Бөтмәй торған мираҫ – күркәм тәрбиә29.08.2017
Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ойошторолған Мәғариф буйынса ҡала август кәңәшмәһендә ҡатнашыусылар башта “Рәсәй – минең тарихым” тарихи паркына “сәйәхәт ҡылды”, шулай уҡ “Өфө ҡалаһының тәрбиәүи киңлектәре” тигән бай йөкмәткеле күргәҙмә менән танышты.
Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялаловтың ҡотлауын уның беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов еткерҙе.
Салауат Сәхи улы белдереүенсә, балаларға белем алыу өсөн тейешле шарттар тыуҙырыу, ғөмүмән, илебеҙгә лайыҡлы шәхес тәрбиәләү – һәр береһенең мөҡәддәс бурысы. Ошо көндәрҙә бер нисә урында заман талаптарына яуап биргән белем усаҡтарының сафҡа индерелеүе – шуға асыҡ миҫал.
Йоланан тайпылып, тәүҙә алдынғы уҡытыусыларҙы ҡотлау тантанаһы булды.
Саҡырылған ҡунаҡтар араһында Өфө ҡалаһының Атайҙар советы Президиумы рәйесе урынбаҫары Артур Динмөхәмәтовтың ҡатнашыуы осраҡлы түгел ине. Бөтмәй торған мираҫ – күркәм тәрбиә, тибеҙ. Ысынында, атай абруйы, атай һүҙе һәр ерҙә лә кәрәк. Әйткәндәй, быйылғы кәңәшмә “Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыу шарттарында мәғариф системаһында тәрбиәнең өҫтөнлөктәре” тип аталды.
Шул иғтибарға лайыҡ, республикабыҙҙың баш ҡалаһында был тәңгәлдә берҙәм система булдырылған. Мәғарифтан һис тә айырып ҡарап булмаған тәрбиә мәсьәләһе – юғары баҫҡыста.
Шәхес тәрбиәләгәндә үҫеп килеүсе йәш быуынға илһөйәрлек тойғоһон күңелдәренә һеңдереү үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Мәҫәлән, Еңеү көнөнә арналған төрлө сараларҙа ҡыҙ һәм малайҙар теләп ҡатнаша, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм тыл хеҙмәткәрҙәренә, шулай уҡ “ҡыҙыу нөктә”ләрҙән ҡайтҡан яугирҙәргә оло хөрмәт менән ҡарауҙары һөйөндөрә. Уҙған уҡыу йылында “Ил һаҡсылары, алға!” исемле спорт уйыны үткәрелде, беренсе тапҡыр ғына ойошторолоуына ҡарамаҫтан, унда 20 меңдән ашыу үҫмер ҡатнашҡан.
Башҡортостандарҙың Рәсәй Мәктәп уҡыусылары хәрәкәтендә ҡатнашыуы дауам итә. Был осраҡта дәрестән тыш эштәрҙе йәнләндереү, балаларҙы йәмәғәт сараларына күпләп ылыҡтырыу күҙ уңында тотола.
Беҙҙә Өлкән класс уҡыусыларының Өфө ҡала советы әүҙем эшләй. Йәмәғәт органы үҙидараны үҫтереүгә, лидерҙарҙы асыҡларға ярҙам итә.