Һәр йылдағыса, сентябрь башына матурланған мәктәп быйыл үҙ уҡыусыларын айырыуса йылмайып ҡаршылай. Башҡа төҙөкләндереү, биҙәү хәстәрҙәре менән бер рәттән тәҙрә һәм ишектәрҙе заманса материалдарға алмаштырыу яңы уҡыу йылы алдынан тулыһынса теүәлләнде. Белем усағының тышҡы йөҙөн һиҙелерлек күркәмләндергән һәм йәш быуын өсөн быға тиклем булған шарттарҙы юғарыраҡ кимәлгә күтәргән был эштәр урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса башҡарылды. Үҙ иҫәбенә йылдан-йыл күберәк ыңғай баһа йыйған программаға һәр ерҙә үҙҙәренсә ҡушылалар. Ташкин мәктәбе директоры Рудания Борхановала сарала ҡатнашыу теләге тыуыуға осраҡлы ваҡиға сәбәпсе була тип тә әйтерлек. Нефтекама ҡалаһының ауыл менән күрше булған “Көнсығыш” биҫтәһендә йәшәүселәрҙең мәктәп бүлмәләренең береһендә үткәргән йәнле йыйылышы етәксенең иғтибарын йәлеп итә, һәм ул һөйләшеүҙәрҙе бер килке тыңлап ултыра. Унда һүҙ урындағы башланғыстарҙы яҡлау республика программаһы ярҙамында биҫтәлә балалар өсөн спорт-уйын майҙансығы йыһазлау хаҡында була. Быға бәйле тыуған яңы уй-фекерҙәр Рудания Марат ҡыҙына бер ҙә тынғылыҡ бирмәй, шуға ла тиҙҙән ул йыйылышта ҡатнашҡан депутат Фәһим Низамов менән кәңәшләшергә була. Һайланыуының тәүге көндәренән үк үҙен бар яҡтан әүҙем итеп күрһәткән, округында йәшәүселәр менән даими аралашҡан йәмәғәтсе мәктәп директорының бөтә һорауҙарына яуап биреп кенә ҡалмай, уны күп яҡтан отошло булған проектҡа ҡушылырға ла күндерә. Артабан башланғыс класс уҡытыусыларының һәм ата-әсәләрҙең дә берҙәм яҡлауын таба.
Башланған эш – бөткән эш тигәндәй, тиҙҙән программа шарттарына ярашлы, мәктәптең тәжрибәле хеҙмәткәре Гөлнара Тойғужина етәкселегендә инициатив төркөм булдырыла, уға педагогтар һәм ауылда йәшәүселәр араһынан ҡуйылған бурысты мотлаҡ үтәргә, үҙ артынан башҡаларҙы эйәртергә һәләтлеләр тәҡдим ителә. Улар проект талаптарын башта үҙҙәре ныҡлап өйрәнә һәм тейешле саралар ойоштора. Әйткәндәй, хәҙерге финанс ауырлыҡтары ваҡытында кәрәкле һәм файҙалы эшкә тотонғандарына бик тиҙ инанған уҡытыусылар ҙа ата-әсәләр араһында әүҙем аңлатыу эше йәйелдерә. Ҡыҫҡаһы, дөйөм маҡсатҡа өлгәшеү өсөн күмәкләп һәм ныҡлап тотоналар. Шуға ла бөгөн улар үҙ мәшәҡәттәренең матур һөҙөмтәһенә лә бергәләп ҡыуана. Ә көлөп торған мәктәбенә ҡарап һоҡланыуын бер ҙә йәшермәгән директор Рудания Борханова бынан ярты йылдан алдараҡ үҙендә тыуған уй-хыялдарының тормошҡа ашыуына икеләтә шатлана. Был уның урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы хаҡында ҡыҫҡа һәм тапҡыр әйтелгән “мөғжизәгә ышандырған проект булды бит” тигән һүҙҙәрендә бик тә асыҡ сағыла.
Нефтекама ҡала округына ҡараған Ташкин ауылы Гәрәй ырыуы башҡорттары менән төҙөлгән килешеү нигеҙендә ата-бабаларыбыҙҙың аҫаба ерҙәрендә XVIII быуат урталарында барлыҡҡа килгән. Бындағы мәктәп тарихы ла боронғо замандарға барып тоташа: 1895 йылда ауылда беренсе баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе асылған. Белем усағының ике ҡатлы хәҙерге бинаһының йәше лә өс тиҫтәнән ашыуыраҡ. Үҙ эшен яратып башҡарған 22 уҡытыусы бөгөн 250-нән күберәк уҡыусыны белем тауҙарына етәкләй. Ҡарап-хәстәрләп торғанлыҡтан мәктәптәге шарттарға һүҙ тейҙерерлек түгел. Тәҙрәләрҙе һәм ишектәрҙе яңыртыу буйынса дөйөм хаҡы 1 миллион 200 мең һумға баһаланған төҙөкләндереү эштәре (һүрәттә) белем усағын заманса итеп үҙгәртеп ебәргән. Һүҙ алып барылған проектҡа ярашлы, барлыҡ сығымдарҙың 140 мең һумының ауыл халҡы һәм бағыусылар тарафынан йыйылғанын айырым билдәләргә кәрәк. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса бында үткәрелгән барлыҡ сараларҙың республика ҡалалары тәҡдим иткән 111 проект араһында рейтинг йәһәтенән 22-се урынды алыуы ла Ташкин ауыл халҡының һәм мәктәп коллективының әүҙемлеге хаҡында һөйләй.
Нефтекама ҡалаһы.