Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һөт йылғалары аҡҡан ерҙә...
Һөт йылғалары аҡҡан ерҙә...Ял көндәрендә Конгресс-холл янындағы Салауат Юлаев исемендәге майҙанда “Һөт иле” VII бөтә Рәсәй фестивале булды.
Байрамдың барышы менән республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов та танышты. Ул ҡала халҡы менән аралашты, ЗD-баҫма, роботтар шоуы һәм башҡалар ойошторған “Һөт почтаһы”, “Флипбук-студия”, “Йәшел оранжерея”, “Йә­шәрткес алма”, “Һөт медиа-студияһы”, “Һөт оҫтаханалары”, “Инновацион асыштар билә­мәһе” интерактив күңел асыу майҙансыҡтарын ҡараны.
Рөстәм Хәмитов фермер баҙарында һәм һөт йәрминкәһендә лә булды, унда үҙ продукцияһын республиканың иң билдәле ауыл хужалығы етештереүсе­ләре тәҡдим итте. “Һөт иле”ндә тәүгә “Сыр кибете” ойошторолдо. Сараға килеүселәр Башҡортостандың сыр ҡайнатыу­сылары етештергән төрлө сорттарҙан ауыҙ итеп, үҙенә оҡшағанын һатып ала алды.
Өфөлә 2011 йылдан уҙғарылып килгән “Һөт иле” Бөтә Рәсәй фестивале — Рәсәйҙә һөт һәм һөт продукцияһына арналған иң ҙур ғаилә байрамы. Уны ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы, Өфө хакимиәте, Милли һөт етештереүселәр союзы (СОЮЗМОЛОКО) һәм Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы.
Һөт йылғалары аҡҡан ерҙә...Фестиваль һөттө һәм һөт продукцияһын ҡулланыуҙы дәртләндереү программаһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә ойошторола. Сараның маҡсаты — Башҡортостан етештереүселәренең һөт һәм һөттән эшләнгән аҙыҡ-түлекте ҡулланыуҙы арттырыу, дөрөҫ туҡланыуҙы һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау.
Быйыл фестивалдә һөт эшкәртеү менән шөғөлләнгән 25 ҙур ойошма һәм 14 фермер хужалығы ҡатнашты.
Нисек кенә булмаһын, өлкәндәр ойошторған һәр байрам — балалар өсөн. Фестиваль барған майҙансыҡҡа инер алдынан рәхәтләнеп һөт эсеп, артабан уйын майҙансыҡтарына юлланған балаларҙың йөҙөндәге бәхетле йылмайыуҙы күреү үҙе ҡыуаныс. Сәхнәлә күңелле концерт бара, бөтөн ерҙә арзан хаҡҡа туңдырма һаталар. Әйткәндәй, “Башҡорт һыуығы” компанияһы ике тонна туңдырма алып килгән. Иң осһоҙ тәмлекәс ни бары ун һум тора ине. Шуға ла бында иң ҙур сират йыйылыуына аптырарға ла түгел.
Ә бына “Яңауыл һөтө” компанияһы етештергән тауар эргәһендә өлкәндәр сиратҡа теҙелгән. Был ойошма байрамға иң күп тауар алып килгәндер, моғайын. Барыһы 21 тонна һөт ризыҡтары килтергәндәр. “Рощинский” совхозы 12 тонна аҙыҡ-түлек алып килгән. Совхоз көнөнә генә 12 тонна һөт ризыҡтары етештерә. Ҡеүәттәре иһә 45 тонна самаһы. Ҡулланыусылар был совхоздың һөт аҙыҡтарын да, ит ризыҡтарын да яратып ала.


Һөт йылғалары аҡҡан ерҙә...2017 йылдың ете айында Башҡортостанда 1,044 миллион тонна һөт, 180 мең тонна ит етештерелгән. Республика тулайым һөт продуктының күләме буйынса Рәсәйҙә икенсе урынды биләй.
Башҡортостанда былтыр иһә 930 ферма 1,73 миллион тонна һөт етештергән, был – илдә иң яҡшы һөҙөм­тәләрҙең береһе. Был хаҡта “Һөт иле” фестивале сиктәрендә ойошторолған һәм һөт сәнәғәтенә арналған “түңәрәк өҫтәл”дә һөйләнеләр. Рәсәй дөйөм һөт етештереү күләмендә республиканың өлөшө — 5,6, Волга буйы федераль округында — 18,4 процент. Һәр баш һыйырҙан уртаса һауым 4 896 килограмм (2015 йылға ҡарағанда артым 111 процент тәшкил итә).
Республиканың ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары 708 мең тонна һөт етештергән. Дөйөм алғанда, продукттың төп өлөшө 400 баш малы булған фермерҙар иҫәбенә тура килә, был күрһәткес 75 процентты тәшкил итә. Эре малсылыҡ комплекстары (800 баш малдан) ҙур һөҙөмтәгә өлгәшкән. Эре фермаларҙа һәр һыйыр йылына уртаса һигеҙ мең килограмм самаһы һөт бирә.


Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә