Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Донъя малын алып китеп булмай
Донъя малын алып китеп булмайКүршемдең ихатаһында һирәк күренеүе күңелдә шик уятты. Ғәжәпләнерлек тә шул! Ни тиһәң дә, элек эштән ҡайтыу менән төҙөлөп бөтмәгән мунсаһы янында тумыртҡа шикелле туҡылдығы сыға торғайны. Бүрәнә әрсей, таҡта йыша, бағана ултырта, ҡыҫҡаһы, күҙ бәйләнгәнсе донъя мәшәҡәттәренә күмелә ине. Бигүк иркен булмаған майҙанда атлап түгел, ә йүгереп йөрөгәне хәтеремдә. Бынан тыш, ике эштә тир түгә. Афариндан башҡа һүҙ юҡ! Ҡасан өлгөрәлер барыһына ла, аптырарһың! Әллә тағы ла берәй эшкә урынлашҡанмы? Баҡтиһәң, бер ҙә генә улай түгел икән шул, Сабит ҡаты ауырып киткән. Берҙән-бер көн “Ашығыс ярҙам” килгәненә, өҫтәүенә носилкаға һалып алып сыҡҡандарына үҙем шаһит булдым. Кәләше өҙгөләнеп бер булды. Халыҡ телендә әйткәнсә, уның ире төн йоҡолары һәм ял иҫәбенә аҡса эшләргә тырышҡан. Дүрт баланы аяҡҡа баҫтырырға кәрәк тә...Ғаиләһен ҡарау, бүтәндәрҙән кәм-хур булмау өсөн баш күтәрмәй эшләп, һаулығын ҡайғыртмағандарҙың яҙмышы нисек? Төрлө сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәттәр буйынса, әле күптәр бер нисә урында тир түгергә мәжбүр булһа ла, осто-осҡа ялғап саҡ йәшәй.
Килешәйек, бер тапҡыр ғына бүләк ителгән ғүмерҙе нисек тә матур үткәрергә кәрәк. Муллыҡта йәшәргә теләмәгән кешене табыуы ҡыйындыр. “Ни өсөн шулай? Ниңә мин түгел?” кеүегерәк һорауҙар ярлыны борсомай ҡалмайҙыр. Ат шикелле егелеп йөрөп тә бол йыя алмағандар тормошоноң алға бармауына йыш зарланыусан. Ни өсөн кемдеңдер бөтә нәмәһе бар? Ә икенселәр, әйтәйек, юғары белемгә эйә булыуына, намыҫлы хеҙмәт күрһәтеүенә, ғөмүмән, донъя көтөү өсөн ижтиһад һалыуына ҡарамаҫтан, нилектән мохтажлыҡ сигендә көн күрә?
Финанс ауырлыҡтар арҡаһында әҙәм балаһы бер нисә урында эшләргә мәжбүр. Социологтар иҫбатлауынса, тәүлегенә 15-20 сәғәт хәрәкәт иткәндәр тегендә-бында йүгереүҙән ләззәт ала, тормошон бүтәнсә күҙ алдына ла килтерә алмай. Өҫтәмә килем, аҡса табыу теләге йүгертә уларҙы. Был осраҡта, моғайын, иң мөһиме – ваҡытты дөрөҫ бүлә белеүҙер. Эх, немецтар шикелле теүәллек һәр кемдә булһа икән дә!
Менталитетҡа йәки фекерләү ҡеүәһенә бәйлеме, ниңәлер беҙҙә шундай сәйер ҡараш бар: кем бер нисә урында эшләй, тимәк, ул аҡсаһыҙлыҡтан йонсой, фәҡирлек тырнағынан ҡотола алмай. Һирәктәр генә уны сәмсел, ныҡышмал, тәүәккәл тиер. Хәйер, сослоҡ кеүек ыңғай сифатты үҙ иткән әрһеҙҙәр эргәбеҙҙә бихисап. Шундай­ҙарҙың береһе менән осраштыҡ.
– Бер нисә эшкә егелеү аҡсаны иркен тотонғанда ныҡ ҡотҡара, – тип һөйләй танышым. – Балалар баҡсаһында эшләгәс, баштараҡ байҙарҙың йортон таҙартыу оят һымаҡ тойолдо. Бер уйлаһаң, хеҙмәттең ниндәй хурлығы бар инде. Урлашмайым, кемдеңдер өлөшөнә инмәйем, бары тик үҙемдең хәләл көсөм менән аҡса табам.
Әҙиләнең ошо һүҙҙәре менән килешмәү мөмкин түгел. Кәрәк тирәк йыҡтыра, тиҙәрме?! Тап шулай.
Ауылдан айырмалы, ҡалала сабып йөрөп аҡса табыу мөмкинлеге хаттин ашҡан. Мәҫәлән, 15 йыл элек юғары уҡыу йортон тамамлаған күрше ҡатын – мәктәптә уҡытыусы. Таң һарыһынан тороп, төп эш урынына сығып китә, төндә генә ҡайтып инә. Ни өсөн тигәндә, репетитор булып ялланған, өҫтәүенә йәшәгән еренән алыҫ түгел ниндәйҙер офиста кис иҙән йыуа, етмәһә, йәнәшәләге киоск биләмәһен йыйыштыра. Барыһына ла нисек өлгөрөүен түбәндәгесә аңлатты. Йыйылһа ла, өйөнә бер ҡасан да кескәй генә эште лә алып ҡайтмаҫҡа тырыша йәки бөтәһен дә кабинетында тамамларға күнеккән. Хеҙмәткәрҙәр офистан сығып бөткәс, йыйыштырыусы роленә инә, унан һуң асфальт һепереүгә күсә. Бәндәне ризыҡ йөрөтөүен иҫәпкә алғанда, ҡайһы ваҡытта тамаҡ ялғап алыуын үҙе генә беләлер.
Таныш-тоноштоң егәрле ханымды тәгәрмәстә әйләнгән тейен менән сағыштырырға мөмкин. Шул иғтибарға лайыҡ: өҫтәмә йөк алыуына ҡыуанысы сикһеҙ, сөнки аҡса мәсьәләһендә берәү­гә лә бәйле түгел, ул һәр саҡ кеҫәлә.
Мәҡәлә яҙып ултырғанда башҡа ҡыҙыҡлы бер уй килде – мөғәллим­дәрҙән айырмалы, табиптарҙың бер нисә урында эшләүен бер нисек тә күҙ алдына килтермәйем. Ни генә тиһәң дә, улар кеше ғүмере өсөн яуап бирә, ә әҙәм балаһының яҙмышы менән шаярыу шырпы менән уйнауға тиң, минеңсә. Йоҡо туймағанда йәки кәйеф насар саҡта скалпелде ҡулға алмауың хәйерлелер? Шулай ҙа төнгө дежур­лыҡта ҡалыуҙы, йорттарына барып, өлкән йәштәгеләргә тамыҙғыс ҡуйыуҙы, укол һалыуҙы һәм башҡа эштәрҙе яҙыусы, рәссам йә булмаһа йырсы башҡармаҫтыр ҙа инде? Һүҙ ҙә юҡ, был – уларҙың мөҡәддәс бурысы.
Ял көндәрендә күп кешенең көнлөксөгә әйләнеүе һис кенә лә сер түгел. Быны заман үҙе талап итә. Байҙарҙың өйөн тәртипкә килтергәндәр байтаҡ, урам сатында курьерҙарҙы осратабыҙ, шәхси автомобилендә кеше йәки тауар ташығандар етерлек, төндә ҡарауылда торғандарҙың да иҫәбе-һаны юҡ. Шулай, тегендә-бында юртып, мәшәҡәттәр солғанышына күмелеп, бәғзеләр ғүмеренең үткәнен дә һиҙмәй ҡала. Ниңә улай? Яуап ябай – бер генә эш урынында лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнһә, берәү ҙә эт һымаҡ сапмаҫ ине.
“Кеше бындай осраҡта көсөргәнеш кисерә, төрлө яҡҡа бәргеләнә, психик йәһәттән ҡаҡшай, ҡыҫҡаһы, эске яҡтан тиҙ “серей”, ә олоно серегән ағастың ҡасан ауғанын үҙегеҙ беләһегеҙ. Әлбиттә, тамаҡ аҫрау һәм ғаиләне ҡарау өсөн ҡыбырларға тейешһең, әммә иң насары – һаулығың тураһында хәстәр­лек күрмәү”, – ти табиптар.
