Йомарт йәйҙең саф һауаһынан, ҡыҙыу ҡояшынан, йылы һыуынан оҙаҡҡа етерлек дәрт-дарман алған балалар “алтын һуҡмаҡ”ҡа ышаныслы баҫа. Алда – яуланыр яңы үрҙәр, күҙҙәрҙә – осҡон, йөрәктәрҙә – ялҡын. Ниәттәрегеҙ изге, хыялдарығыҙ яҡты, аҙымдарығыҙ ныҡ булһын, илебеҙҙең киләсәк быуыны! Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһендә әйткән һүҙҙәренә ҡарағанда, йыл да республика мәғариф системаһына ҙур сумма – 30 миллиард һум аҡса йүнәлтелә. Уларға өр-яңы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөлә, ремонт үткәрелә, компьютер кластары һәм спорт залдары йыһазландырыла, мәктәп автобустары алына, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләнә. Үҙ сиратында, матди базаны нығытыу йәһәтенән әле Башҡортостан алдынғылыҡты бирмәй.
Төҙөлөш тигәндән, беҙҙә быйыл ғына бер нисә белем усағы файҙаланыуға тапшырылды. Мәҫәлән, Бөрйән районы үҙәге Иҫке Собханғолда, Бүздәк районы үҙәге Бүздәктә, Ғафури районы үҙәге Красноусолда, Тәтешле районы үҙәге Үрге Тәтешле ауылдарында, йәнә Благовещен, Дәүләкән, Яңауыл ҡалаларында һәм Өфөлә (өс мәктәп) сафҡа ингән, белем усаҡтары заманса төҙөлгән, балаларҙың да, уҡытыусыларҙың да, ата-әсәләрҙең дә шатлығы сикһеҙ.
Мәғариф министрлығының мәғлүмәттәре буйынса, 2017–2018 уҡыу йылында республикабыҙҙа 465 мең уҡыусы парта артына ултыра, ә I класҡа 52 мең ҡыҙ һәм малай барҙы. Әйткәндәй, ҡыуаныслы яңылыҡ ишеттек: нәҡ бөгөн бер нисә ҡәләмдәшебеҙҙең балалары ла тәүге тапҡыр мәктәп ишеген асып инде.
Редакциябыҙҙа хәбәрсе булып эшләгән Айһылыу Низамованың ҡыҙы менән һөйләштек. Өфө районының Шамонин ауылы мәктәбендә уҡыясаҡ Камилла Зәйнетдинова бәләкәйҙән һүрәт төшөрөргә әүәҫлеген йәшермәне, шулай уҡ ҡағыҙ һәм туҡымаларҙан төрлө әйберҙәр яһарға ярата икән. Әйткәндәй, Өфө районы хакимиәте ойошторған һүрәттәр конкурсында ул I урынды яулаған. Афарин, Камилла! Киләсәктә ҡыҙҙан яҡшы дизайнер сығырына тамсы ла шикләнмәйбеҙ.
Хеҙмәттәшәбеҙ Миләүшә Сайтакованың улы Ансарҙың да хыялдары сикһеҙ.
– Уйынсыҡ машиналарым күп минең, шулар араһында полицейский автомобилдәре – иң яратҡандарым, – тип һөйләй Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Ансар Сайтаков. – Хыялым – полицейский булыу.
– Машиналарыңдың тиҙлегенең юғары булыуына шикләнмәйбеҙ, ә бына ҙурайғас, үҙең нисек йөрөтәсәкһең? – тип һорайбыҙ.
– Өләсәйем йәшәгән Пушкино ауылындағы (Ырымбур өлкәһе) бер боролошҡа светофор ҡуйыр инем, ағайҙар шул тиклем шәп йөрөй, ҡурҡыныс булып китә, – тине ул.
Ансарҙың һабаҡташы, “Ватандаш” журналының бүлек мөхәррире Рәйлә Ғәлиеваның улы Ирхан иһә спорт менән дуҫ. Тхэквондо секцияһында күнекмәләргә теләп йөрөй. Спорт – уның яратҡан темаһы, малай билдәле спортсыларға оҡшарға тырыша, хатта күптәрен һүрәткә ҡарап таный. Хәйер, малайҙар шулай булырға тейештер. Камилла шикелле Ирхан да тәүге еңеүе менән ата-әсәһен ҡыуандырған – Рәсәйҙә Экология йылына бағышлап Өфө ҡалаһы хакимиәте уҙғарған “Молодо – не зелено” ҡала балалар медиафестивалендә “Интервью” номинацияһында уға етеүсе табылмаған. Бынан тыш, шашка уйынында уны отоусы юҡ, велосипедта йөрөргә ярата, конструктор йыйыу менән мауыға. Еңеүҙәр уны алға әйҙәй.
Тегенсеме, полицейскиймы, спортсымы – ниндәй генә һөнәр алмаһындар, иң мөһиме, һәр береһе һау-сәләмәт үҫеп, күркәм тәрбиә, тәрән белем алһын, илебеҙгә лайыҡлы шәхес булһын!