Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Әсә бәхетеБөйөк Ватан һуғышы осорондағы емереклектәрҙе тергеҙеү, илдең сәнәғәтен үҫтереү ҡыҙыу бара. Ҡаҙағстандың Рудный ҡалаһына завод төҙөргә тирә-яҡтан йәштәр ағыла. Өс йыл диңгеҙсе булып, ил алдындағы бурысын үтәгән Бикҡол ауылы егете Рушан Шәһивәлиев шул тарафҡа йүнәлә.


Яңы заводҡа нигеҙ һалалар. Улар араһында Федоровка районының Ҡораласыҡ ауылынан килгән 16 йәшлек кенә Рәмзиә Хәйбуллина ла була. Күгәрсен күҙе сәскәһеләй зәңгәр күҙле, түңәрәк йөҙлө, тилбер, сабыр, аҡыллы ҡыҙ, әлбиттә, ҡарағастай тура һынлы, ҡоңғорт сәсле, үткер ҡарашлы батыр егеткә оҡшай. Бер аҙҙан ике йәш йөрәк мөхәббәтле ғаилә ҡора. Ул саҡтарҙан һуң күп ғүмер үтеп, биш балаға ғүмер биргән әсә балалары, туғандары, ҡоҙа-ҡоҙасалары, хеҙмәттәштәре, ауылдаштары менән бергә үҙенең 80 йәшен билдәләне. Юбилярға арнап әллә күпме йыр йырланды, шиғырҙар яңғыраны, теләктәр әйтелде, стенала тормошонан слайдтар күрһәтелде, ҡосаҡ-ҡосаҡ сәскә гөлләмәләре бүләк ителде.
Моңло тауышлы кейәүе Наил Бадалов ҡәйнәһенә һәм бар әсәләргә бағышлап “Әсәйем, бәғерем” исемле йыр башҡарҙы.
Мең йәшә... Бөйөк әсәләр тураһында әллә күпме баллада, романстар ижад ителгән, картиналар төшөрөлгән, романдар яҙылған, киноэпопеялар тыуҙырылған. Тереклеккә йән өрөүсе әсә – үлемһеҙ төшөнсә. Ун балалы ғаиләлә туғыҙынсы булып тыуған Рәмзиә апай үҙе өсөн өҙөлөп торған ата-әсәһенән бик иртә ҡала. Беренсе класта уҡығанда атаһы, күп тә тормай әсәһе ташлап китә.
Ғаилә ҡарауһыҙ ҡала. Ике ағаһы – һуғышта. Башҡа туғандары ҡайһыһы ҡайҙа үҙ йүнен күрә. Апаһы менән икеһен атҡа ултыртып, ун саҡрым аралығындағы Покровка мордва балалар йортона тапшыралар. Һуғыш, аслыҡ, яланғаслыҡ... Ағай-апайҙары тарафынан һөйөлөп тә, ауылдың бөтмәҫ-төкәнмәҫ йорт эштәренән, һәр төрлө ҡылыҡтарына яуаплылыҡ тойған ҡыҙый үтә лә теремек, ҡыҙыҡһыныусан булып үҫә. Әлегәсә көндәлек эштән мәғәнә табып, яратып башҡарыуы шул ваҡытта уҡ ҡанына һеңгәндер һәм тормошон дөрөҫ юҫыҡта ҡорорға булышлыҡ иткәндер.
Әмәлгә Бөйөк Ватан һуғышынан күкрәгенә орден-миҙалдар тағып, ағайҙары Хәҙиәтулла менән Фәрит әйләнеп ҡайта. Хәҙиәтулла ағаһы Стәрлебаш район комитетында етәксе вазифаһында эшләй. Өс кесе туғанын урындағы балалар йортона урынлаштыра. Рәмзиә биш йыл шунда йәшәй һәм етенсе класты тамамлай. Унан Стәрлетамаҡ һөнәрселек училищеһына уҡырға ебәрәләр. Унда химик аппаратсы һөнәрен үҙләштерә. Сода заводында ике йыл эшләгәс, Силәбе ҡалаһына “Маяҡ” атом заводына йүнәлтмә буйынса юллана. Бер йылдан йәнтөйәгенә ҡайта. Зиһенле, яҡтылыҡҡа ынтылған үҫмер ҡыҙ тыуған ауылы мәктәбендә унынсы класты тамамлай. Әммә яҙмыш еле уны Әбйәлилгә илтә. Ә Белорет ҡалаһында педагогия училищеһы асылғас, зирәк йәш киленгә уҡыу йортонда ситтән тороп уҡырға мөмкинлек тыуа. Рус теленән диктанттарҙы тик “бишле” билдәләренә яҙып, дүрт йыллыҡ уҡыу миҙгелен өс йылда тамамлап, башланғыс кластар уҡытыусыһы дипломын ала. Ауылда урын юҡ. Күрше ауыл мәктәбенә ике йыл йәйәүләп йөрөп, Теләш ауылы балаларына белем бирә. Артабан 20 йыл Бикҡолда эшләй.
Совет осоро уҡытыусыһы агитатор, бөтә төр байрамдарҙы концерт, башҡа мәҙәни саралар менән йәмләүсе, тирә-яҡты йәшелләндереүсе, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһын етәкләүсе һәм башҡа төр йөкләмәләрҙе үтәүсе лә ине. Шулай уҡ ҡоштарҙы ҡаршылап, сыйырсыҡ оялары яһау, тәбиғәткә экскурсияларға сығыу, мәктәп яны биләмәһен сәскәгә күмеү, обелисктарҙы тәрбиәләү, тимурсылар командаһы менән ололарға ярҙамға йөрөү, һәр төрлө слеттар үткәреү кеүек тәрбиәүи эштәр ҙә белем биреүсенең иңендә ята. Бәләкәй комплектлы мәктәптә бер юлы ике, ҡайһы йылдарҙа өс класты бергә уҡытырға тура килә. Бындай мәктәптә эшләгәндәргә яуаплылыҡ ике-өс тапҡырға арта. Балаларҙың психологик үҙенсәлектәрен яҡшы белгән, педагогиканың дидактик принциптарына таянып, өлгөлө алымдар ҡулланып, белемен даими камиллаштырған ижади ҡарашлы талапсан уҡытыусы уҡыусыларына төплө белем биреүгә өлгәшә һәм район кимәлендә Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә.
Эшләгән йылдарын уҡытыусы: “Беҙҙең мәктәп районда алдынғылар рәтендә булды. Бихисап уҡыусыларым юғары уҡыу йорттарын тамамланы, миңә рәхмәт хаттары яҙҙылар, әле булһа төрлө кисәләргә, осрашыуҙарға саҡыралар”, – тип айырыуса ғорурлыҡ менән иҫенә төшөрә.
Ғаиләңдең дә усағын һүндермәҫкә тырышырға кәрәк. Ауылда балалар баҡсаһы юҡ. Сабыйҙары артынан мәктәпкә эйәреп йөрөп, биш йәшендә үк уҡырға өйрәнә. Әсә кеше белем биреү менән бер рәттән тәрбиәгә ныҡ иғтибар итә.
Бухгалтер, урмансы булып эшләгән атайҙарының ғаиләлә абруйы ҙур. Биш балаһына берҙәй матур тәрбиә биреү өсөн ғаилә башлығы бар көсөн һала. Баҡсала – умарталар. Ниндәй генә сәскәләр үҫмәй! Был гүзәл ҡатын-ҡыҙ әсәнең нәфислекте яратыуын, матур күңел торошон билдәләй. Яҙын тәҙрә төптәрен помидор үҫентеләре тултыра, йәйен түтәлдәрҙә ҡыярҙар тәгәрәшә. Уңған хужабикә баҡсалағы емештәрҙән тыш ҡышҡылыҡҡа ташҡабаҡтан да ҡайнатмалар ҡайната. Ҡапҡа эсе ҡош-ҡорт, мал-тыуар менән тулы.
Остазыма кәңәш һорап барған мәлдәрҙә ғилми-педагогик һәм методик журналдарҙың күплегенә хайран ҡала инем. Бүлмәнең уртаһында оҙон ағас өҫтәл. Уның тирәләй ултырып, балалары тырышып-тырмашып дәрес әҙерләй. Әсә балаларын белем донъяһына ылыҡтырыу менән рәттән, бер-береһенең мәнфәғәтен ҡайғыртырға, туғаныңды ҡыуандырырға, ҡурсаларға өйрәтә, бер һүҙ менән әйткәндә, яҡты тормошҡа әҙерләй.
Ғаиләһендәге һәр баланың мөмкинлегенә ҡарап, һөнәр бирергә тырыша. Баш балаһы – Резедаһы Өфө дәүләт нефть институтын, Мәскәү дәүләт институтының иҡтисад факультетын тамамлап, баш ҡалала нефть фәнни-эҙләнеү институтында өлкән лаборант булып эшләп, әле хаҡлы ялда. Илнур исемле улы ла әсәһенә оҡшап, ғилем үрҙәренә ынтылып, ике институт бөтөрөп, уңышлы хеҙмәт итә. Икенсе ҡыҙы Гөлшаты – хәҙерге замандың уңышлы эшҡыуары. Республикабыҙҙа “Башҡорт ҡатыны – милләт әсәһе” бәйгеһендә “Ҡатын-ҡыҙ – бизнес-леди” номинация­һында еңеү яуланы, үҙ районында “Сәләмәт ауыл-2016” конкурсы йомғаҡтары буйынса сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса иң яҡшы практика” номинацияһында ул етәкләгән биләмә еңеүсе тип табылды. Әллә нисә тапҡыр ауыл советына депутат, һайлаусылары Ташбулат ауылы биләмәһе башлығы итеп уға ышаныс күрһәтте. Ҡыҙы Юлиә, Өфө дәүләт юридик институтын тамамлап, әсәһенең бизнес селтәрен киңәйтеү менән мәшғүл. Улы Илгиз Башҡорт дәүләт универси­тетының иҡтисад факультетында белем ала.
Рәмзиә апайҙың өсөнсө ҡыҙы әсәһе һөнәрен һайлаған. Люциә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлай һәм үҙ районының Михайловка мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Мәктәптең методик берекмәһен етәкләй. Береһенән-береһе матур өс ҡыҙға ғүмер биргән.
Рәмзиә апайҙың ил һаҡсылары – ике улы ла бар. Илһөйәр малайҙары Чечен Республикаһында тәртип урынлаштырыуҙа ҡатнаша. Вәхиттең малайы Денис, мәктәп эскәмйәһендә үк көрәшеп, йылҡы малы менән бүләкләнә. Хәҙер ҙә көрәшселектә алдынғылыҡты бирмәй. Һеңлеһе Әлиә менән Башҡорт дәүләт университетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте, журналистика факультетын тамамлаған. Рәмзиә апай кесе улы Мира, килене Гүзәл менән төп йортта оло хөрмәттә йәшәй. Юридик һөнәр үҙләштергән кинйәһе – донъя тотҡаһы. Ата-олатаһының нигеҙен ташламай, уның ҡотон һаҡлап йәшәгән ир уҙаманына афарин тиеүҙән башҡа ни әйтерһең! Хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләп, майор дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыҡҡан. Өс бала үҫтерә. Бәхетле өләсәй ейән-ейәнсәрҙәре йылылығын тойоп, уларҙа уҡыу мәҙәниәтен тәрбиәләргә тырышып, китаптар донъяһына ылыҡтыра, матбуғаттың айырылғыһыҙ дуҫы.
Ҡунаҡтар араһында уның ҡәҙерлеләре – йөрәген ярып сыҡҡан ғәзиз балалары. Янында тормош юлдашы Рушаны, бер улы юҡ. Тормош аяуһыҙ. Үҙенең әҙәмдәренә һәр төрлө һынау-кәртәләрен ҡороп ҡына тора. Уларһыҙ күңел китек. Әммә тормош дауам итә. Юғалтыу ғазабын кисереү күңеленә ауыр яра һалһа ла, әсә йөрәге таш булып ҡатмай, яҡты киләсәккә ышанып, яҡындарына наҙлы хистәр, тормошҡа һөйөү менән баға.
Балалары күңеленә тормошта нисек аяҡта ныҡ баҫып торорға, хәләлде хәрәмдән айырырға, эштән оялмаҫҡа, үҙең тапҡан мал күпкә ҡәҙерлерәк булыуына инандырыу, үҙ һүҙеңдә тора белергә, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға көс табыу кеүек күркәм сифаттарҙы сәсә һәм олоғайған көнөндә уларҙы ура ла инде. Ысынлап та, ул-ҡыҙҙары берҙәм, бер йоҙроҡҡа төйнәлеп йәшәй. Гөлшаты тыуған ауылы уртаһында ата-олатаһы рухына “Рушан-Шаһимөхәмәт” мәсетен төҙөй. Аллаһ йортонда ауылдаштары рухына изге ғәмәлдәр ҡылына, дини йолалар үткәрелә. Аҙан тауыштары яңғырай, балалар ҙа күпләп килә. Бөтә был изге эштәрҙе, ауылға йән өргән мәсетте төҙөүсенең әсәһе башлап йөрөй. Барыһын да Хаҡ Тәғәлә юлынан йөрөргә, боҙоҡлоҡтан йыраҡ торорға, иманлы булырға өндәй. Кеше иманлы булыуы менән көслө, тиҙәр бит. Ниндәй хаҡ һүҙҙәр! Дин юлына баҫҡандар күбәйҙе.
Баланың уңыштары, бала шатлығы- әсә шатлығы. “Уҡығыҙ, намыҫ менән йәшәгеҙ. Күңел сафлығығыҙҙы, бәҫегеҙҙе белегеҙ, үҙегеҙ өсөн генә йәшәмәгеҙ, халҡығыҙҙы ла ҡайғыртығыҙ, ауылығыҙҙы йәмләгеҙ, үҙ көсөгөҙгә таянығыҙ, үҙегеҙ ҡорған бәхетегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ”, – тип өйрәткән кәңәштәре тормошҡа ашты. Һәр береһенең ҡорған ғаиләһе, үҙ ҡулы, көсө менән төҙөгән йорто бар.
Бер-береңде уҙҙырып, яҡшыраҡ булырға тырышыу, йәғни сәмселлектең дә тәрбиәүи сара булыуына күп балалы ғаиләлә үҫкәндәр аңлай. Хыялды алға этәреүсе тәгәрмәсте этәрә торған сара икән ул сәмселлек. Бикҡол ауылында Рәмзиә менән Рушан ағайҙың балалары республикабыҙҙың төрлө төбәгендә бер-береһен уҙҙырып, дәртләнеп, сәмләнеп, күптәргә өлгө булып йәшәй.
Етмеш йәште уҙғас, бөйөк рус яҙыусыһы Л. Толстой: “Минең ғүмерем ике өлөштән торҙо: тәүгеһендә – бала сағым, артабан бала сағымды иҫләп үтте”, – тигән. Бала сағың нисек кенә ауыр булмаһын, йәнтөйәк үҙенә тарта. Яландары, туғайҙары, Ашҡаҙар йылға­һына ҡойған бәләкәй инеш йылғаһы, ауылдаштарың – барыһы һинеке, һин табынған, төштәреңдә күргән, һағын­дырған Ҡораласыҡ ауылың, ата-бабаларыңдың нигеҙ таштары үҙенә саҡыра.
Тәү башлап тәпәй баҫҡан изге ереңә аяҡтарың үҙенән-үҙе йүгерә. Ул нигеҙҙә тыуған ун баланан хәҙер икәүһе генә иҫән. Салауат ҡалаһында Нәғимә апаһы бер быуаттан ашыу ғүмер кисерә. Тыуған йортонда Зифа еңгәһе һәр йылды уны һағынып көтә. Ҡораласыҡ ауылы һауа­һын күкрәгеңә тултырып һулаһаң да, тәбиғәтенә күҙ йөрөтһәң дә, донъяң түңәрәкләнә. Йәнтөйәге зыялыларға, билдәле шәхестрәгә бай. Данлыҡлы ауыл­даштары, класташтары менән сикһеҙ ғорурланып йәшәй Рәмзиә апай, уларҙы теленән төшөрмәй. Үҙе уҡып сыҡҡан мәктәбенә һуңғы ҡыңғырауға, класташтар осрашыуына саҡыралар. – Мәктәбемдә шундай һәйбәт уҡы­тыусылар белем бирә. Уның стенаһында зат-ырыуымды барлап, ике шәжәрә ағасы ла төҙөгәндәр, – тип ҡыуанып һөйләй ул.
Һикһән йәшен тултырған яғымлы, йөҙөнән йылмайыу китмәгән аҡыллы ағинәй Бикҡол ауылында йәш-елкенсәккә, килен-ҡәйнәләргә кәңәшен йәлләмәҫ, ҡатмарлы тормошта дөрөҫ йүнәлеш бирер, төрлө күңелһеҙлектәрҙән аралар. Һәр атҡан таңға ҡыуанып, ил именлеген теләп, фани донъяға сикһеҙ ҡыуанып йәшәй. Утыҙ йыл педагогик хеҙмәт стажы менән хаҡлы ялға сыҡҡан, “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән әсә хаҡлы рәүештә Әбйәлил районының энциклопедияһында урын алған. Күп ауырлыҡтар кисерһә лә, тормоштоң тик яҡшы яҡтарын ғына күреп, яҡтылыҡҡа, матурлыҡҡа ынтылып йәшәгән уңған хужабикә тураһында, әлбиттә, сәғәттәр буйы һөйләргә мөмкин. Хәҙерге заманды яратмай, кемдер “йәшәү ғазап” ти икән, оло быуын вәкиле Рәмзиә апай ғүмерҙе мауыҡтырғыс, иҫ киткес матур төҫтәрҙә күрә.
– Сабыр булығыҙ, ашыҡмағыҙ. Сабырлыҡтың төбө – һары алтын, – мөғәллимә-тәрбиәсенең яратҡан әйтеме.
Ғүмер юлын сабырлыҡ, уңғанлыҡ, күндәмлек менән үткән ил инәһенә ни әйтерһең? Йәштәрсә тура баҫып атлап йөрөгән, йөҙөнән йылы нур һирпелгән Рәмзиә Хәйретдин ҡыҙы килен булып төшкән ерендә таштай батып, тамыр йәйеп, баҡсаһында тармаҡланып үҫкән алмағастай, олондарына сәскәләнергә ҡөҙрәт һәм һут өҫтәп йәшәй.

Әбйәлил районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 709

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 835

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 778

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 487

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 122

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 809

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 055

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 184

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 792

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 835

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 629

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 885