Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Динар ҒИЛМЕТДИНОВ: “Водителдәрҙе әүҙемерәк булырға саҡырам”
Динар ҒИЛМЕТДИНОВ: “Водителдәрҙе әүҙемерәк булырға саҡырам”ЮХХДИ идаралығы баш инспекторы республика автоһәүәҫкәрҙәренә яҡшы таныш. Динар Ғилметдинов социаль селтәрҙәр аша ла, телевидение ярҙамында ла, күҙгә-күҙ ҡарашып та халыҡ менән тығыҙ аралаша. Ҡыйыу рәүештә төрлө фекерҙәр әйтә, әленән-әле яҙа, ҡурҡыныс авариялар хаҡында мәғлүмәт бирә, уларҙан фәһем алырға саҡыра, юлдарға сығып, шәхсән үҙе иҫкәртеү эше алып барырға ла өлгөрә. Ғөмүмән, Башҡортостан юлдарында автомобилдәр хәүефһеҙ хәрәкәт итһен өсөн бөтә көсөн һала. Шуға Стәрлетамаҡта уның менән үткән осрашыуға үҙ һорауҙарын бирергә тип стәрлетамаҡтар менән ишембайҙарҙың да, салауаттарҙың да килеүенә бер ҙә аптырарға түгел.
— Үкенескә ҡаршы, үҙен “ер кендегенә” тиңләүселәр арабыҙҙа күп, нәҡ ундайҙар юл ҡағиҙәләрен боҙоп, үҙҙәрен генә түгел, башҡа водитель һәм пассажирҙарҙы ла хәүеф аҫтына ҡуя, — тип фекере менән уртаҡлашты “Бәйләнештә” селтәрендә “Стәрлетамаҡ рулдә” (“Стерлитамак за рулем”) төркөмөн булдырып, ҡала юлдарындағы хәлдәрҙе “виртуаль донъя” ярҙамында барлап барыусы егеттәр. – Бындайҙарға закон да юҡ, ҡағиҙәләрҙе лә белмәйҙәр, язаны ҡатыраҡ итеп үҙгәртергә кәрәктер, бәлки?
— Был йәһәттән бөтә республика ҡалаларын миҫал итеп ҡуйырға булыр ине, — тип һүҙ башланы Динар Заһит улы. – Талаптар арта бара, күреп тораһығыҙ, закон да камиллаша, тик бындай автоһәүәҫкәрҙәр аяныслы хәлдең көтмәгәндә килеп сығыуын аңламай, ахырыһы. Шуға башҡа водителдәрҙе әүҙемерәк булырға саҡырам. Хәҙер ниндәйҙер ҡағиҙә боҙоуҙы асыҡларға видеокамералар ярҙам итә. Төшөрөгөҙ ҙә минең блокка, рәсми сайтҡа ебәрегеҙ, бер мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалмай. Әйткәндәй, быға тиклем ошондай ысул менән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған әллә нисәмә водителде асыҡланыҡ та инде, — тигән үҙенсәлекле тәҡдим еткерҙе Динар Ғилметдинов.
Хәүеф тыуҙырып, рулдә килеш кеҫә телефонынан һөйләшеүселәр ҙә бихисап. Был етешһеҙлек буйынса ла инспекторҙың фекере ҡыҙыҡһындырҙы.
— Ҡайһы бер илдә бындай ҡағиҙә боҙоусыларҙы ҙур күләмдә штраф көтә, водитель таныҡлығынан да ҡолаҡ ҡағыуҙары ихтимал. Бәлки, беҙгә лә ошо алымды ҡулланырғалыр... — тип үҙенең күҙәтеүҙәре менән уртаҡлашты Динар Заһит улы.
...Ошо көндәрҙә генә иҫерек водитель арҡаһында бер сабый һәләк булған. Осрашыуҙа, әлбиттә, эскән көйө рулгә ултырыусылар темаһы ла күтәрелде. Был тәңгәлдә баш инспектор ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен генә түгел, бөтә йәмғиәтте уяуыраҡ, ҡатыраҡ булырға саҡырҙы, сөнки бындай кешеләр енәйәтсегә тиң!
Бер урам сатында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоп боролорға тура килеүе тураһында хәбәр итте автоһәүәҫкәрҙәр. Әлбиттә, был осраҡта водителдәрҙе лә аңларға була, инфраструктура үҫешкәс, юл киҫелешен дә ҡулайлаштырырға кәрәк. Һәр хәлдә, баш инспектор ҡағыҙ-мөрәжәғәттәр килгәнен көтөп торманы, мәсьәләне урында хәл итер өсөн, машинаһына ултырып, үҙе сыҡты ла китте. Барлыҡ етәкселәр ҙә шулай эшләһә, юлдар ҙа, тормош та хәүефһеҙерәк, матурырыҡ булыр ине...
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Автор: Рәмил МАНСУРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 0

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 3

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2

Май байрамдарында республика дауаханалары нисек эшләй

Май байрамдарында республика дауаханалары нисек эшләй 28.04.2026 // Йәмғиәт

Май байрамдарында республика дауаханалары нисек эшләй...

Тотош уҡырға 3

Республикала Андреевтар ғаиләһендә унынсы бала тыуған

Республикала Андреевтар ғаиләһендә унынсы бала тыуған 27.04.2026 // Йәмғиәт

Күп балалы ата-әсәгә тантаналы шарттарҙа тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырылды....

Тотош уҡырға 4

Республикала БПЛА осороу сикләнә

Республикала БПЛА осороу сикләнә 27.04.2026 // Йәмғиәт

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығын билдәләүгә бәйле ошондай саралар ҡабул ителде....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә