Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бөрйән тоҡомонан улар
Бөрйән тоҡомонан уларҺүҙ республикабыҙҙың йән ере һаналған Бөрйән районы тәңгәленә етһә, урмандары, ҡаялары, бөтә донъяға билдәле мәмерйәһенән дә алда балы күҙ алдына килә. Дөрөҫ, был райондың ир-уҙамандарын да иң сифатлы бал етештереүсе булараҡ беләләр. Бына ошондай азаматтарҙың береһе – Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылында тыуып үҫеп, ата-бабаларының кәсебен дауам итеүсе Рөстәм Йомағужин.
Умартасылыҡҡа 2011 йылда ғына тотонһа ла, йүнсел хужа балдан тыш прополисын да, балауыҙ, һитә һәм инә бал ҡорттарын да етештерә. Рөстәм Йомағужинды үҙ эшенең оҫтаһы тип әйтһәк, һис тә яңылыш­маҫбыҙ, сөнки ул Башҡорт дәүләт аграр университетын тамам­лағандан һуң, мәктәптә ун бер йыл буйына умартасылыҡ дәрестәрен алып бара, унан һуң инде биш йыл аграр университеттың Бөрйән районы Яңы Аҡбулат ерлегендә урынлашҡан умарта­сылығында эшләй. Ул ғына ла түгел, ир кешегә, ғөмүмән, башҡорт балаларына бөтә изге ҡиммәттәр ҡандан килеүен иҫәпкә алғанда, Рөстәм Рафиҡ улына ла олатаһы Ғилметдин менән Әсмә өләсәһе, атаһы Рафиҡ ағайҙан күскән был кәсеп. Уларҙың бөгөнгө көндә “Йомағужин” шәхси хужалығы исеме аҫтында етештергән тауар­ҙары Шүл­гәнташ ҡурсаулығында ҙур һорау менән фай­ҙалана. Әлбиттә, сифаты менән дан тотҡан бал-балауыҙҙарҙың үҙ һатып алыусылары ла етерлек.
Быйылғы йыл үтә ямғырлы булып, балдың аҙ булыуын иҫәпкә алғанда ла, үҙ һатып алыу­сыларын кәмһетмәй Рөстәм ағай. Бар хәленсә, балды тәләф­ләмәҫкә тырышып эшкәртеп ала. Ә уға дүрт уланы ярҙам итә. Уларҙың өсәүһе Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаһа, кинйәләре бөгөнгө көндә II курста белем ала. Был умартасылыҡта ғаиләгә эш етәрлек. Ҡортсолоҡ эшен энәһенән-ебенәсә белгән Рөстәм ағай бөгөнгө көндә бал ҡорттарының тоҡом таҙалығы буйынса эшләй. Таҙа Бөрйән тоҡомло бал ҡорттарын үрсетеүҙе өҫтөн һанай ул.
Шуғалыр ҙа, умартасылыҡ­тарын ошондай кимәлдә тотҡан ағай­ҙарыбыҙ өсөндөр ҙә бөгөнгө көндә солоҡсолоҡ һәм тоҡомло бал ҡорттары Бөрйән районында ғына һаҡланып ҡалған, тиҙәр. Әлбиттә, был урында тап Бөрйән ҡортсолоғон һаҡлап ҡалыу өсөн төҙөлгән “Баш­ҡорт” һәм “Шүлгәнташ” ҡурсаулыҡ­тарын да иҫәпкә алмай булмай. Әммә, район халҡының борон-борондан, быуын-быуынға тапшырылып килгән ҡортсолоҡ кәсебе һәм тәжрибәһе райондың ғына түгел республиканың данын күтәреүҙә ҙур роль уйнай. Бигерәк тә Рөстәм Рафиҡ улы кеүек, тоҡомло бал ҡорттарын етештереүҙе алдынғы маҡсат итеп алып, үҙ артынан йәш уландарын да ҡортсолоҡҡа өйрәтеүсе булғанда башҡорт балы үҙ йөҙөн юғалтмаясаҡ әле.


Автор: Т. РӘСҮЛ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә