Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр милек теркәү үтергә тейеш
Һәр милек теркәү үтергә тейешЯбай заманда йәшәмәйбеҙ, илдә ҡануниәт камиллаша, һәм беҙ ҙә уның талаптарын теүәл үтәргә бурыслыбыҙ. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, һуңғы йылдарҙа ер әйләнешен көйләгән ҡануниәттә лә ярайһы уҡ үҙгәрештәр күҙәтелә. Ябай кеше түгел, хатта йәштәр ҙә уның айышына төшөнөп етмәй, бәлки, теләмәйҙер ҙә. Әммә күсемһеҙ милеккә ҡағылышлы үҙгәрештәрҙе күҙәтеп барыу һәм теүәл үтәү үҙеңде юридик яҡтан яҡлауға булышлыҡ иткәнен һәр кем аңларға тейеш. — Һуңғы йылдарҙа ер, күсемһеҙ милеккә бәйле закондарҙа ҙур үҙгәрештәр булды. Шуға ла һинең ҡулыңда милеккә яңыртылған документың булмаһа, һин ереңдең, өйөңдөң хужаһы тип иҫәплән­мәүең дә бар. Был документтар булмайынса, һин милкеңде һата ла, балаларыңа бүләк итә лә алмайһың. Шуға ла халыҡ күсемһеҙ милекте кадастр иҫәбенә ҡуйыу, Росреестрҙа теркәү кеүек мәсьәләләргә яуаплы ҡараһын ине. Элекке документтар иҫкергән, шуға ла яңы закон буйынса теркәү мөһим. Элекке дәүләт акттарын да яңыса теркәү талап ителә. Мәҫәлән, 2018 йылдан баҡса биләмәлә­ренең кадастр паспорты булһа ла, әгәр Росреестрҙа хоҡуҡтары теркәлмәһә, яңынан межаларға тура киләсәк. Ғөмүмән, һәр милек теркәлергә тейеш, әммә халыҡ быны аңлап етмәй, — тип борсола ошо йүнәлештә эш алып барған “Спецпроект” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Әғзәм Әҡсән улы Ялалетдинов.
Етәксенең борсолоуы урынлы, сөнки ул өлкәлә ун йылға яҡын хеҙмәт итә, уға тиклемге эш урындары ер, милекте законлы файҙаланыу кеүек мәсьәләләргә бәйле була.
Белорет ҡалаһында тыуып үҫкән Әғзәм Әҡсән улы Башҡорт дәүләт универ­ситетының математика факультетын тамамлағас, 1992 йылда Белорет районы һалым инспекцияһына эшкә ҡайта, биш йылдан һуң һалым полицияһына күсә. Шулай итеп, 2004 йылда стаж буйынса хаҡлы ялға китә һәм “Землеустроитель” муниципаль унитар предприятиеһына баш инженер булып эшкә урынлаша. Өс йыл был һөнәрҙең нескәлектәренә ныҡлап төшөнгәс, үҙ эшен асырға ҡарар итә.
— Бүтән ерҙә эшләгән саҡта уҡ халыҡтың ерҙәрҙе рәсмиләштереүҙә, теркәүҙә ярҙамға мохтаж булыуын күреп йөрөнөм. Ҡалала был эште алып барған ике генә предприятие бар ине. Беҙ өсөнсө булып башланыҡ. Ҡатмарлы ла, яуаплы ла бурыс. Үҙ эшемде асҡан саҡта тәүҙә өс кеше инек. Финанс яғынан ауыр булды, бигерәк тә оргтехника, ер үлсәүгә бәйле ҡорамалдар алыу ҡыйынға төштө. 2007 йылдың июлендә “О кадастровой недвижимости” тигән закон ҡабул ителде һәм 2008 йылда ғәмәлгә инде. Шул закон буйынса яңы программа үҙләштереп, төрлө семинарҙарҙа ҡатнаштыҡ. Законға ярашлы, аттестация үттек. Эш башлағанда иң беренсе ярҙамсым Рөстәм Сәхийәров булды. Һуңынан Юлиә Шаһиморатова килде, ул әле лә эшләй, — ти Әғзәм Әҡсән улы.
Бөгөн “Спецпроект” фирмаһында ете кешегә эш урыны булдырылған. Инженер­ҙар хеҙмәт хаҡынан ҡәнәғәт. Һалым, пенсия, социаль страховка кеүек бюджет ойошмаларына иғәнәләрҙе ваҡытында күсереп баралар. Намыҫлы, ғәҙел етәксе киләсәктә хеҙмәткәрҙәренең пенсияһы әҙ булмаһын тип “аҡ” эш хаҡы түләү яғында.
Һәр милек теркәү үтергә тейеш2016 йылда “Спецпроект” фирмаһы күрһәткән хеҙмәттәрҙең халыҡҡа кәрәк булыуын күреп, муниципаль район хакимиәте “Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам” муниципаль программаһы буйынса конкурс нигеҙендә ярҙам бүлә. Был аҡсаға яңы геодезия ҡорамалдары һатып алғандар. Яңы приборҙар эште күпкә тиҙләткән, теүәл, дөрөҫ итеп ерҙең координаттарын билдәләргә ярҙам итә.
Фирма ер үлсәү менән сикләнмәй, шулай уҡ фатир-йорттарҙың техник планын, кадастр иҫәптән төшөрөү өсөн тикшереү актын әҙерләү, бәхәсле ерҙәр буйынса һорауҙарҙы хәл итеү өсөн экспертиза үткәреү, ер участкаһы һайлау һәм хоҡуҡты теркәү, ерҙе бер категориянан икенсегә күсереү, кадастр хаҡын үҙгәртеүгә документтар әҙерләү буйынса хеҙмәттәр күрһәтә.
“Спецпроект” фирмаһы муниципаль район хакимиәте менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләй. Ҡала-районда күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн 400 ер участкаһын кадастр иҫәбенә ҡуйғандар. Яңы ҡануниәткә ярашлы, хәҙер бөтә юлдар, электр селтәрҙәре, һыу үткәргестәр рәсми теркәлергә тейеш. Уны тормошҡа ашырыуҙа “Спецпроект” фирмаһы ауыл хакимиәттәренә ҙур ярҙам күрһәтә. Ауылдарҙа мәсеттәрҙе теркәү буйынса ла ошонда мөрәжәғәт итәләр.
Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн күрһәтелгән хеҙмәт хаҡын урында түләү өсөн дә шарттар булдырылған, офиста онлайн-касса аппараты урынлаш­тырылған. Хәҙер халыҡ банктар буйлап йүгереп йөрөмәй, урында иҫәпләшә.
Әғзәм Әҡсән улы социаль проекттарға ла ҙур иғтибар бирә. Ярҙам һорап килгәндәрҙе иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаҫҡа тырыша. Балаларға спорт инвентарҙары, сәхнә кейемдәре алыуҙа матди ярҙам күрһәткән. Район һабан­туйҙары кеүек төрлө сараларҙа бағыусы булған.
Әлбиттә, “Спецпроект”тың ҡаҙаныш­тары күп. Мәҫәлән, Әғзәм Ялалетдинов клиенттарҙы яҡшы хеҙмәтләндергәне, эш урындары булдырғаны өсөн 2014 йылда муниципаль район Советының, межа пландарын сифатлы итеп әҙерләгәне һәм күсемһеҙ милек объекттарын кадастр иҫәпкә ҡуйыу маҡсатында XML форматында электрон документтарҙы әүҙем файҙаланғаны өсөн Башҡортостан буйынса “Ер кадастр палатаһы” федераль дәүләт учреждениеһының Почет грамоталары, скульптор Хәлит Ғәлиуллиндың “Ер үлсәүсе” һәйкәлен булдырыу һәм ҡуйыу программаһын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам иткәне өсөн Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.
Әғзәм Әҡсән улы үҙенең тырышлығы, намыҫлы хеҙмәте менән ҡала һәм районда абруй ҡаҙанған, халыҡта ышаныс тыуҙыр­ған предприятие асыуға өлгәшә, һәм ул ун йылға яҡын уңышлы эшләп килә. Был иһә үҙе үк бар яҡлап та асыҡ бизнес алып барһаң, уңыш яуларға мөмкин булыуы тураһында һөйләй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Элина
    Элина от 30.08.2017, 15:31
    Могу оставить лишь положительные отзывы о "Спецпроекте", всем рекомендую






Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо көтөлә

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо көтөлә 21.08.2025 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, алдағы өс көндә һауа температураһы +27, +29° тиклем күтәрелә....

Тотош уҡырға 0

Республикала иң яҡшы комбайнсыны асыҡлайҙар

Республикала иң яҡшы комбайнсыны асыҡлайҙар 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ураҡта иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән өсөн сираттағы республика конкурсы ойошторола....

Тотош уҡырға 19

Башҡортостанда Верхоторҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә

Башҡортостанда Верхоторҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә 20.08.2025 // Йәмғиәт

Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов үҙенең телеграм-каналында ошо турала хәбәр итә....

Тотош уҡырға 17

Республикала 1 сентябрҙән студент ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөк буйынса пособие түләнә башлай

Республикала 1 сентябрҙән студент ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөк буйынса пособие түләнә башлай 20.08.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй вуздарында һәм колледждарында уҡып йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар йөклөлөк һәм бала табыу буйынса...

Тотош уҡырға 17

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе...

Тотош уҡырға 20

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе...

Тотош уҡырға 15

Алимент түләмәгән яҡташыбыҙҙы эҙләйҙәр

Алимент түләмәгән яҡташыбыҙҙы эҙләйҙәр 20.08.2025 // Йәмғиәт

Уның 800 мең һумдан ашыу бурысы йыйылған....

Тотош уҡырға 14

Алимент түләмәгән яҡташыбыҙҙы эҙләйҙәр

Алимент түләмәгән яҡташыбыҙҙы эҙләйҙәр 20.08.2025 // Йәмғиәт

Уның 800 мең һумдан ашыу бурысы йыйылған....

Тотош уҡырға 17

Республикабыҙҙа слесарь-ремонтсы лотереяла миллион отҡан

Республикабыҙҙа слесарь-ремонтсы лотереяла миллион отҡан 20.08.2025 // Йәмғиәт

Еңеүсе үҙенең бәхетле билетын дәүләт лотереяһының мобиль ҡушымтаһында һатып алған....

Тотош уҡырға 17

Баймаҡ районында «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале ойошторола

Баймаҡ районында «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале ойошторола 20.08.2025 // Йәмғиәт

6 сентябрҙә Баймаҡ районының Граф күле янында дүртенсе тапҡыр «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале...

Тотош уҡырға 16

Башҡортостандың ике ҡалаһында Ҡала көнө үткәрелмәй

Башҡортостандың ике ҡалаһында Ҡала көнө үткәрелмәй 19.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостандың ике ҡалаһында Ҡала көнө үткәрелмәй...

Тотош уҡырға 19

Баш ҡалала почетлы педагогтарға премия 60 мең һумға тиклем арттырыла

Баш ҡалала почетлы педагогтарға премия 60 мең һумға тиклем арттырыла 19.08.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфө уҡтыусыларының август кәңәшмәһендә аҡсалата премия күләмен арттырыу тураһында тәҡдим...

Тотош уҡырға 23