Мәсет урынына ҡайтты25.08.2017
“Кем дә кем Аллаһ ризалығы өсөн тип мәсет төҙөһә, – Аллаһы раббил-ғаләмин хәҙрәттәре үҙенең рәхмәт урыны булған Йәннәттә уға ҙур-ҙур биналар, ҙур-ҙур һарайҙар төҙөр”, – тигән Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙистәренең береһендә. Аллаға шөкөр, аҙна һайын тип әйтерлек ауылдарҙа иман йорттары асыла. Күптән түгел Мәсетле районының Ҡотош ауылы халҡы ошондай күркәм сараның шаһиты булды.
Аҙна уртаһы булыуға ҡарамаҫтан, яңы мәсетте асырға кеше күп йыйылды. Был олоһо өсөн дә, кесеһе өсөн дә оло ваҡиғаға әүерелде. Хәйер, ауыл халҡы “Ислам нуры” мәсетен яңы тимәй, элеккеһе кире урынына ҡайтты, ти.
Ҡотош ауылы мәсетенең тарихы оҙон һәм ҡатмарлы. 1906 йылдың 3 мартында Өфө губерна идаралығы Указы нигеҙендә мәсет асыла. 111 йыл элек был мәсеткә Нәбиулла Мәндиев – хатиб, Зиннәтулла Ғайсин – имам, Хәйрулла Аҡъегетов аҙансы итеп тәғәйенләнә. 1930 йылда Мәсетле районы үҙәген ойоштороу нигеҙендә мәсеттең манараһы емерелә, ә ихата район ойошмаһына бирелә. Дин әһелдәре һөргөнгә ебәрелә.
1957 – 1959 йылдарҙа мәсеткә реконструкция эшләнә, бина мәктәптәге уҡытыусылар өсөн дөйөм ятаҡҡа әүерелә.
Ә инде 1992 йылда ике ҡатлы бина Ҡотош ауылы мосолмандар ойошмаһына кире ҡайтарып бирелә.
Әйтергә кәрәк, ошо ауылдан сыҡҡан Рәйхана Кәлимуллина мәсетте яңынан элекке хәленә ҡайтарыр өсөн күп көс һала. 2014 йылдың йәйендә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үткәрелә. Унда мәсетте төҙөүгә рөхсәт алыу хаҡында әйтелә, аҡса йыйыла.
Изге башланғысты ауыл халҡы хуплап сыға. 2015 йылда яңыртыу эштәре башлана. Һөҙөмтәлә ике йыл тигәндә мәсет икенсе һулыш ала.
– “Ислам нуры” мәсетен бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күтәреп ҡуйҙыҡ. Бында ауылдаштарыбыҙҙың һәм Ләмәҙтамаҡ ауылы халҡының хеҙмәте ҙур, – тине ауыл старостаһы Әхмәтнур Хафизов мәсетте асыу тантанаһында.
Һүҙҙәрҙе ҡеүәтләп, район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин байрам менән ҡотланы, иман йортон төҙөүҙә ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт әйтте, изге теләктәрен еткерҙе. Мәсеттең имам-мөхтәсибе Азамат хәҙрәт иһә ауылдаштарын киләсәктә лә татыу, иманлы булырға, берҙәм йәшәргә саҡырҙы.
– Бында намаҙ уҡыу менән бергә ғилем дә эстәлер тигән өмөттәбеҙ. Мәсет йәштәргә дин юлын өйрәтеү урынына әүерелһен, – тине ул һәм мәсетте тергеҙеүгә тос өлөш индергән Ләмәҙтамаҡ ауылы биләмәһе халҡына Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты исеменән Рәхмәт хатын тапшырҙы. Аллаһ йорто тантаналы асылғас, халыҡ түргә үтте, Ҡөрьән аяттары, йәмәғәт намаҙы уҡылды.