Һүҙ республикабыҙҙың йән ере һаналған Бөрйән районы тәңгәленә етһә, урмандары, ҡаялары, бөтә донъяға билдәле мәмерйәһенән дә алда балы күҙ алдына килә. Дөрөҫ, был райондың ир-уҙамандарын да иң сифатлы бал етештереүсе булараҡ беләләр. Бына ошондай азаматтарҙың береһе – Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылында тыуып үҫеп, ата-бабаларының кәсебен дауам итеүсе Рөстәм Йомағужин. Умартасылыҡҡа 2011 йылда ғына тотонһа ла, йүнсел хужа балдан тыш прополисын да, балауыҙ, һитә һәм инә бал ҡорттарын да етештерә. Рөстәм Йомағужинды үҙ эшенең оҫтаһы тип әйтһәк, һис тә яңылышмаҫбыҙ, сөнки ул Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлағандан һуң, мәктәптә ун бер йыл буйына умартасылыҡ дәрестәрен алып бара, унан һуң инде биш йыл аграр университеттың Бөрйән районы Яңы Аҡбулат ерлегендә урынлашҡан умартасылығында эшләй. Ул ғына ла түгел, ир кешегә, ғөмүмән, башҡорт балаларына бөтә изге ҡиммәттәр ҡандан килеүен иҫәпкә алғанда, Рөстәм Рафиҡ улына ла олатаһы Ғилметдин менән Әсмә өләсәһе, атаһы Рафиҡ ағайҙан күскән был кәсеп. Уларҙың бөгөнгө көндә “Йомағужин” шәхси хужалығы исеме аҫтында етештергән тауарҙары Шүлгәнташ ҡурсаулығында ҙур һорау менән файҙалана. Әлбиттә, сифаты менән дан тотҡан бал-балауыҙҙарҙың үҙ һатып алыусылары ла етерлек.
Быйылғы йыл үтә ямғырлы булып, балдың аҙ булыуын иҫәпкә алғанда ла, үҙ һатып алыусыларын кәмһетмәй Рөстәм ағай. Бар хәленсә, балды тәләфләмәҫкә тырышып эшкәртеп ала. Ә уға дүрт уланы ярҙам итә. Уларҙың өсәүһе Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаһа, кинйәләре бөгөнгө көндә II курста белем ала. Был умартасылыҡта ғаиләгә эш етәрлек. Ҡортсолоҡ эшен энәһенән-ебенәсә белгән Рөстәм ағай бөгөнгө көндә бал ҡорттарының тоҡом таҙалығы буйынса эшләй. Таҙа Бөрйән тоҡомло бал ҡорттарын үрсетеүҙе өҫтөн һанай ул.
Шуғалыр ҙа, умартасылыҡтарын ошондай кимәлдә тотҡан ағайҙарыбыҙ өсөндөр ҙә бөгөнгө көндә солоҡсолоҡ һәм тоҡомло бал ҡорттары Бөрйән районында ғына һаҡланып ҡалған, тиҙәр. Әлбиттә, был урында тап Бөрйән ҡортсолоғон һаҡлап ҡалыу өсөн төҙөлгән “Башҡорт” һәм “Шүлгәнташ” ҡурсаулыҡтарын да иҫәпкә алмай булмай. Әммә, район халҡының борон-борондан, быуын-быуынға тапшырылып килгән ҡортсолоҡ кәсебе һәм тәжрибәһе райондың ғына түгел республиканың данын күтәреүҙә ҙур роль уйнай. Бигерәк тә Рөстәм Рафиҡ улы кеүек, тоҡомло бал ҡорттарын етештереүҙе алдынғы маҡсат итеп алып, үҙ артынан йәш уландарын да ҡортсолоҡҡа өйрәтеүсе булғанда башҡорт балы үҙ йөҙөн юғалтмаясаҡ әле.