Тарихтан күренеүенсә, батша заманында Рәсәйҙә аборт яһатыу дәүләт тарафынан да, дин яғынан да ҡәтғи тыйылған. 1917 йылғы ихтилалдан һуң да яһалма рәүештә ауырҙан ҡотолоу рөхсәт ителмәгән әле. Бары 1920 йылда ғына В.И. Ленин буйға уҙған ҡатындарға “йөк”тәренән ҡотолоу мөмкинлеге бирә. Был ҡарарҙы ҡабул иткәндә “юлбашсыбыҙ” ни уйланы икән?.. “Уны был аҙымға үҙ балаһы булмағанлыҡ этәргәндер, моғайын”, — тип фаразлай белгестәр.
Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, йыл һайын Рәсәйҙә дүрт миллион аборт яһала. Ә иҫәпкә инмәгән күпме ҡатын-ҡыҙ балаһынан ҡотолалыр — уныһын бер Хоҙай ғына белә. Һуңғы йылдарҙа бала тапҡан 100 гүзәл затҡа 200 аборт яһатҡан ҡатын-ҡыҙ тура килә. Рәсәйҙә барлыҡ ауырға ҡалыусыларҙың 60 проценты аборт яһата. Был һандар теүәл түгел, сөнки йәшерен рәүештә сабыйҙарынан арыныусылар ҙа етәрлек. Башҡортостанда хәлдәр улай уҡ киҫкен түгел — һуңғы биш йылда аборт эшләтеү осраҡтары кәмегән. Медицина күрһәткестәре буйынса, аборт осраҡтары ни бары ике-дүрт процент тәшкил итә. Ҡатын-ҡыҙҙар ауырын алдырырға йышыраҡ үҙ теләге менән бара. Йөклөлөктө туҡтатырға теләгәндәр менән психологтар эшләй. Уйланырға бирелгән бер аҙна ваҡыттан һуң ҡатын-ҡыҙҙарҙың ун проценты балаһын табырға ҡарар итә.
Районыбыҙҙағы аборт эшләтеүселәр һанын белеү, уның ауыр эҙемтәләре хаҡында һөйләшеү маҡсатында “Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы”нда “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Ғаиләне планлаштырыу кабинеты белгесе Гөлназ Хәсәнова ойошторған сарала “Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы” мөдире Ленера Хисмәтуллина, Республика Йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәти-методик үҙәгенең педагог-психологы Юлиә Йәнбәкова, абортҡа килеп тә, уны эшләтеүҙән ҡотолоп ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашты.
Ленера ХИСМӘТУЛЛИНА:— Районда фертиль, йәғни бала тыуҙырыуға һәләтле (19 – 49 йәш) йәштәге, ҡатын-ҡыҙҙар һаны йылдан-йыл кәмей бара: 2017 йылда — 13280, 2015 йылда – 12743, 2016-ла 11918 булған. Шулай уҡ аборттар һанының кәмеү тенденцияһы ла күҙәтелә. Мәҫәлән, 2014 йылда (алты айҙа) – 130, 2015 йылда – 102, 2016 йылда – 133, 2017 йылда – 99.
Аборттың зыяны иҫ киткес ҙур. Ҡатын-ҡыҙҙың яралғының үҫешенә көйләнгән организмы һәм бөтә системалары баланы алып ташлағандан һуң “юғалтыу” кисерә. Гормональ, иммун, бөйөр-бауыр функцияларының, ҡан баҫымының, ҡан әйләнешенең эшмәкәрлеге боҙола. Ҡатын-ҡыҙ көйһөҙләнә башлай, йоҡоһо насарая, йыш арый. Ошо ваҡытта организмға төрлө инфекция еңел үтеп инә. Аналыҡ өҫтәмәһенең елһенеүе йыш ҡына аналыҡ көпшәһенең үткәрмәүсәнлегенә килтерә. Бындай осраҡтар ҡатын-ҡыҙға аналыҡтан ситтә булған йөклөлөк, хатта түлһеҙлек менән янай. Аборт ваҡытында шулай уҡ аналыҡ лайлаһын ҡырып ташлауҙан алған йәрәхәт арҡаһында киләһе йөклөлөк ваҡытында яралғының кәрәгенсә туҡланыу кимәле боҙола. Ошоға бәйле яралғының үҫеше ваҡытында төрлө ҡурҡыныс тыуыуы, сабыйҙың алдан донъяға килеүе йәки төшөүе ихтимал.
Операция ваҡытында ғына түгел, айҙар, йылдар үткәс тә, ҡан китеү, аналыҡтың тишелеүе кеүек ҡатмарлыҡтар тыуыуы бар. Ике һәм унан да күберәк аборт эшләткән ҡатын-ҡыҙҙың һәр өсөһөндә репродуктив функцияның боҙолоуы һәм эндометриоз, аналыҡ миомаһы, ҡан китеү, түш шешеүе, яман шеш алды кеүек сирҙәрҙең үҫеше күҙәтелә. Бындай операция үткәргән һәр ҡатын-ҡыҙ тиерлек депрессия кисерә. Ғәйеп тойғоһо әкрен генә йөрәкте кимерә. Һөҙөмтәлә ул гүзәл заттың тормошон ғына боҙоп ҡалмай, психологик түлһеҙлектең сәбәбе лә булыуы ихтимал.
Аборт арҡаһында енси тормошҡа ҡыҙыҡһыныу юғала, түшәктә һалҡынлыҡ кеүек төрлө тайпылыш тыуа. Түшәктә ҡәнәғәтлек алмау сирҙәрҙең аҙыуына юл ҡуя, депрессияны көсәйтә. Шулай итеп, ғаиләнең именлеге ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыла.
Беҙҙең маҡсат – аборттар һанын кәметеү. Шуға күрә аборт яһатырға килгән ҡатын-ҡыҙға тәүҙә УЗИ аша баланың фотоһүрәтен күрһәтеп, йөрәк тибешен тыңлатабыҙ. Тере баланы юҡ иткәс, артабан уның күңел бушлығы кеүек ауыр кисерештәргә генә түгел, организмының да тайпылыштарға, хатта түлһеҙлеккә дусар буласағын иҫкәртәбеҙ. Беҙ медицина йәһәтенән аборттың зыянын “йөгө”нән ҡотолорға теләгән ҡатын-ҡыҙҙың аңына һеңдереп, артабан психологтарға ебәрәбеҙ. Ошондай әңгәмәләрҙән һуң ҡатын-ҡыҙ уйлана төшә, ҡайһылары сабыйын табырға хәл итә.
Альмира:— Минең менән дә шундай хәл булды. Ике ҡыҙым бар, өсөнсөгә ауырға ҡалғас, иремә әйтмәйенсә унан ҡотолорға булдым. Врачҡа күренеп, УЗИ һөҙөмтәләрен ҡарағас, миндә киста барлығы асыҡланды. “Сирең тауыҡ йомортҡаһы хәтлем, әгәр бәпесеңде тапмаһаң, барыбер операция яһатырға кәрәк буласаҡ. Табырға булһаң, ул йөклөлөк осоронда яйлап “йотоласаҡ”, аборт яһатма, балаңды тап!” — тигәс, уйландым. Операция өҫтәленә лә ятҡым килмәне. Ирем ул һорай, бәлки, быныһы малай булыр тигән фекергә килеп, ҡабат “аборт” тип ауыҙымды ла асманым. Ысынлап та, улым тыуҙы. Ауырлығы ҙур булғанға күрә, кесарь киҫеме менән табырға тура килде. Шуныһы ҡыҙыҡ: тауыҡ йомортҡаһы ҙурлыҡ киста сәтәкәй бармаҡ башындай ғына булып кесерәйгән. Уны операция ваҡытында бер юлы алдылар. Шулай итеп, улым донъяға килеүе өҫтөнә сирҙән дә ҡотолдом. Әле алтыныма ҡарайым да мине был аҡылһыҙ аҙымдан аралаған врачтарға рәхмәт әйтәм.
Әлиә:
— Минең дә ике балам бар. Өсөнсөһөнә йөклө булғас, аборт яһатырға булдым (башҡа юл юҡ ине). Баҡһаң, ул түләүле процедура икән. Күп ҡатын-ҡыҙ: “Операция яһаттым да проблеманан ҡотолдом”, — тип уйлай. Минеңсә, был — аңһыҙлыҡтың аръяғы. Шулай уйлауыма ҡарамаҫтан, мин ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына килдем. Бер нисә йыл элек тәүге ҡыҙымды тыуҙырғанда палаталаш “әхирәттәр” менән аборт яһатыусы ҡатын-ҡыҙҙарҙы эттән алып эткә һалып әрләгәнебеҙ иҫкә төштө: “Нисек инде улай: беҙ саҡ ауырға ҡалып килеп ултырабыҙ, ә кемгәлер балаһы артыҡ! Ә бына беҙ, йәнәһе, бер ҡасан да был аҙымға бармаясаҡбыҙ!” Бер ваҡытта ла... Ни хәл итәһең, үҙемә лә шул “әрләнеүселәр” исемлегенә инергә тура килде.
Аборт яһатыусыларҙы айырым палатаға һалалар икән (буласаҡ әсәйҙәрҙе борсомаҫ өсөн тип аңланым). Шул саҡ мин уйландым – бындай әмәлиәт (операция) көн һайын башҡарыла. Йылда 200 эш көнө. Бер ҡалала ғына күпме сабый теге донъяға оҙатыла? Ә илдә?
20, 30, 35 йәштәрҙәге ҡатын-ҡыҙҙар (шул иҫәптән мин дә) бер палатала ултырабыҙ. “Беҙҙең кеүектәр” күп булғанға күрә, сират еткәнсе “ҡайғыларҙы уртаҡлашабыҙ”. Һәр беребеҙҙең дә аборт яһатырға сәбәптәребеҙ етерлек, улар шундай етди. Бер ҡатындың биш йәшлек улы бар һәм уның икенсегә бала тапҡыһы килмәй. “Быныһын аяҡҡа баҫтырырға кәрәк!” — тип ҡайғыра ул. Әммә ханым бик матур кейенгән, ҡыйбатлы биҙәүестәр таҡҡан. Ҡыҫҡаһы, ауыр хәллегә бер ҙә оҡшамаған.
Икенсе ҡатындың яңы ғына тәүге бәпесе тыуған, уның әле йәше лә тулмаған. “Икенсеһен табырға иртә әле”, — ти ул. Өсөнсө ҡатындың балалары юҡ, әммә ул абортҡа икенсегә килә. Улар ире менән яңыраҡ ҡына фатир алған, уға ремонт эшләйһе бар. Беҙ — бер фронт “яугирҙәре” — исемдәрҙе белмәһәк тә, ихлас һөйләшәбеҙ, көлөшөп тә алабыҙ. Дүрт яҙмышлы булһаҡ та, яҙмыштарыбыҙ бында киҫешкән. Барыбыҙ ҙа йөрәк аҫтындағы йән эйәһен үлтереү мәсьәләне хәл итәсәк, тип һанайбыҙ. Уларға ҡарап, йөрәгем сәнсеп китте.
Бына беҙгә лә сират етте. Ҡатындарҙы операция бүлмәһенә кушетка менән сығарып торалар. Эстәренә боҙло пакет һалып, юрған менән ябалар. Күңелемдә нимәлер ҡайнай башланы. Мине саҡырҙылар. Индем, операция өҫтәленә яттым. Врач миңә ҡарамай ғына инструменттарын барлай. Миңә укол һалырға яҡынлаған шәфҡәт туташын күргәс, ҡалтырана башланым. Шунда йәнемде алырға торһалар ҙа, бәләкәсемдең ғүмерен ҡыя алмаҫымды аңланым... “Мин аборт эшләтмәйем”, — тип кенә әйтә алдым. Палатаға килгәс, тыйыла алмай үкереп иланым. Баламдың иҫән ҡалыуына ҡыуанып, үҙ-үҙемде әрләп иланым да иланым... Шул саҡ аборт яһатҡан ҡатын уяулы-йоҡоло һаташа, балаһын саҡыра башланы. Үлтергән балаңды саҡырыу, илау... Был үҙ ғүмеремдә күргән иң ҡот осҡос күренеш булды.
