Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йылғаларҙың хозурлығы бар
Йылғаларҙың хозурлығы барБашҡортостан – саф һыулы йылғалар төбәге. Уларҙың күбеһе ял итеү, һыу инеү, ағып төшөү өсөн ҡулай, шуға күрә күптәр мөмкинлек тыуыу менән тәбиғәт ҡосағына, йылға буйына ашыға.
Әләм менән елкәнде хәтерләтә

Беҙҙең шәхси рейтингта Еҙем – иң күркәм һәм таҙа һыулы йылға. Уның һыуы шундай тоноҡ, төбөндә хатта ваҡ таштар ҙа асыҡ күренә. Йылғаның өҫтө көҙгө кеүек – яр буйындағы мәғрур ҡаялар, мәғәрәләр һәм мәмерйәләр сағыла унда. Еҙемде бер генә күргән кеше уға ғашиҡ була һәм тәбиғәт хозурлығынан кинәнес алыу өсөн тағы ла бында әйләнеп ҡайтыу хаҡында хыяллана.
Еҙемдәге иң күркәм биләмәләр, беҙҙеңсә, Ғафури районының Толпар ауылы эргәһендә башлана. Йылға ағымы буйлап үрләһәң, туғыҙ километрҙан Мәмбәт ҡаяһына барып сығаһың. 200 метрлыҡ ҡая яр буйлап бейек таш диуарҙай бер саҡрымға һуҙылған. Туристар уның ҡаршыһына туҡталырға бигерәк тә ярата. Ошонда уҡ йыһазландырылған бер нисә туҡталҡа ла бар.
Мәмбәттән йылға буйлап тағы ла өс саҡрымға өҫкәрәк атлаһаң, Еҙемдәге йәнә бер матур урынды – Ҡуҙғанаҡ ҡаяһын күрерһең. Уның бейеклеге 80 метрға, оҙонлоғо иһә 300 метр самаһына етә. Формаһы буйынса Ҡуҙғанаҡ елберҙәп торған әләмде йәки елкәнде хәтерләтә.
Мәмбәт менән Ҡуҙғанаҡҡа йәйәүләп барырға йәки урындағы халыҡтың хеҙмәттәренән файҙаланырға мөмкин. Толпарға иһә кәмәлә, рафта, катамаранда йәки башҡа ҡулайламаларҙа йөҙөп төшөү уңайлы. Ҡайһы берәүҙәр хатта һауа тултырылған матраста ла йөҙөп төшә, сөнки йылғала ағым тыныс һәм тигеҙ.
Ҡаяларҙы барып күреү теләге юҡ икән, рәхәтләнеп һыу инергә, ҡояшта ҡыҙынырға була. Бының өсөн Толпар ауылына барып, үҙегеҙгә оҡшаған аҡланда туҡтала алаһығыҙ.
Ауылға барыу әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмай: “Красноусол” шифаханаһына ҡарай юл тоторға һәм Толпар яғына боролорға кәрәк. Өфөнән ул 200 саҡрым алыҫлыҡта – яҡынса өс сәғәтлек юл.

Йәнә бер гүзәл төбәк

Йүрүҙән – Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе биләмәһенән аҡҡан күркәм йылғаларҙың береһе. Уның иң йәмле урыны Салауат районының Иҙрис ауылы эргәһендәлер, моғайын. Риүәйәттәргә ярашлы, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев йәшеренгән мәмерйә лә тап ошонда урынлашҡан.
Йүрүҙән ярында ял итергә ниәтләһәгеҙ, мәмерйәне күрмәй китмәгеҙ. Ул йылға өҫтөнән ни бары 45 метр бейеклектә урынлашҡан, шуға күрә унда менеү хатта кескәй балаға ла әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Мәмерйәнән матур күренеш асыла. Фотоға төшөү өсөн бик ҡулай урын.
Йүрүҙәндең тағы ла бер “йөҙөк ҡашы” – Оло Лимоновка һырты. Был ҡая Иҙрис ауылынан йылға ағымы буйлап өс саҡрымға түбәндәрәк урынлашҡан. Унда яр буйлап йәйәүләп барырға һәм кәмәлә йөҙөп ҡайтырға була.
Иҙрис ауылына барыу өсөн М5 трассаһына сығып, Кропачево эргәһендә һулға боролорға ла Малаяҙ яғына юлланырға кәрәк. Иҙрис ауылына боролошто үтеп китмәгеҙ, ул уң яҡта булыр. Өфөнән Иҙрискә ике сәғәт эсендә барып етергә мөмкин.

Әй буйҙарына барам тиһәң...

Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе араһындағы сиктең бер өлөшө Әй йылғаһы буйлап үтә, шуға күрә Әйҙә ял итһәгеҙ, кеҫә телефоны операторынан берсә хәйерле юл, берсә иҫән-һау йөрөп ҡайтыу теләге менән смс-хәбәр ебәрһәләр, аптырамағыҙ.
Әй буйында тәбиғәт ҡомартҡылары ла, ял итеү өсөн урындар ҙа бик күп. Улар иҫәбенә Әлексәй ҡул һәм Оло Әй сыбар ҡаялары инә. Әлексәй ҡул – кипкән йылға үҙәне. Ул баҫҡысты хәтерләткән шарлауыҡтарҙан тора. Баҫҡыстарының бейеклеге – 15 сантиметр. Унан бер саҡрым самаһы алыҫлыҡта Оло Әй ҡаялары бар. Уның башынан иҫ киткес күренеш асыла. Ҡыйыуҙар ҡаяға үрмәләп арығандан һуң күҙәтеү майҙансығында туҡтала ала.
Әйҙә рәхәтләнеп ял итергә, һыу инергә була. Бының өсөн Салауат районының Лаҡлы ауылы, Силәбе өлкәһенең Межевой ҡасабаһы эргәһе бигерәк тә ҡулай.
Әй йылғаһына М5 юлынан йөрөйҙәр. Кропачево ауылы янында һулға боролоп, Малаяҙға табан барырға һәм уға етәрәк Лаҡлы яғына юлланырға кәрәк.

Ҡаялар илендә

Йылғаларҙың хозурлығы барИнйәр – туристарҙың иң яратҡан йылғаларының береһе. Инйәр буйында улар өсөн туҡтап ял итеү урындары бик күп. Беҙгә иһә йылғаның иң күркәм урыны Белорет районының Асы ауылы эргәһендәлер кеүек тойола. Унда барыуы ла ҡыйын түгел, ял итеү ҙә үҙе бер кинәнес.
Танылған шифахананан йыраҡ түгел генә яр буйында урынлашырға мөмкин. Тәбиғәт ҡосағындағы иң хозур ерҙәрҙең береһе – Алһыу ҡаяларға кәмә менән баралар. Ҡаяның атамаһы ундағы тау тоҡомдарына бәйле: эзбизташ араһындағы тимер уға алһыу төҫ бирә. Ҡаялар йылға һәм тимер юл буйлап бер саҡрымға һуҙыла. Бейеклеге 100 метрға етә. Шул уҡ ваҡытта ҡаяға артылыу әллә ни ҡыйын түгел. Күҙәтеү майҙансығына етеү өсөн яҡшы тапалған һуҡмаҡтан 300 метр самаһы үрләргә кәрәк. Бында һоҡланғыс күренеш асыла. Аҫта Инйәр сылтырап аға, уның янынан ғына тимер юл һуҙылған. Юғарыла иһә – мәғрур ҡаяташтар.
Асы эргәһендәге Инйәр йылғаһына килеү өсөн Өфө – Белорет юлынан барырға ла Уҫманғәле ауылына йөҙ метр самаһы ҡалғас, һулға боролорға кәрәк. Әйткәндәй, унда “Асы 25” тигән юл күрһәткесе лә бар.

Нөгөш Ағиҙелгә ҡойған ерҙә

Нөгөш йылғаһына ялға килеүселәр ошондағы һыу һаҡлағысты күрмәй китмәйҙер, моғайын. Ә беҙ иһә йылға ағымы буйлап түбәндәрәк ял итергә, Нөгөштөң Ағиҙелгә ҡойған еренә тиклем кәмәлә йөҙөп төшөргә тәҡдим итәбеҙ. Ошо рәүешле үҙегеҙ өсөн Нөгөштө бөтөнләй икенсе яҡтан асырһығыҙ.
Саҡ ауылы эргәһендә йылға буйында ғына матур аҡландар бар. Ә инде Яҡтыкүл ауылынан Красногорский утарына барғанда ошондай уҡ күркәм, әммә кеше аяғы баҫмаған урындар ҙа байтаҡ. Юлдан ике саҡрым алыҫлыҡта ғына ике йылға ҡушылған урын. Әйткәндәй, Нөгөш Ағиҙелгә ҡойған ерҙә ике йылғаның һыуы бер-береһенән айырылып тора. Уларҙың температураһы ла төрлө – Ағиҙелдең һыуы йылы һәм асығыраҡ, ә Нөгөштөкө һалҡын һәм ҡарағусҡыл.
Нөгөштө күргең килһә, Мәләүезгә барып, башта Нөгөш ауылы, унан һуң Смаҡ яғына боролорға кәрәк.


Автор: Е. КОЛОКОЛОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә