Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бөтмәй торған мираҫ – күркәм тәрбиә
Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ойошторолған Мәғариф буйынса ҡала август кәңәшмәһендә ҡатнашыусылар башта “Рәсәй – минең тарихым” тарихи паркына “сәйәхәт ҡылды”, шулай уҡ “Өфө ҡалаһының тәрбиәүи киңлектәре” тигән бай йөкмәткеле күргәҙмә менән танышты.
Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялаловтың ҡотлауын уның беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов еткерҙе.
Салауат Сәхи улы белдереүенсә, балаларға белем алыу өсөн тейешле шарттар тыуҙырыу, ғөмүмән, илебеҙгә лайыҡлы шәхес тәрбиәләү – һәр береһенең мөҡәддәс бурысы. Ошо көндәрҙә бер нисә урында заман талаптарына яуап биргән белем усаҡтарының сафҡа индерелеүе – шуға асыҡ миҫал.
Йоланан тайпылып, тәүҙә алдынғы уҡытыусыларҙы ҡотлау тантанаһы булды.
Саҡырылған ҡунаҡтар араһында Өфө ҡалаһының Атайҙар советы Президиумы рәйесе урынбаҫары Артур Динмөхәмәтовтың ҡатнашыуы осраҡлы түгел ине. Бөтмәй торған мираҫ – күркәм тәрбиә, тибеҙ. Ысынында, атай абруйы, атай һүҙе һәр ерҙә лә кәрәк. Әйткәндәй, быйылғы кәңәшмә “Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыу шарттарында мәғариф система­һында тәрбиәнең өҫтөнлөктәре” тип аталды.
Шул иғтибарға лайыҡ, республи­кабыҙҙың баш ҡалаһында был тәң­гәлдә берҙәм система булды­рылған. Мәғариф­тан һис тә айырып ҡарап булмаған тәрбиә мәсьәләһе – юғары баҫҡыста.
Шәхес тәрбиәләгәндә үҫеп килеүсе йәш быуынға илһөйәрлек тойғоһон күңелдәренә һеңдереү үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Мәҫәлән, Еңеү көнөнә арналған төрлө сараларҙа ҡыҙ һәм малайҙар теләп ҡатнаша, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм тыл хеҙмәткәрҙәренә, шулай уҡ “ҡыҙыу нөктә”ләрҙән ҡайтҡан яугирҙәргә оло хөрмәт менән ҡарауҙары һөйөндөрә. Уҙған уҡыу йылында “Ил һаҡсылары, алға!” исемле спорт уйыны үткәрелде, беренсе тапҡыр ғына ойошторолоуына ҡарамаҫтан, унда 20 меңдән ашыу үҫмер ҡатнашҡан.
Башҡортостандарҙың Рәсәй Мәктәп уҡыусылары хәрәкәтендә ҡатнашыуы дауам итә. Был осраҡта дәрестән тыш эштәрҙе йәнләндереү, балаларҙы йәмәғәт сараларына күпләп ылыҡ­тырыу күҙ уңында тотола.
Беҙҙә Өлкән класс уҡыусыларының Өфө ҡала советы әүҙем эшләй. Йәмәғәт органы үҙидараны үҫтереүгә, лидерҙарҙы асыҡларға ярҙам итә.


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә