Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Мөғжизәгә ышандырған проект”
“Мөғжизәгә ышандырған проект” Һәр йылдағыса, сентябрь башына матурланған мәктәп быйыл үҙ уҡыусыларын айырыуса йылмайып ҡаршылай. Башҡа төҙөкләндереү, биҙәү хәстәрҙәре менән бер рәттән тәҙрә һәм ишектәрҙе заманса материалдарға алмаштырыу яңы уҡыу йылы алдынан тулыһынса теүәлләнде. Белем усағының тышҡы йөҙөн һиҙелерлек күркәмләндергән һәм йәш быуын өсөн быға тиклем булған шарттарҙы юғарыраҡ кимәлгә күтәргән был эштәр урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса башҡарылды. Үҙ иҫәбенә йылдан-йыл күберәк ыңғай баһа йыйған программаға һәр ерҙә үҙҙәренсә ҡушылалар. Ташкин мәктәбе директоры Рудания Борхановала сарала ҡатнашыу теләге тыуыуға осраҡлы ваҡиға сәбәпсе була тип тә әйтерлек. Нефтекама ҡалаһының ауыл менән күрше булған “Көнсығыш” биҫтә­һендә йәшәүселәрҙең мәктәп бүлмәләренең береһендә үткәргән йәнле йыйылышы етәксенең иғтибарын йәлеп итә, һәм ул һөйләшеүҙәрҙе бер килке тыңлап ултыра. Унда һүҙ урындағы башланғыстарҙы яҡлау республика программаһы ярҙамында биҫтәлә балалар өсөн спорт-уйын майҙан­сығы йыһазлау хаҡында була. Быға бәйле тыуған яңы уй-фекерҙәр Рудания Марат ҡыҙына бер ҙә тынғылыҡ бирмәй, шуға ла тиҙҙән ул йыйылышта ҡатнашҡан депутат Фәһим Низамов менән кәңәшлә­шергә була. Һайланыуының тәүге көндәренән үк үҙен бар яҡтан әүҙем итеп күрһәткән, округында йәшәү­селәр менән даими аралашҡан йәмәғәтсе мәктәп директорының бөтә һорауҙарына яуап биреп кенә ҡалмай, уны күп яҡтан отошло булған проектҡа ҡушылырға ла күндерә. Артабан башланғыс класс уҡытыусыларының һәм ата-әсәләрҙең дә берҙәм яҡлауын таба.
Башланған эш – бөткән эш тигәндәй, тиҙҙән программа шарттарына ярашлы, мәктәптең тәжрибәле хеҙмәткәре Гөлнара Тойғужина етәкселегендә инициатив төркөм булдырыла, уға педагогтар һәм ауылда йәшәүселәр араһынан ҡуйылған бурысты мотлаҡ үтәргә, үҙ артынан башҡаларҙы эйәртергә һәләтлеләр тәҡдим ителә. Улар проект талаптарын башта үҙҙәре ныҡлап өйрәнә һәм тейешле саралар ойоштора. Әйткәндәй, хәҙерге финанс ауырлыҡтары ваҡытында кәрәкле һәм файҙалы эшкә тотонғандарына бик тиҙ инанған уҡытыусылар ҙа ата-әсәләр араһында әүҙем аңлатыу эше йәйелдерә. Ҡыҫҡаһы, дөйөм маҡсатҡа өлгәшеү өсөн күмәкләп һәм ныҡлап тотоналар. Шуға ла бөгөн улар үҙ мәшәҡәттәренең матур һөҙөмтәһенә лә бергәләп ҡыуана. Ә көлөп торған мәктәбенә ҡарап һоҡланыуын бер ҙә йәшермәгән директор Рудания Борханова бынан ярты йылдан алдараҡ үҙендә тыуған уй-хыялдарының тормошҡа ашыуына икеләтә шатлана. Был уның урындағы башланғыстарҙы яҡлау програм­маһы хаҡында ҡыҫҡа һәм тапҡыр әйтелгән “мөғжизәгә ышандырған проект булды бит” тигән һүҙҙәрендә бик тә асыҡ сағыла.
Нефтекама ҡала округына ҡараған Ташкин ауылы Гәрәй ырыуы башҡорттары менән төҙөлгән килешеү нигеҙендә ата-баба­ларыбыҙҙың аҫаба ерҙәрендә XVIII быуат урталарында барлыҡҡа килгән. Бындағы мәктәп тарихы ла боронғо замандарға барып тоташа: 1895 йылда ауылда беренсе баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе асылған. Белем усағының ике ҡатлы хәҙерге бинаһының йәше лә өс тиҫтәнән ашыуыраҡ. Үҙ эшен яратып баш­ҡарған 22 уҡытыусы бөгөн 250-нән күберәк уҡыусыны белем тауҙарына етәкләй. Ҡарап-хәстәрләп тор­ғанлыҡ­тан мәктәптәге шарттарға һүҙ тейҙерерлек түгел. Тәҙрәләрҙе һәм ишектәрҙе яңыртыу буйынса дөйөм хаҡы 1 миллион 200 мең һумға баһаланған төҙөкләндереү эштәре (һүрәттә) белем усағын заманса итеп үҙгәртеп ебәргән. Һүҙ алып барылған проектҡа ярашлы, барлыҡ сығымдарҙың 140 мең һумының ауыл халҡы һәм бағыу­сылар тарафынан йыйылғанын айырым билдәләргә кәрәк. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау програм­маһы буйынса бында үткәрелгән барлыҡ сараларҙың республика ҡалалары тәҡдим иткән 111 проект араһында рейтинг йәһәтенән 22-се урынды алыуы ла Ташкин ауыл халҡының һәм мәктәп коллек­тивының әүҙемлеге хаҡында һөйләй.
Нефтекама ҡалаһы.


Автор: Ансар НУРЕТДИНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә