Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡорбандарға ҡондо кем ҡайтарыр?
Ҡорбандарға ҡондо кем ҡайтарыр?...Уларҙы суд залына икеһен ике автомобилдә килтерәләр. Кисә генә күҙ ҙә йоммай: “Балабыҙ юғалды!” – тип бар ғаләмгә яр һалған әҙәм аҡтыҡтарының бөгөн күҙҙәрен күтәреп, кешеләргә ҡарарға ҡыйыулығы етмәй, йәнәһе – баштары аҫҡа эйелгән. Әммә был ғына вәхшиҙәрҙең тәүбәгә килгәнен аңлатмай әле.

“Һәләк булыусы сабыйҙар ҡалаһы”

– Ҡәбәхәттәр!
– Тураҡларға!
– Яндырып үлтерергә!
Телевизор күрһәтә: бер нисә көн элек кенә ошо икәүҙе йәлләп йәндәре өҙөлгән, шәхси ваҡытын сарыф итеп, күңел ҡушыуы буйынса кескәй баланы эҙләргә сыҡҡан халыҡ тынысланырға уйламай ҙа. Изге тойғоноң нәфрәткә әүерелеүе өсөн күп кәрәкмәй – бала үлтереүселәргә ҡаршы ниндәй генә янау яңғырамай! Бәғзеләр түгелеп илай.
Суд бинаһының ҡаршыһында мәҙәниәт һарайы урынлашҡан, унда бер төркөм волонтер асырғанып, юғалған баланың фотоһы төшөрөлгән, йәбештереп өлгөрөлмәгән листовкаларҙы бер урынға йыя. Ваҡиға тураһында фекерҙәреме? Әйтерлек һүҙҙәре юҡ – бындай хайуанлыҡты күптәре күҙ алдына ла килтерә алмаған. Араларында Сергей Диденко ла бар – юл хәрәкәте инспекторы, бынан ике ай элек шул уҡ ҡалала коллекторға төшөп һәләк булған сабыйҙың атаһы...
Аңлауығыҙса, һүҙ Брянск ҡалаһында булған фажиғә хаҡында бара – 11 мартта туғыҙ айлыҡ Аня Шкапцованың юғалыуы, уны өс аҙнаға яҡын бөтә ғәләм менән эҙләүҙәре, һөҙөмтәлә, ата-әсәһенең сабыйҙы вәхшиҙәрсә үлтереп, мәйеттән ҡот осҡос юл менән ҡотолоуы хаҡында илдең барлыҡ матбуғат саралары тиерлек яҙҙы, телевидение-радио хәбәр итте. Ғөмүмән, ниндәй ҡон ябырылған һуң Брянскиға? Былтыр октябрҙә тап ошо ҡалала өс йәшлек Соня Сивакованы машина бәрҙергәйне, быйыл ғинуарҙа иһә йәш ярымлыҡ Кирилл Диденко серек торбалы коллекторға төшөп һәләк булды... Әйткәндәй, ошо көндәрҙә билдәле булыуынса, Соняны әрәм иткән Ирина Добржанская, баҡһаң, үҙен ғәйепле тип иҫәпләмәй, тейешле юл билдәһе булмауға һылтана. Әле ул 3 июнгә тиклем өйҙә тотҡонлоҡта ултыра, суд туҡтауһыҙ күсерелә килә. Кирилл Диденкоға килгәндә, ҡаланың коммуналь хеҙмәте, ғәйебен танып, йәш ғаиләгә фатир бирҙе лә ул, тик ул торлаҡта ни йөрәк менән йәшәмәк кәрәк?
Әсерәк теллеләр Брянскиҙы “Һәләк булыусы сабыйҙар ҡалаһы” тип атай. Шулай ҙа һәр фажиғә бында изге күңелле, битараф булмаған, кеше ҡайғыһын яҡын алып, ихлас күңелдән уртаҡлаша белгән оло йөрәкле кешеләр күберәк икәнлен иҫбатланы. Юҡһа, ғәҙеллек талап итеп халыҡ урамға сыҡмаҫ ине...

Сит балаға кем ҡаныҡҡан?