Беҙ берәй ағза ауыртҡанда ғына дауаханаға мөрәжәғәт итергә ғәҙәт­ләнгәнбеҙ. Был дөрөҫ түгел. Диспансер­лаштырыуҙы тиккә генә уйлап сығар­мағандар. Бынан тыш та табипта даими тикшерелеп торорға кәрәк. “Үтер, моға­йын”, “берәй көн барырмын әле”, “теге ваҡыт йүнәлдем дә инде” тип һәр саҡ иртәгәгә ҡалдырабыҙ үҙебеҙ өсөн мөһим бурысты. Бик ҡыҙғаныс. Һаулыҡ­ты кире ҡайтарып булмаҫын аңлайбыҙ ҙа ул...
Биш йыл элек ике эштә йөрөп, ошо көндәрҙә йәнә сираттағыһына урынлаш­ҡан яҡташым тураһында хәбәрҙар булған, үҙен генә ҡарап йөрөткән ауылдашымдың күҙҙәре маңлайына менде. Уның өсөн был күтәрә алмаҫтай йөк ине шикелле. Муллыҡта йәшәргә теләгән кеше ниндәй юлды һайларға тейеш һуң? Аҡсаға сарсап көн итеүҙе ҡайһылай ҡандырырға, нисек итеп был тойғоно күңелдән юйып ташларға? Күптәр юғары белемгә эйә булһаң йәки талантлы икәнһең, һиңә ҡояш йылыһын күберәк өләшә башлаясаҡ тигән фекер йөрөтөп, ныҡ хаталана. Тәрән белем дә, һәләтең дә аҡсаң мул буласағын аңлатмай шул.
Аҡса бер ваҡытта ла етмәй. Фатир һатып алыуға өлгәшкәндәр ҡала янында йортло булырға хыяллана, балаларын мөйөшлө итеү сараһын күрә, автомобилен яңыһына алмаштыра, сит илгә ялға әҙерләнә, башҡа хәстәрҙәр менән яна. Аҡсаң бер моҡсай булып, телде арҡыры тешләп йәшәү урынына, бәлки, булғанына ғына шөкөр итергәлер? Хәйер, артыҡ көсәнмәй генә ғүмер йомғағын һүткәндәр ҙә арабыҙҙа байтаҡ. Шуныһы яҡшы билдәле: донъя малын үҙең менән бергә алып китеп булмай.
Берәүҙәр арҡырыны буй һалмайынса тыныс ҡына йәшәп ятҡанда, юғарыла телгә алған теге ныҡышмал күршем үҙенә ауырыу “табып алған”. Ҡыҫҡаһы, тегеләй-былай бүлгеләнеү инфарктҡа “юл асҡан”. Үлем тырнағынан саҡ ҡалған ир-уҙаман хәҙер ағас таяҡ ярҙамында хәрәкәт итә, инвалид статусына эйә. Ҡасандыр ике ятып бер төшөнә инмәгән “поликлиника”, “табип”, “дарыу” һүҙҙәрен йыш ҡабатлай хәҙер.
Бүтәндәр араһында кәм-хур булмау, үҙеңдә көс тойоу, ауырлыҡтарҙы йырып сығыу өсөн аҡсаның ярҙамға килеүен яҡшы аңлайбыҙ. Берәү ҙә “мә, аша” тип ҡулыңа икмәк килтереп тоттормая­саҡ, кейендермәйәсәк тә, иң үкенеслеһе, һыҙланғанда бушлай дарыу бирмәйәсәк, ташламалы хаҡҡа дауаламаясаҡ.
Әлбиттә, аҡса тәңгәлендә һәр кем бәхетте үҙенсә күрә. Берәү бәләкәй ге­нә эш хаҡына мөрхәтһенеп, үҙен йылға­лағы балыҡ шикелле хис итһә, икенсеһе шуның ниндәйҙер өлөшөн һаҡлыҡҡа һалып бармаһа, иманым камил, төндә тыныс йоҡлай алмаҫ.
Күптәнге танышым менән бәхәскә инеү әҙме-күпме күҙҙе асты.
– Бының икеһе лә дөрөҫ түгел, – тип ҡаршы төштө ул. – Вайымһыҙ ҙа, моңһоҙ ҙа булырға ярамай. “Иртәгәһен ишәк ҡайғыртһын” тигәндәр миңә фекерҙәш түгел. Шул уҡ ваҡытта көн дә бер үк нәмә – нисек тә аҡса табыу хаҡында уйланыу ҙа – хата аҙым. Аҡса ҡоло булмаһаҡ ине, ә уның был тормошта тотҡан урынын аңлап ҡабул итергә кәрәк. Ахыр сиктә аҡсаны тотона бел...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21