Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Табипты нисек табырға?
Табипты нисек табырға?Заман технологиялары үҫешкән осорҙа йәшәһәк тә, күптәребеҙҙең ябай ғына ҡағиҙәләрҙе белмәүе ихтимал, сөнки бәлә ишегебеҙҙе ҡаҡмай тороп, беҙ уларға әллә ни әһәмиәт биреп бармайбыҙ. Түбәндәге ябай ғына кәңәштәргә ҡолаҡ һалыу зыян итмәҫ.


Телефон аша өйгә нисек саҡыр­тырға?

Теркәлеү урыны буйынса дауаханала һәр кемгә терапевт, балалар педиатры билдәләнә. Кәрәк саҡта табипты өйгә саҡыртыу өсөн дауахана регистрату­раһына шылтыратырға була. Исем-фамилияғыҙҙы, участка номерығыҙҙы әйтеп, табипты саҡыртыу сәбәбен аңлатҡандан һуң, һеҙҙең ғаризаны ҡабул итәләр. Терапевт йә балалар педиатры шул уҡ көндә киләсәк. Ауыл ерендә медицина ярҙамын участка фельдшерҙары күрһәтә.

Интернет аша ла саҡыртып буламы?

Электрон медицина хеҙмәттәре исемлеге тулылана бара. Әйтәйек, хәҙер Интернет аша табипҡа яҙылырға ғына түгел, уны өйгә лә саҡыртырға була. Был Дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү электрон порта­лындағы шәхси кабинет аша эшләнә. Диспансерлаштырыу сараһы өсөн дә, балалар табибын өйгә саҡыртыу өсөн дә сиратҡа Интернет аша яҙылырға мөмкин. Шулай уҡ дауахананың үҙ сайты аша ла табип саҡыртыуҙы яйға һалғандар. Бының өсөн полис номерыңды һәм тыуған йылыңды яҙыу ҙа етә.

Ауыл ерендә фельдшерҙың эш сәғәте нисәгә тиклем һанала? Уны ҡасан саҡыртырға була?

Ауыл фельдшерының эш графигы районға, ерлеккә ҡарап айырыла. Быны, ҡағиҙә булараҡ, район үҙәк дауаханаһының баш табибы билдәләй. Ғәҙәттә, ауыл фельдшерҙарының эш сәғәте нормаға һалынмаған. Улар эш графигынан тыш та мохтаж кешегә медицина ярҙамы күрһәтә. Фельдшер ялға киткән осраҡта, ауырыһа, уға алмаш ҡуйыуҙы ла баш табип хәл итә.

Нарколог, невролог, хирург кеүек белгестәрҙе өйгә саҡыртырға буламы?

Әгәр регистратураға шылтыратып, белгес саҡыртырға теләйһегеҙ икән, беренсе сиратта, һеҙгә барыбер участка терапевына күренергә ҡушасаҡтар. Отоларинголог, хирург кеүек белгестәр бары тик инвалидтарҙың, һуғыш ветерандарының, йөрөй алмаған ауырыуҙарҙың, 80 йәштән уҙған өлкән кешеләрҙең өйөнә килә, ә башҡаларға терапевт бара. Ул, ауырыуҙы ҡарағандан һуң, кәрәк тип тапһа, башҡа белгестәргә юллама бирә. Тик тикшеренеү өсөн дауаханаға ауырыу үҙе барырға тейеш.

Ҡайһы осраҡта табиптарҙы бушлай саҡыртырға мөмкин?

Рәсәйҙә йәшәгән һәр кешенең медицина полисы булырға тейеш. Әлеге документ нигеҙендә дәүләт дауаханаларында һәр кемгә бушлай ярҙам күрһәтелә. Дәүләт медицина учреждениеһынан участка терапевын, балалар педиатрын, ауыл ерендә фельдшерҙы өйгә бушлай саҡыр­тырға була. Әгәр кешенең полисы юҡ, ул Рәсәй гражданы булып һаналмай икән, бары шәхси клиникаларҙа ғына тикше­релергә мөмкин. Унда хеҙмәттәр түләүле.

Һалҡын тейеп ауырығанда тән температураһы нисә градусҡа тиклем күтәрелһә, табипты өйгә саҡыртырға кәрәк?

Температура табип саҡыртыу өсөн төп сәбәп түгел. Әгәр ауырыу үҙе дауа­ханаға килә алмай икән, сәләмәтлегенә бәйле етди сәбәптәре булғанда, табипты өйгә саҡыртырға тура килә. Ғәҙәттә, тән температураһы 38 градустан артҡанда, табип саҡырталар. Шулай уҡ ҡан баҫымы 160/100 мм күрһәт­кесенән артып киткәндә лә, терапевт күҙәтеүендә булыу яҡшыраҡ.

Ҡайһы осраҡта участка табибын түгел, ә “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтен саҡыртырға кәрәк?

Ҡайһы бер осраҡтарҙа кешегә тиҙ арала ярҙам күрһәтеү талап ителә. “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтен түбәндәге осраҡтарҙа саҡыртырға сәбәп бар: һулыш алыу ауырлашҡанда, ҡан киткәндә, артыҡ юғары температура булғанда, түҙеп булмаҫлыҡ баш ауыртҡанда, көҙән йыйырғанда, аңды юғалтҡанда, эс ауыртҡанда, йөрәк сәнскәндә, бик ҡаты бил һыҙлағанда. Әгәр был ауыртыуҙар тиҙ генә баҫылмаһа, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтен саҡыртырға кәрәк.

Ни өсөн ауылда “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтен фельдшер аша саҡыртырға ҡушалар?

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында “Ашығыс ярҙам”ды бары фельдшер аша ғына саҡыртырға мөмкин тигән ҡанун юҡ. Берәүгә лә бындай саҡыртыуҙан тыя алмайҙар, әммә был күп ауылдарҙа фельдшер менән килешеп эшләнә. Ни өсөн тигәндә, район дауаханаларында “Ашығыс ярҙам” машиналары һанаулы. Әгәр һәр кеше туранан-тура шылтырата башлаһа, бер машина ҡайҙа барып өлгөрһөн? Табиптар, ғәҙәттә, кеше тормошона ҡурҡыныс янаған бик кәрәкле урынға ашыға. Дөрөҫ, хәл төрлө районда төрлөсә. Ҡайһы бер төбәк дауаханаларында машиналарға ҡытлыҡ юҡ.
“Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенә килгән саҡырыуҙар икегә бүлеп ҡарала: кисектергеһеҙ һәм ашығыс ярҙам. Кисектергеһеҙ медицина ярҙамы күрһәтергә кәрәк булғанда (кинәт кенә йөрәк туҡтау, кеше күп йыйылған урында кешенең хәле насарланып, һулыш алып булмауы һәм башҡалар), табиптар 20 минут эсендә урынға килеп етергә тейеш. Ә, әйтәйек, ҡан баҫымы күтәрелгәндә “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте ике сәғәт эсендә килә ала. Ҡыҫҡаһы, саҡырыу ҡабул ителгәс тә, беренсе сиратта, ауырыу янына фельдшер бара, кешенең хәлен баһалап, ул “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтен саҡырта. Бик ауыр осраҡтарҙа, табиптар килеп еткәнсе, беренсе ярҙамды күрһәтә тора.

Шәмбе, йәкшәмбе участка табибын саҡыртып буламы?

Персонал һаны сикләнгән булыу сәбәпле, барлыҡ дауаханаларҙа ла шәмбе, йәкшәмбе табиптар юҡ. Ҡайһы берҙәрендә шәмбе ярты көн эшләгәндәр осрай. Шуға ла ял көндәрендә “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтен саҡыртһаң, яҡшыраҡ булыр.

Әгәр саҡыртҡан табип өйгә килмәһә, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Киҫкен тын юлдары ауырыуҙары, грипп эпидемиялары, сирлеләр күп булған ваҡытта, табиптар һәр кешегә килеп өлгөрмәҫкә мөмкин. Сәғәт 12-гә тиклем саҡыртһаң, ғәҙәттә, дауаханала ҡабул итеү сәғәттәре теүәлләнгәс, участка табиптары саҡырыуҙар буйынса китә. Кис табип саҡыртһағыҙ, терапевт килеп өлгөрмәҫкә лә мөмкин. Бындай осраҡта табипты икенсе көнгә саҡыртырға, был хаҡта регистратураға хәбәр итергә мөмкин. Нисек кенә булмаһын, ауырыуға “больничный” ҡағыҙы табипты саҡыртҡан көндән бирелергә тейеш.

С. НӘЗИРОВ әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә