәм ҡағиҙәләре талаптарын боҙған өсөн граждандарға 2000 һумдан 3000 һумғаса, вазифа биләгәндәргә 6000 – 15000 һумғаса, шәхси эшҡыуарҙарға 20000 – 30000 һумғаса, ойошмаларға 150000 һумдан 200000 һумғаса административ штраф ҡаралған, ә айырыуса янғынға ҡаршы режим иғлан ителгәндә штрафтар ике тапҡырға арта. Ут менән һаҡһыҙ эш итеп янғын сығарған һәм кеше мөлкәтенә зыян килтергән осраҡта, ғәйеплене енәйәт яуаплылығы көтә.
Башҡаларҙың хаталарынан һабаҡ алып, үҙеңә һаҡланыу сараһын күрергә кәрәк. Миҫалға 22 августа Дондағы Ростовта булған янғынды килтереп үтеү ҙә етә. Унда ағас йортта сыҡҡан янғын оло майҙандарҙы ялмап алыуға килтергән. Һөҙөмтәлә 118 торлаҡ йорт көл-күмергә әйләнгән, 218 ғаилә өйһөҙ тороп ҡалған, бер кешенең ғүмере өҙөлгән, 59 кеше медицина ярҙамына дусар булған, туғыҙы дауаханаға оҙатылған.
Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: янғынды һүндереүгә ҡарағанда булдырмау яҡшыраҡ!