Ял көндәрендә Конгресс-холл янындағы Салауат Юлаев исемендәге майҙанда “Һөт иле” VII бөтә Рәсәй фестивале булды.Байрамдың барышы менән республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов та танышты. Ул ҡала халҡы менән аралашты, ЗD-баҫма, роботтар шоуы һәм башҡалар ойошторған “Һөт почтаһы”, “Флипбук-студия”, “Йәшел оранжерея”, “Йәшәрткес алма”, “Һөт медиа-студияһы”, “Һөт оҫтаханалары”, “Инновацион асыштар биләмәһе” интерактив күңел асыу майҙансыҡтарын ҡараны.
Рөстәм Хәмитов фермер баҙарында һәм һөт йәрминкәһендә лә булды, унда үҙ продукцияһын республиканың иң билдәле ауыл хужалығы етештереүселәре тәҡдим итте. “Һөт иле”ндә тәүгә “Сыр кибете” ойошторолдо. Сараға килеүселәр Башҡортостандың сыр ҡайнатыусылары етештергән төрлө сорттарҙан ауыҙ итеп, үҙенә оҡшағанын һатып ала алды.
Өфөлә 2011 йылдан уҙғарылып килгән “Һөт иле” Бөтә Рәсәй фестивале — Рәсәйҙә һөт һәм һөт продукцияһына арналған иң ҙур ғаилә байрамы. Уны ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы, Өфө хакимиәте, Милли һөт етештереүселәр союзы (СОЮЗМОЛОКО) һәм Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы.
Фестиваль һөттө һәм һөт продукцияһын ҡулланыуҙы дәртләндереү программаһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә ойошторола. Сараның маҡсаты — Башҡортостан етештереүселәренең һөт һәм һөттән эшләнгән аҙыҡ-түлекте ҡулланыуҙы арттырыу, дөрөҫ туҡланыуҙы һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау.
Быйыл фестивалдә һөт эшкәртеү менән шөғөлләнгән 25 ҙур ойошма һәм 14 фермер хужалығы ҡатнашты.
Нисек кенә булмаһын, өлкәндәр ойошторған һәр байрам — балалар өсөн. Фестиваль барған майҙансыҡҡа инер алдынан рәхәтләнеп һөт эсеп, артабан уйын майҙансыҡтарына юлланған балаларҙың йөҙөндәге бәхетле йылмайыуҙы күреү үҙе ҡыуаныс. Сәхнәлә күңелле концерт бара, бөтөн ерҙә арзан хаҡҡа туңдырма һаталар. Әйткәндәй, “Башҡорт һыуығы” компанияһы ике тонна туңдырма алып килгән. Иң осһоҙ тәмлекәс ни бары ун һум тора ине. Шуға ла бында иң ҙур сират йыйылыуына аптырарға ла түгел.
Ә бына “Яңауыл һөтө” компанияһы етештергән тауар эргәһендә өлкәндәр сиратҡа теҙелгән. Был ойошма байрамға иң күп тауар алып килгәндер, моғайын. Барыһы 21 тонна һөт ризыҡтары килтергәндәр. “Рощинский” совхозы 12 тонна аҙыҡ-түлек алып килгән. Совхоз көнөнә генә 12 тонна һөт ризыҡтары етештерә. Ҡеүәттәре иһә 45 тонна самаһы. Ҡулланыусылар был совхоздың һөт аҙыҡтарын да, ит ризыҡтарын да яратып ала.
2017 йылдың ете айында Башҡортостанда 1,044 миллион тонна һөт, 180 мең тонна ит етештерелгән. Республика тулайым һөт продуктының күләме буйынса Рәсәйҙә икенсе урынды биләй.
Башҡортостанда былтыр иһә 930 ферма 1,73 миллион тонна һөт етештергән, был – илдә иң яҡшы һөҙөмтәләрҙең береһе. Был хаҡта “Һөт иле” фестивале сиктәрендә ойошторолған һәм һөт сәнәғәтенә арналған “түңәрәк өҫтәл”дә һөйләнеләр. Рәсәй дөйөм һөт етештереү күләмендә республиканың өлөшө — 5,6, Волга буйы федераль округында — 18,4 процент. Һәр баш һыйырҙан уртаса һауым 4 896 килограмм (2015 йылға ҡарағанда артым 111 процент тәшкил итә).
Республиканың ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары 708 мең тонна һөт етештергән. Дөйөм алғанда, продукттың төп өлөшө 400 баш малы булған фермерҙар иҫәбенә тура килә, был күрһәткес 75 процентты тәшкил итә. Эре малсылыҡ комплекстары (800 баш малдан) ҙур һөҙөмтәгә өлгәшкән. Эре фермаларҙа һәр һыйыр йылына уртаса һигеҙ мең килограмм самаһы һөт бирә.