ЮХХДИ идаралығы баш инспекторы республика автоһәүәҫкәрҙәренә яҡшы таныш. Динар Ғилметдинов социаль селтәрҙәр аша ла, телевидение ярҙамында ла, күҙгә-күҙ ҡарашып та халыҡ менән тығыҙ аралаша. Ҡыйыу рәүештә төрлө фекерҙәр әйтә, әленән-әле яҙа, ҡурҡыныс авариялар хаҡында мәғлүмәт бирә, уларҙан фәһем алырға саҡыра, юлдарға сығып, шәхсән үҙе иҫкәртеү эше алып барырға ла өлгөрә. Ғөмүмән, Башҡортостан юлдарында автомобилдәр хәүефһеҙ хәрәкәт итһен өсөн бөтә көсөн һала. Шуға Стәрлетамаҡта уның менән үткән осрашыуға үҙ һорауҙарын бирергә тип стәрлетамаҡтар менән ишембайҙарҙың да, салауаттарҙың да килеүенә бер ҙә аптырарға түгел. — Үкенескә ҡаршы, үҙен “ер кендегенә” тиңләүселәр арабыҙҙа күп, нәҡ ундайҙар юл ҡағиҙәләрен боҙоп, үҙҙәрен генә түгел, башҡа водитель һәм пассажирҙарҙы ла хәүеф аҫтына ҡуя, — тип фекере менән уртаҡлашты “Бәйләнештә” селтәрендә “Стәрлетамаҡ рулдә” (“Стерлитамак за рулем”) төркөмөн булдырып, ҡала юлдарындағы хәлдәрҙе “виртуаль донъя” ярҙамында барлап барыусы егеттәр. – Бындайҙарға закон да юҡ, ҡағиҙәләрҙе лә белмәйҙәр, язаны ҡатыраҡ итеп үҙгәртергә кәрәктер, бәлки?
— Был йәһәттән бөтә республика ҡалаларын миҫал итеп ҡуйырға булыр ине, — тип һүҙ башланы Динар Заһит улы. – Талаптар арта бара, күреп тораһығыҙ, закон да камиллаша, тик бындай автоһәүәҫкәрҙәр аяныслы хәлдең көтмәгәндә килеп сығыуын аңламай, ахырыһы. Шуға башҡа водителдәрҙе әүҙемерәк булырға саҡырам. Хәҙер ниндәйҙер ҡағиҙә боҙоуҙы асыҡларға видеокамералар ярҙам итә. Төшөрөгөҙ ҙә минең блокка, рәсми сайтҡа ебәрегеҙ, бер мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалмай. Әйткәндәй, быға тиклем ошондай ысул менән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған әллә нисәмә водителде асыҡланыҡ та инде, — тигән үҙенсәлекле тәҡдим еткерҙе Динар Ғилметдинов.
Хәүеф тыуҙырып, рулдә килеш кеҫә телефонынан һөйләшеүселәр ҙә бихисап. Был етешһеҙлек буйынса ла инспекторҙың фекере ҡыҙыҡһындырҙы.
— Ҡайһы бер илдә бындай ҡағиҙә боҙоусыларҙы ҙур күләмдә штраф көтә, водитель таныҡлығынан да ҡолаҡ ҡағыуҙары ихтимал. Бәлки, беҙгә лә ошо алымды ҡулланырғалыр... — тип үҙенең күҙәтеүҙәре менән уртаҡлашты Динар Заһит улы.
...Ошо көндәрҙә генә иҫерек водитель арҡаһында бер сабый һәләк булған. Осрашыуҙа, әлбиттә, эскән көйө рулгә ултырыусылар темаһы ла күтәрелде. Был тәңгәлдә баш инспектор ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен генә түгел, бөтә йәмғиәтте уяуыраҡ, ҡатыраҡ булырға саҡырҙы, сөнки бындай кешеләр енәйәтсегә тиң!
Бер урам сатында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоп боролорға тура килеүе тураһында хәбәр итте автоһәүәҫкәрҙәр. Әлбиттә, был осраҡта водителдәрҙе лә аңларға була, инфраструктура үҫешкәс, юл киҫелешен дә ҡулайлаштырырға кәрәк. Һәр хәлдә, баш инспектор ҡағыҙ-мөрәжәғәттәр килгәнен көтөп торманы, мәсьәләне урында хәл итер өсөн, машинаһына ултырып, үҙе сыҡты ла китте. Барлыҡ етәкселәр ҙә шулай эшләһә, юлдар ҙа, тормош та хәүефһеҙерәк, матурырыҡ булыр ине...
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.