Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мәсет урынына ҡайтты
“Кем дә кем Аллаһ ризалығы өсөн тип мәсет төҙөһә, – Аллаһы раббил-ғаләмин хәҙрәттәре үҙенең рәхмәт урыны булған Йәннәттә уға ҙур-ҙур биналар, ҙур-ҙур һарайҙар төҙөр”, – тигән Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙистәренең береһендә. Аллаға шөкөр, аҙна һайын тип әйтерлек ауылдарҙа иман йорттары асыла. Күптән түгел Мәсетле районының Ҡотош ауылы халҡы ошондай күркәм сараның шаһиты булды.
Аҙна уртаһы булыуға ҡарамаҫтан, яңы мәсетте асырға кеше күп йыйылды. Был олоһо өсөн дә, кесеһе өсөн дә оло ваҡиғаға әүерелде. Хәйер, ауыл халҡы “Ислам нуры” мәсетен яңы тимәй, элеккеһе кире урынына ҡайтты, ти.
Ҡотош ауылы мәсетенең тарихы оҙон һәм ҡатмарлы. 1906 йылдың 3 мартында Өфө губерна идаралығы Указы нигеҙендә мәсет асыла. 111 йыл элек был мәсеткә Нәбиулла Мәндиев – хатиб, Зиннәтулла Ғайсин – имам, Хәйрулла Аҡъегетов аҙансы итеп тәғәйенләнә. 1930 йылда Мәсетле районы үҙәген ойоштороу нигеҙендә мәсеттең манараһы емерелә, ә ихата район ойошмаһына бирелә. Дин әһелдәре һөргөнгә ебәрелә.
1957 – 1959 йылдарҙа мәсеткә реконструкция эшләнә, бина мәктәптәге уҡытыусылар өсөн дөйөм ятаҡҡа әүерелә.
Ә инде 1992 йылда ике ҡатлы бина Ҡотош ауылы мосолмандар ойошмаһына кире ҡайтарып бирелә.
Әйтергә кәрәк, ошо ауылдан сыҡҡан Рәйхана Кәлимуллина мәсетте яңынан элекке хәленә ҡайтарыр өсөн күп көс һала. 2014 йылдың йәйендә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үткәрелә. Унда мәсетте төҙөүгә рөхсәт алыу хаҡында әйтелә, аҡса йыйыла.
Изге башланғысты ауыл халҡы хуплап сыға. 2015 йылда яңыртыу эштәре башлана. Һөҙөмтәлә ике йыл тигәндә мәсет икенсе һулыш ала.
– “Ислам нуры” мәсетен бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күтәреп ҡуйҙыҡ. Бында ауылдаштарыбыҙҙың һәм Ләмәҙ­тамаҡ ауылы халҡының хеҙмәте ҙур, – тине ауыл старостаһы Әхмәтнур Хафизов мәсетте асыу тантана­һында.
Һүҙҙәрҙе ҡеүәтләп, район хаки­миәте башлығы Әнис Әсәҙуллин байрам менән ҡотланы, иман йортон төҙөүҙә ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт әйтте, изге теләктәрен еткерҙе. Мәсеттең имам-мөхтәсибе Азамат хәҙрәт иһә ауылдаштарын киләсәктә лә татыу, иманлы булырға, берҙәм йәшәргә саҡырҙы.
– Бында намаҙ уҡыу менән бергә ғилем дә эстәлер тигән өмөттәбеҙ. Мәсет йәштәргә дин юлын өйрәтеү урынына әүерелһен, – тине ул һәм мәсетте тергеҙеүгә тос өлөш индергән Ләмәҙтамаҡ ауылы билә­мәһе халҡына Башҡортостан мосол­мандарының Диниә назараты исеменән Рәхмәт хатын тапшырҙы. Аллаһ йорто тантаналы асылғас, халыҡ түргә үтте, Ҡөрьән аяттары, йәмәғәт намаҙы уҡылды.


Автор: И. САФИУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә