Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡыңғыраулы мәктәп юлдары
Ҡыңғыраулы мәктәп юлдарыЙомарт йәйҙең саф һауаһынан, ҡыҙыу ҡояшынан, йылы һыуынан оҙаҡҡа етерлек дәрт-дарман алған балалар “алтын һуҡмаҡ”ҡа ышаныслы баҫа. Алда – яуланыр яңы үрҙәр, күҙҙәрҙә – осҡон, йөрәктәрҙә – ялҡын. Ниәттәрегеҙ изге, хыялдарығыҙ яҡты, аҙымдарығыҙ ныҡ булһын, илебеҙҙең киләсәк быуыны!
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһендә әйткән һүҙҙәренә ҡарағанда, йыл да республика мәғариф системаһына ҙур сумма – 30 миллиард һум аҡса йүнәлтелә. Уларға өр-яңы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөлә, ремонт үткәрелә, компьютер кластары һәм спорт залдары йыһазландырыла, мәктәп автобустары алына, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләнә. Үҙ сиратында, матди базаны нығытыу йәһәтенән әле Башҡортостан алдынғылыҡты бирмәй.
Төҙөлөш тигәндән, беҙҙә быйыл ғына бер нисә белем усағы файҙа­ланыуға тапшырылды. Мәҫәлән, Бөр­йән районы үҙәге Иҫке Собхан­ғолда, Бүздәк районы үҙәге Бүздәктә, Ғафури районы үҙәге Красноусолда, Тәтешле районы үҙәге Үрге Тәтешле ауылдарында, йәнә Благовещен, Дәүләкән, Яңауыл ҡалаларында һәм Өфөлә (өс мәктәп) сафҡа ингән, белем усаҡтары заманса төҙөлгән, балалар­ҙың да, уҡытыусыларҙың да, ата-әсәләрҙең дә шатлығы сикһеҙ.
Мәғариф министрлығының мәғ­лүмәт­тәре буйынса, 2017–2018 уҡыу йылында республикабыҙҙа 465 мең уҡыусы парта артына ултыра, ә I класҡа 52 мең ҡыҙ һәм малай барҙы. Әйткәндәй, ҡыуаныслы яңылыҡ ишеттек: нәҡ бөгөн бер нисә ҡәләм­дәшебеҙҙең балалары ла тәүге тапҡыр мәктәп ишеген асып инде.
Редакциябыҙҙа хәбәрсе булып эшләгән Айһылыу Низамованың ҡыҙы менән һөйләштек. Өфө районының Шамонин ауылы мәктәбендә уҡыясаҡ Камилла Зәйнетдинова бәләкәйҙән һүрәт төшөрөргә әүәҫлеген йәшермәне, шулай уҡ ҡағыҙ һәм туҡымаларҙан төрлө әйберҙәр яһарға ярата икән. Әйткәндәй, Өфө районы хакимиәте ойошторған һүрәттәр конкурсында ул I урынды яулаған. Афарин, Камилла! Киләсәктә ҡыҙҙан яҡшы дизайнер сығырына тамсы ла шикләнмәйбеҙ.
Хеҙмәттәшәбеҙ Миләүшә Сайтако­ваның улы Ансарҙың да хыялдары сикһеҙ.
– Уйынсыҡ машиналарым күп минең, шулар араһында полицейский автомобилдәре – иң яратҡандарым, – тип һөйләй Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Ансар Сайтаков. – Хыялым – полицейский булыу.
– Машиналарыңдың тиҙлегенең юғары булыуына шикләнмәйбеҙ, ә бына ҙурайғас, үҙең нисек йөрөтәсәкһең? – тип һорайбыҙ.
– Өләсәйем йәшәгән Пушкино ауылындағы (Ырымбур өлкәһе) бер боролошҡа светофор ҡуйыр инем, ағайҙар шул тиклем шәп йөрөй, ҡурҡыныс булып китә, – тине ул.
Ансарҙың һабаҡташы, “Ватандаш” журналының бүлек мөхәррире Рәйлә Ғәлиеваның улы Ирхан иһә спорт менән дуҫ. Тхэквондо секцияһында күнекмәләргә теләп йөрөй. Спорт – уның яратҡан темаһы, малай билдәле спортсыларға оҡшарға тырыша, хатта күптәрен һүрәткә ҡарап таный. Хәйер, малайҙар шулай булырға тейештер. Камилла шикелле Ирхан да тәүге еңеүе менән ата-әсәһен ҡыуандырған – Рәсәйҙә Экология йылына бағышлап Өфө ҡалаһы хакимиәте уҙғарған “Молодо – не зелено” ҡала балалар медиа­фестивалендә “Интервью” номина­цияһында уға етеүсе табыл­ма­ған. Бынан тыш, шашка уйынында уны отоусы юҡ, велосипедта йөрөргә ярата, конструктор йыйыу менән мауыға. Еңеүҙәр уны алға әйҙәй.
Тегенсеме, полицейскиймы, спорт­сымы­ – ниндәй генә һөнәр алмаһын­дар, иң мөһиме, һәр береһе һау-сәләмәт үҫеп, күркәм тәрбиә, тәрән белем алһын, илебеҙгә лайыҡлы шәхес булһын!


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә