Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Баланы рәнйеткән кеше уҡытыусы була аламы?
Бер танышым 70-се йылдарҙа өлкән йәштәге уҡытыусының дәрестәге тотошон аптырап та, ғибрәт итеп тә һөйләгәйне. Уҡыусы тыңламай һөйләшеп ултырһа йә өйгә эшен әҙерләмәй килеп, яуап бирмәһә, уға аҡбур, китап осҡан, указка эләккән, дәфтәре йыртып ырғытылған. Шундай әҙәпһеҙ ҡыланышы менән ул балаларҙың ҡотон алған. Уҡыусы үҙе лә, ата-әсәһе лә балаһының хоҡуҡтарын белмәне, яҡлай ҙа алманы.
Бөгөн — ХХI быуат, хәл үҙгәрҙе, һәр кем тиерлек үҙ хоҡуғын белә. Балаға ҡарата физик көс ҡулланылһа, ғәйепле кеше — ата-әсәме, туғанымы, тәрбиәсеме, уҡытыусымы — закон тарафынан яуапҡа тарттырыла. Шуға ҡарамаҫтан, үҙҙәренең насар ҡылыҡтары менән иң кешелекле һөнәргә тап төшөрөүселәр әле булһа осрай. Беҙгә Салауат ҡалаһының 14-се урта мәктәбендә булған хәлде тикшерергә тура килде.
“2011 йылдың 20 декабрендә бишенсе дәрестән һуң минең яныма уҡыусыларым йүгереп килде һәм, бер-береһен бүлә-бүлә, үҙҙәре күргән күңелһеҙ хәлде һөйләне. Дәрескә ингәс, география уҡытыусыһы Лүзиә Фәнүз ҡыҙы Солтанова (исем-шәрифе үҙгәртеп алынды. — Авт.) Эдик Кашаповҡа иҙәндәге сүпте йыйырға ҡушҡан. “Мин ҡыйламаным”, — тип ул тыңламаған (быға тиклем уҡыған класс сүпләгән булған). Шунан һуң уҡытыусы, Эдиктың бер ҡолағынан тотоп, уң ҡулының терһәгенән өҫтәрәк ныҡ ҡына семтегән дә кабинеттағы сүпте йыйырға мәжбүр иткән, — тип яҙған хатында VI класс етәксеһе Ольга Сапожникова. — Артабан мин был хәлде мәктәп хакимиәтенә еткерҙем. Ошо ваҡиға айҡанлы төҙөлгән комиссия, хәлде тикшереп, Л. Солтанованың быға тиклем дә балалар менән насар мөғәмәлә итеүен асыҡлап, уны эшенән бушатыуҙы һораны. Мәктәп директорының бойороғо (2012 йылдың 10 ғинуары) менән Л. Солтанова эшенән алынды. Ләкин ул үҙенең ғәйебен танырға теләмәй, ундай хәл булманы тип бара, фактты боҙоп һөйләй. Киреһенсә, беҙҙе һәм директорҙы дөрөҫ ҡарар сығармауҙа ғәйепләй.
“Башҡортостан” гәзитенең борсоулы хаттарҙы ғәҙел тикшергәнен беләбеҙ. Мәктәбебеҙҙең һәм VI класс етәксеһенең намыҫлы исемен яҡларға ярҙам итерһегеҙ тип ышанабыҙ”.
Мәктәп директоры Раил Муллашев өҫтәл тартмаһынан папка сығарып һалды:
— Күрәһегеҙме, ниндәй ҡалынлыҡта. Бик һирәк осраған күренештер был. Ҡайһы директорҙан һораһағыҙ ҙа, бер уҡытыусының да тупаҫ тәртибе буйынса ошондай ҙур папка булмаҫ. Л. Солтанованың уҡыусыларға ҡарата ҡаты бәғерлелеге күптән билдәле. Мәктәптең элекке етәксеһе хаҡлы ялға киткән сағында, миңә вазифаһын тапшырып, Л. Солтанова — ауыр холоҡло кеше, уның менән ҡағыҙһыҙ эшләмәгеҙ, тип иҫкәрткәйне. Әйткәндәре дөрөҫкә сыҡты. Йыл үтеп тә өлгөрмәне, ул уҡыусылар менән низағҡа инде...
Раил Наил улының Лүзиә Солтановаға биргән баһаламаһы хайран ҡалдырҙы. Мәҫәлән, 2003 йылда ул IX класс уҡыусыһына һуҡҡан. Үҫмер ошо хәл тураһында директорға ғариза яҙғас, Л. Солтанова, уҡыусыларҙың өйҙәренә йөрөп, ата-әсәләрҙе үҙен ғәйепле түгел, тип ышандырырға тырышҡан. Шунан эштән китеү шарты менән бер йылға уҡытырға ҡалдырыуҙы һораған. Әммә, егет мәктәпте тамамлағас, Лүзиә Солтанова йәнә эшенә килә.
Уның ҡыҙыу холоҡло икәнен белгән уҡытыусылар, моғайын, һабаҡ алғандыр инде, хәҙер үҙен тыныс тотор, тип уйлаған. Ләкин яңылышҡандар. Солтанова тейешле һығымта яһамаған. Һаман да уҡыусылар, уҡытыусылар менән араһын боҙған, мөнәсәбәттәрҙе ҡырҡыулаштырыу өсөн сәбәбен дә табып ҡына торған.
2005 йылда география уҡытыусыһының балаларға ҡул күтәреүе, һүгенеүе тураһында һигеҙенселәр ялыу яҙған.
— Шундай хәлдәрҙән һуң да Лүзиә Солтанова мәктәптә эшләүен дауам иткән. Уның тәртибен тикшереп, бер ниндәй ҙә ҡарар сығарманығыҙмы ни? — тип һорайым директорҙан.
— Әлбиттә, һәр ялыуҙы, ғаризаны иғтибарһыҙ ҡалдырманыҡ. Тәүҙә ҡаты бәрелмәнек, иҫкәртеү, телдән шелтә яһау менән сикләндек. Аңлар, үҙгәрер, тип уйланыҡ, башҡаса улай итмәм, тип вәғәҙә лә бирҙе. Бынан тыш, уҡыусыларҙың, ата-әсәләрҙең һорауы буйынса ғына минең уҡытыусыны алмаштырырға хоҡуғым юҡ. Эштән бушатыу өсөн ныҡлы нигеҙ, сәбәп булырға тейеш, — тине Раил Наил улы.
Күреүебеҙсә, мәктәп хакимиәте Л. Солтановаға үтә ҡаты бәрелмәгән, нисек тә уның менән яҡшы мөғәмәлә урынлаштырырға тырышҡан, йомшаҡлыҡ, изге күңеллелек күрһәткән тип әйтһәк тә, арттырыу булмаҫ.
Үҙгәргән тип уйлайһығыҙмы Л. Солтанова? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ. 2010 йыл. Үҙ-ара яғалашып киткән X класс егеттәрен аралағанда, берәүһенең сәсенән ныҡ итеп тартҡан — уның ата-әсәһенең ғаризаһы бар. Һуғышҡан уҡыусылар менән булған әлеге хәлде ҙурға ебәрмәгәндәр.
Төрлөсә холҡон күрһәтә география уҡытыусыһы. “Тешләшкән” уҡыусыға ҡанығып, йыллыҡҡа “2”ле билдәһе сығарған, һәм үҫмер БДИ-ға индерелмәгәс, аттестат ала алмаған. 2011 йылдың ғинуарында Л. Солтанова үҙ белдеге менән дәрестәрен күсерә йә мәктәптән ситтә дәрес үткәрә. Бының өсөн уға шелтә бирелгән. Шуны билдәләне Раил Муллашев: етәкселек яғынан берәй шелтә алһа, Л. Солтанова уның ҡоһорон уҡыусыларға төшөргән икән.
2011 йылдың 20 декабрендә булған хәл уның самаһыҙ тәртибенә сик ҡуя. Был ваҡиғаны тикшергән комиссия уҡытыусының уҡыусыға ҡарата физик көс ҡулланыуын, әхлаҡи йәһәттән йәберләүен раҫлай.
— Әммә Солтанова ғәйебен танырға теләмәне, малайҙың опекун олатаһынан ғәфү үтенмәне. Һәр нәмәлә сик булырға тейеш бит. Алдағы тәртибен, комиссияның ҡарарын иҫәпкә алып, физик көс ҡулланғаны өсөн Хеҙмәт кодексының 336-сы статьяһы буйынса Лүзиә Солтанованы эштән бушатыу тураһында бойороҡ яҙырға мәжбүр булдым, — тине мәктәп директоры.
Әлбиттә, бындай ҡарар сығарыуы еңел булмаған уға. Л. Солтанова, бәлки, хатаһын аңлап, ғәйебен таныр, ғәфү үтенер, тип көткәндәр тәүҙә. Ләкин уҡытыусы, элеккесә, өйҙәр буйлап йөрөгән, ата-әсәләрҙән рөхсәт алмайынса, бер нисә уҡыусыны ҡурҡытып, ундай хәл булманы тип аңлатма яҙҙырған. Хатта Э. Кашаповтың олатаһының фатирына барып, “Миңә 25 йыл стаж өсөн күп ҡалманы” тигән һылтау менән, унан баш тартыу ҡағыҙы ла алған. Һуңынан, хәлдең нисек булғанын белгәс, Р. Кашапов Л. Солтанованы эштән бушатыуҙы һорап ғариза яҙған.
— Лүзиә Фәнүз ҡыҙының ҡылығын аңлай алмайым. Ниндәй балалар менән эшләгәнебеҙҙе белде, алтынсылар — коррекция класы, — тип һүҙгә ҡушылды VI класс етәксеһе Ольга Сапожникова. — Бындай уҡыусылар һиҙгер, тиҙ рәнйеүсән, айырым иғтибар талап итә. Етмәһә, 20 декабрҙә Эдиктың тыуған көнө булған. Малай һабаҡташтарын торт менән һыйларға уйлаған. Ә уҡытыусы уны-быны уйламай, баланы рәнйетә, байрам кәйефен боҙа. Алтынсылар Лүзиә Фәнүз ҡыҙының насар холҡо тураһында әйтә торғайны: дәрестә һүгенгәнен, йә туҙға яҙмаған хәбәр һөйләгәнен. Быларға әллә ни иғтибар бирмәй торғайным, сөнки уның менән аңлашыуы, һөйләшеүе еңел түгел, икәүҙән-икәү булғанда ул һиңә әллә ниндәй тупаҫ һүҙ әйтеүе ихтимал. Әммә Эдик Кашапов менән булған хәлде етәкселеккә еткермәйенсә булдыра алманым. Мин бер үк мәлдә социаль педагог вазифаһын да башҡарам, балаларҙы яҡлау ҙа — минең бурыс. Әгәр иғтибар бирмәһәк, ул язаһыҙ ҡалыр һәм, кем белә, берәйһен имгәтер ҙә ине.
Артабан тағы бер нисә уҡытыусы, психолог менән осраштым. Һәр һөйләшеү Л. Солтанованың кире һыҙаттарын ғына асты. Күрәһең, ул үҙенең тәртибе, холҡо менән күбеһенең үҙәгенә үткән. Директор Л. Солтанованың айырыуса уҡытыусыларҙың балаларына ҡанығыуын әйткәйне. Ысынлап та шулай булған.
Башланғыс кластар уҡытыусыһы Диана Байбакованы тыңлайыҡ:
— Лүзиә Фәнүз ҡыҙын күптән беләм. 4-се мәктәптә уҡытты ул мине. География буйынса олимпиадала беренсе урын алдым. Дәресен дә, үҙен дә ихтирам итә инем. Ул ваҡытта берәү менән дә былай даулашып йөрөмәй торғайны, һәр хәлдә кемгәлер ҡул күтәреүе йә башҡа насар ҡыланышы тураһында ишетелмәне. Ә был мәктәптә бергә уҡыта башлағас, ул үҙен кире яҡтан асып һалды.
Барыһы ла ҡыҙым V класҡа уҡырға барғас башланды: уның йә географиянан дәфтәре, йә контур картаһы юғала, йә өйгә эшенә “2”ле ҡуйып ҡайтара. Үҙем ярҙам иткәс, беләм бит инде ундай баһа ҡуйылырға тейеш түгеллеген. Уҡытыусынан ни өсөн “2” тип аңлатыуҙы һораһам, йәнәһе, ҡыҙым дәрестә тыңламай ултыра, ҡаршы әйтешә. Әллә тура һүҙлелегемде яратманы, әллә сығырымдан-сығарырға иттеме, ҡыҙың дәрес үткәрергә ҡамасаулай, төшөп тынысландырығыҙ, тип дәресемде лә бүлә торғайны. Түҙер әмәл ҡалмағас, география дәресе барышын һиҙҙермәй генә видеоға төшөрөргә булдыҡ. Шунан һуң ғына ҡыҙыма бәйләнмәй башланы.
Фәрзәнә Сиражева, башҡорт, немец телдәре уҡытыусыһы:
— Был мәктәптә 1998 йылдан эшләйем. Ошо ваҡыт эсендә Л. Солтанова һәр ваҡыт кем менәндер низағҡа инде. XI кластың етәксеһе булдым. География уҡытыусыһының ҡылығы аптырата торғайны: сирек буйы журналда билдәләр булмай ҙа, сирек аҙағына “2”, “3”тәр хасил була. Уға әйтеүҙән һис фәтүә юҡ. Бер уҡыусы менән бәхәсле хәл килеп тыуғас, уның белемен комиссия ҡатнашлығында тикшерҙек. Егет бирелгән эштәрҙе дөрөҫ эшләгәс, “уны һеҙ әҙерләгәнһегеҙ”, тип ҡағыҙҙы йыртып ташлап, бүлмәнән сығып китте. Солтанова берәү менән дә килешеп эшләмәне. Һәр ваҡыт кабинетында бикләнеп ултырыр булды.
Эвелина Ғүмәрова, инглиз теле уҡытыусыһы:
— Минең бүлмәм юҡ. Шуға күрә география кабинетында дәрес үткәрергә тәҡдим иткәйнеләр. Лүзиә Фәнүз ҡыҙының сәйер кеше икәнлегенә иғтибар иттем: кабинетына иҫке-моҫҡоно йыя ине. Бер ваҡыт кемдер ташлаған сәғәтте килтереп, кластың бер мөйөшөнә элеп ҡуйҙы. Бүлмәнән сыҡһын тигән уй менән эшләгәндер инде, шул сәғәтте урлауҙа ғәйепләне мине. Хатта эт менән милиция саҡыртты, һорау алдылар.
Күрәһең, директорҙың Л. Солтанованың ҡайһы бер ҡыланыштарын аңлатып та булмай тип әйтеүе дөрөҫтөр.
Мәктәптең психологы Светлана Антонова былай тине:
— Ысынлап та, уҡыусылар Лүзиә Фәнүз ҡыҙының үҙ-үҙен тотошона йыш зарланды. Хатта бер мәл XI кластар уның дәресенә инеүҙән баш тартты. Уҡыусылар, класс етәкселәре яғынан ялыуҙар йышайғас, дәресенә инеп ултырҙым. Мин булғанда, Л. Солтанова үҙен әҙәпле тотто, ипле мөғәмәлә итте.
— Светлана Алексеевна, психолог булараҡ, һеҙ уның ҡылыҡтарына ниндәй аңлатма бирәһегеҙ?
— Ул сәйер, йәшерен кеше. Башҡалар менән ауыр һөйләште, бик аралашып барманы. Аңлашыр урынға һөйләшеүҙе икенсе темаға борор ине. Л. Солтанова киткәс, тыныс булып ҡалды.
Рәмилә Зәйнуллина, директорҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары:
— Мин ул көндә мәктәптә дежур инем. Алтынсы дәрес ваҡытында миңә VI класс етәксеһе Ольга Марс ҡыҙы мөрәжәғәт итте, янында Эдик Кашапов бар ине, малай илаған. Нимә булды, тип һорайым. Уҡытыусы хәлде аңлатҡас, директорға индек. Артабан ике урынбаҫар, профком рәйесе, психолог, социаль педагогтан торған комиссия төҙөлдө. Мәсьәләне өйрәндек. Уҡытыусы ысынлап та уҡыусыға ҡарата физик көс ҡулланған. Бындай тәртибенән һуң беҙ Г. Солтанованы мәктәптә ҡалдыра алманыҡ.
— Лүзиә Фәнүз ҡыҙы ҡыланышы менән һәр саҡ аптырата торғайны. Бер ваҡыт, директор ялда саҡта, кемгәлер асыу тотоп, педсовет ултырышына диктофон алып килде. Күреп ҡалып, йә диктофоныңды алып ҡуяһың, йә бүлмәнән сығаһың, тинек. Ул ишекте шартлатып ябып сығып китте һәм башҡа ултырыштарға йөрөмәне. Иҫкәртеп тә, аңлатып та ҡараныҡ, әммә холҡо үҙгәрмәне, — тине әңгәмәгә ҡушылған профком рәйесе Вера Бикмәтова. — Ул тиктомалдан ғына ғауға сығара торғайны.
Мәктәптә туғыҙ коррекция класы бар, шул иҫәптән VI “Б” класы. Л. Солтановаға аҡыл менән эш итергә кәрәк ине. Тәртибе бер ниндәй әхлаҡ ҡағиҙәләренә һыймай. Хәйер, ғауғасыл икәнен күптән күрһәткәйне инде. Һуңғы ҡылығы менән үҙе тураһындағы кире фекерҙе тамам нығытты.
— Лүзиә Фәнүз ҡыҙына үҙ эшенә мөнәсәбәте буйынса ла дәғүәләр булды. Дәрестәргә төплө әҙерләнмәне, календарь планын бер нисә мәртәбә кире ҡайтарырға тура килде. География буйынса мониторинг үткәрергә ҡушылғайны, быны ла эшләмәне. Ғөмүмән, уның өсөн кәрәкле документтарҙы башҡалар еренә еткереп ҡуя торғайны.
Л. Солтанова өсөн һәйбәт шарттар булдырҙыҡ: компьютер, Интернет һ.б., әммә яҡшылыҡты аңламаны, белемен камиллаштырманы. Шул арҡала аттестация ла үтә алманы.
Үҙенең етешһеҙлеген, хаталарын танымайынса беҙҙе ғәйепләүе менән һис килешә алмайым.
Элек бергә эшләгән хеҙмәттәштәренең Л. Солтанова тураһындағы фекере ошолар. Күреүебеҙсә, ул коллегаларында ыңғай тәьҫорат ҡалдырмаған.
Солтанованы күрмәй китеү килешмәҫ ине. Барайыҡ, уны ла тыңлайыҡ, тигән уй менән фатирына юлландыҡ. Күпме генә шаҡыһаҡ та, ишек асыусы булманы. Шул саҡ юлдашым Рәмилә Мәрүән ҡыҙы ишек тотҡаһын тартҡан ыңғайға ул асылып китте.
— Бәй, асыҡ бит.
— Ишек төбөндә аяҡ кейемдәре лә күренә.
— Тимәк, өйҙә кемдер бар.
Әммә сит фатирға инергә баҙнат итмәнек, сөнки ниндәй хәл булмаҫҡа мөмкин.
Участковыйҙы саҡырттыҡ. 20-25 минуттан ғына ике полиция хеҙмәткәре килде, ләкин был ваҡытҡа ишекте кемдер эстән бикләп өлгөргәйне инде. Участковый ҙа астыра алманы.
Уҡытыусыны беҙ аң-белем биреүсе, бала күңеленә сағыу нур һыҙыусы, киләсәккә аҡ юл күрһәтеүсе илаһи зат тип ҡабул итәбеҙ. Тик ҡайһы берәүҙәрҙең үҙҙәренең йәмһеҙ ҡыланышы менән ошо бөйөк исемдең бәҫен ебәреүе ниндәй ҡыҙғаныс!
Ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Фруза Хәбибуллина:
— Л. Солтанова миндә булып китте. Үҙе менән булған хәлде инҡар итә, ғәйебен танырға теләмәй, киреһенсә, мәктәп хакимиәтен судҡа биреү менән янаны. Мин Солтанованың ҡылығын аҡламайым. Шәхси тормошоңда, коллегаларың менән мөнәсәбәттә ниндәй генә хәл килеп тыумаһын, һин уҡыусыларға асыу төшөрөргә тейеш түгелһең. Ғаиләләге проблемаңды эшкә алып килергә ярамай. Был осраҡта мәктәп етәкселеге дөрөҫ ҡарар ҡабул итте. Уҡытыусының тәртибе буйынса “тарих” яҙырлыҡ папка йыйылған. Коллектив быға тиклем өйҙән сүп сығармаған, мәрхәмәтлек күрһәтеп, мәсьәләне үҙҙәре хәл итергә тырышҡан. Факттар етерлек, икенсе берәй мәктәп булһа, ата-әсәләрҙе күтәреп, бындай уҡытыусыны күптән эштән сығарыр ине.
Ата-әсәһеҙ үҫкән балаға айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк. Л. Солтанова малайҙың күңеленә ғүмерлек яра һалған. Асылып китерме ул берәй? Һөйөү, айырыуса иғтибар талап ителә ундайҙарға! Ә уҡытыусы уйламай эшләгән ҡылығы менән баланы рәнйеткән. Ундай кешенең уҡытыусы булырға хаҡы бармы?
Фаил ҠЫЛЫСБАЕВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 104

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 459

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 993

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 902

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 662

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 249

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 568

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 527