Хәҙер улыма дүрт ай, ул эсенә әйләнеп ята ала. Был уның өсөн иң ҙур ҡаҙаныш. Мин кинйәмде өлкәндәренә ҡарағанда нығыраҡ та яратам шикелле, сөнки уны мин оло ғазап аша таптым.
Резеда:
— Мин икенсе баламдан һуң өсөнсөгә буйға уҙғас, тормош ауырлыҡтары сәбәпле, аборт яһаттым. Ирем бәпес һорай башлағас, табырға уйлағайным, һигеҙ тапҡыр йә төштө, йә үле тыуҙы. Ныҡыша торғас, бәпесемде табып алдым. Әгәр шунда аборт яһатмаған булһам, бәләкәсем хәҙер ҙурыраҡ булыр ине.
Юлиә Йәнбәкова, психолог:
— Аборт яһатыу уйы булған ҡатындарҙы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһынан беҙгә ебәрәләр. Беҙ уларға аборттан һуңғы синдром менән таныштырабыҙ. Тәүге тапҡыр бындай терминды 1981 йылда уҡ ғаилә психотерапевы Винсент Ру ҡуллана. Әммә төрлө илдәрҙә абортҡа төрлөсә ҡараш булыуы арҡаһында ул быға тиклем һаман да психик сирҙәр классификацияһына инмәгән. Мәҫәлән, Афғанстан, Ангола, Мысыр, Индонезия, Ираҡ, Иран, Ирландия, Чили илдәрендә аборт үлемгә тиң, һәм ул ҡәтғи тыйыла. Ә Аргентина, Бразилия, Израиль, Мексика, Польша, Испанияла абортты медицина күрһәтмәһе буйынса һәм ғәҙәттән тыш осраҡта ғына яһатырға мөмкин. Байтаҡ илдәрҙә, шул иҫәптән беҙҙә лә, тәүге айҙарҙа йөклөлөктө һаҡлау йәки өҙөүҙе һайлау мөмкинлеге бирелә.
Аборттан һуңғы синдром һәр кемдә төрлөсә сағылыш таба. Ғәҙәттә, ҡатын-ҡыҙҙы ғәйеп хисе, ҡасандыр ҙур хаҡ менән түләү ихтималлығы өсөн ҡурҡыу тойғоһо “кимерә”, унда бының өсөн хәҙер үк түләү теләге уяна. Был хәл торошо йоҡо һәм туҡланыу тәртибенең боҙолоуына, баш, йөрәк ауыртыуына килтерә. Ҡайһы бер ҡатындар абортты ҡабат-ҡабат күҙ алдынан үткәрә, тыумаған балаһын төштәрендә күрә, иренә һәм өлкән балаларына ҡарата һалҡыная. Ни өсөнмө? Сөнки йөклөлөк осоронда ҡатын-ҡыҙ организмы үҙгәрә, “әсә-бала” эмоциональ бәйләнеше барлыҡҡа килә. Был процесты өҙөү — организм өсөн ҙур стресс. Шундай әйтем бар: “Әгәр ата-әсәйең үлһә, һин үткәнеңде юғалтаһың. Әгәр балаң үлһә, киләсәгеңде юғалтаһың”. Аборт осрағында физик йәһәттән генә түгел, символик юғалтыу ҙа барлыҡҡа килә – әсә булыу статусын, үҙ-үҙеңде, мөхәббәтеңде бүләк итә торған ҡәҙерле кешеңде юғалтыу ул. “Бөтәһе менән дә улай түгел, мин улай булмаясаҡмын!” – тиеүселәр булһа, минең яуабым шул: абортҡа бәйле ауыр күңел кисерештәре мотлаҡ буласаҡ, тик уны һәр кем үҙенсә кисерә. Ул әле генә түгел, оҙайлы йылдарҙан һуң да ҡалҡып сығыуы ихтимал.
Ленера ХИСМӘТУЛЛИНА:— Беҙҙең ни тиклем кире өгөтләүебеҙгә ҡарамаҫтан, ҡатын-ҡыҙ барыбер ҙә аборт яһата икән, унан һуң улар мотлаҡ ҡабаттан врач-гинекологка һәм психологка күренергә тейеш. Гинеколог елһенеүҙе тикшереп, кәрәкле дауалау курсын билдәләһә, психолог уның мейеһендәге “ҡабаттан бала таба алмаҫмын, түлһеҙ ҡаласаҡмын” тигән ауыр уйҙарҙан ҡотолорға, үҙен нисек тоторға ярҙам итәсәк. Сөнки был ауыр мөһөр йылдарға һуҙылып, ҡатын-ҡыҙҙың психикаһын ҡаҡшатырға, ысынлап та түлһеҙлеккә килтерергә мөмкин.
Юлиә Йәнбәкова:
— Түлһеҙлектән яфаланған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа психологка мөрәжәғәт итә ала.
Гөлназ Хәсәнова:
— Аборт яһатырға тип килгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың күпселеге, ғәҙәттә, 40-ты уҙған ханымдар. Улар үҙҙәренең йәшенән оялып йөклөлөктән ҡотолорға уйлай. Ләкин байтағы, ғаиләне планлаштырыу, психолог кабинеттарында әңгәмәләшкәндән һуң бәпестәрен табырға ҡарар итә. Һуңынан табырға булышлыҡ иткәнебеҙ өсөн ҡыуанып беҙгә рәхмәт әйтеп китә.
Мәктәптәрҙә, урта һөнәри белем биреүсе уҡыу йорттарында енси тәрбиә тураһында сығыш яһағандан һуң, проблемалары булған үҫмерҙәр үҙҙәре мине эҙләп килә. Улар ата-әсәләренә әйтергә ҡурҡа. Шуға күрә проблема менән яңғыҙ ҡалмаһындар, психологтарға, табиптарға мөрәжәғәт итһендәр ине. Хәҙер контрацептив ысулдар тураһында Интернетта ла мәғлүмәт күп. Аборт – ул һуңғы сик, уны контрацептив алым урынына күрмәһендәр ине ул.
Ҡайһы бер ата-әсәләр: “Улыма үҙем презерватив алып бирҙем. Өйрәнһен”, — ти. Был фекер төптө дөрөҫ түгел. Уларға ҡулдарына презерватив тоттороп, беҙ үҙебеҙ тәртипһеҙ тормошҡа этәрәбеҙ. Уның тураһында матур итеп аңлатырға кәрәк. Бик булмаһа, ғаиләне планлаштырыу кабинетына алып килегеҙ. Үҙебеҙ профилактик әңгәмәләр ойошторабыҙ.
***
Ни өсөн өс-биш һәм унан күберәк бала тапҡан ҡатын-ҡыҙ, финанс хәленә, социаль статусына һәм биләгән вазифаһына ҡарамаҫтан, үҙен бәхетле тоя? Сөнки улар Аллаһы Тәғәлә тарафынан гендарына һалынған бурысты үтәгән, шуға ла улар ҡәнәғәт. Ғәҙәттә, ундайҙар балаларын үҫтереп, аяҡҡа баҫтырғас, үҙҙәрен күңел ятҡан шөғөлгә арнай йәки бизнесҡа тотоноп, юғары уңышҡа өлгәшә.
Ә бала тапмаған, табырға теләп тә, йәшлек хатаһы менән аборт яһатыу арҡаһында түлһеҙ ҡалғандар?.. Тормошта үҙ урынын таба алмай, ғәйеп тойғоһо сәбәпле эске көсөргәнеш менән йәшәү уларҙы деградацияға килтерә. Ундайҙар, эш менән үҙҙәрен баҫырға теләп, карьераға ынтыла, хатта уңышҡа ла өлгәшә. Әммә... карьера – ярты бәхет кенә шул. Уның янына өй тулы бала-саға ла булһа, бәхет тулы булыр ине. Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Кемгәлер үс итеп йөрәк аҫтындағы сабыйығыҙҙың йәнен үҙ ҡулдарығыҙ менән быумағыҙ, ғәйепһеҙ йән хата ҡорбаны булмаһын!
Баймаҡ районы.