Брянскиҙағы фажиғә тамамланырға өлгөрмәне, илде тағы бер ҡурҡыныс хәбәр тетрәндерҙе: Пермь крайының Краснокамск ҡалаһындағы балалар баҡсаһынан 7 йәшлек Илья Ярополовты билдәһеҙ ҡатын урлаған, тигән хәбәр халыҡты шаҡ ҡатырҙы.
Кеше балаһына кем ҡаныҡҡан? Ваҡиға ғаиләнең башҡаларға һөйләмәҫлек серҙәрен фаш итте: баҡһаң, бығаса Илья “Камил Сабреков” тигән исем-шәриф йөрөткән, әсәһе, ире менән айырылышып, яңы ғаилә ҡорғандан һуң, малайҙың исемен үҙгәрткән булған. Бәлки, малайҙы атаһының туғандары урлағандыр, тигән фараз тәүгеләрҙән тикшерелһә лә, хәл бөтөнләй башҡаса булып сыҡты. Баҡһаң, сабыйҙы бөтөнләй сит кеше алып киткән. Бынан ярты йыл элек ҡарынындағы сабыйын юғалтҡан ҡатынға “бүтән бала таба алмайһың” тигән ҡурҡыныс диагноз ҡуйғандар. Ниндәй тетрәнеү кисергәнен үҙе генә беләлер, әммә, оҙаҡ уйланғандан һуң, ҡатын тап үрҙә әйтелгән юл менән әсә булырға ҡарар иткән: тәүге осраған балалар баҡсаһына инеп, исеме күңеленә ятҡан сабыйҙы етәкләп алып сығып киткән. Ҡыуанысҡа күрә, йәмәғәтселек был хәлгә лә битараф ҡалманы, шунда уҡ малайҙы эҙләй башланылар. Енәйәтсене әллә шау-шыу ҡурҡытты, әллә намыҫы уянды – нисек кенә булмаһын, Ильяны билдәле урында һау-сәләмәт килеш ҡалдырып киткәндәр (урлау хаҡында ҡатындың ире лә белгән). Әле малай яҡындары янында, әйтеүенсә, урлаусылар уны ҡыйырһытмаған, киреһенсә, күңелен күргәндәр, тәмле ашатҡандар, йәнһүрәт күрһәткәндәр. Әйткәндәй, баланы үҙ ирке менән кире ҡайтарғаны өсөн ҡатынды яуапҡа тарттырмаясаҡтар, тигән вәғәҙә бирелгәйне. Уныһын үтәрҙәрме-юҡмы, әммә енәйәтсегә психиатрия экспертизаһын мотлаҡ ойошторасаҡтар. Бер ҡыуаныс: бала иҫән-һау!

Йөҙөбөҙҙө юғалтабыҙ

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, заман алға барған һайын миһырбанһыҙлыҡ, бәғерһеҙлек миҫалдары артҡандан-арта бара. Технологик үҫеш кешелектең ябай ҡиммәттәрен, кешелеклелек, изгелек кеүек төшөнсәләрҙе, тамырынан ҡорота – әллә беҙ ҙә йәнһеҙ роботҡа әүерелә барабыҙмы? Бигерәк тә балаларға ҡарата ҡылынған енәйәттәрҙең йылдан-йыл ҡурҡыныс төҫ алыуы, педофилия кеүек күренештең йышайыуы, Рәсәй балаларының сит илгә күпләп уллыҡҡа бирелеүе, артабан уларҙың яҙмышына дәүләттең битараф булыуы, һөҙөмтәлә, ҡайһы берҙәренең күрәләтә енәйәтселәр ҡулына эләгеүе йәмәғәтселекте борсомай ҡалмай.
Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең Дәүләт Думаһында был мәсьәлә буйынса йәмәғәт эшмәкәрҙәре, чиновниктар, көс структуралары вәкилдәре, депутаттар фекер алышты. Улар имен булмаған ғаиләләрҙең дөйөм мәғлүмәт банкын булдырырға, балалар баҡсаларына ата-әсәләр менән килешеү төҙөргә (унда сабыйҙы кем килеп аласағы, яуаплылыҡ кимәле билдәләнәсәк), хоҡуҡ һаҡлау органдарына бала юғалыу хаҡында хәбәр алыу менән енәйәт эше ҡуҙғатырға тәҡдим итә. Һандар ҡурҡыныс: йыл һайын Рәсәйҙә бәлиғ булмаған 17 меңдән ашыу кеше юғала, 48 мең бала өйҙән йә иһә махсус учреждениеларҙан ҡаса. Күптәре быны кәмһетеү-ҡыйырһытыуҙарға түҙмәйенсә эшләһә, бәғзе балалар сәйәхәт ҡомарына бирелә, мажара эҙләй. Белгестәр бындайҙарға геном теркәү үткәрергә һәм дактилоскопия эшләргә, уртаҡ мәғлүмәт базаһы булдырырға тәҡдим итә. Уларҙың фекеренсә, был эҙләү эшен күпкә еңеләйтәсәк.
Мобиль элемтә операторҙарына ла һорау бар: баҡһаң, хоҡуҡ һаҡлау органдары юғалған абоненттың телефоны буйынса ҡайҙалығын белеү өсөн уларға мөрәжәғәт итһә, “был шәхси мәғлүмәт” тип, хеҙмәттәшлектән баш тарталар, имеш. Был законлы, сөнки операторҙар енәйәт эше ҡуҙғатылған осраҡта ғына мәғлүмәт бирә ала, ә эш асыу хаҡында ҡарар, үҙ сиратында, өс тәүлек эсендә хәл ителә. Был күпме ваҡытты сарыф итә, ә һүҙ кеше ғүмере хаҡында бара! Ғөмүмән, күпселек миҫалдар буйынса эҙләү эшенең бала юғалғас уҡ башланғанда ғына уңышлы тамамланыуы билдәле. Шуға ла Эске эштәр министрлығы Тәфтиш комитетына бәлиғ булмаған кешенең юғалыуы хаҡында шунда уҡ енәйәт эше ҡуҙғатырға һәм оператив-эҙләү эштәре ваҡытында техник мәғлүмәт каналдарынан, шул иҫәптән мобиль телефондарҙан мәғлүмәт алыу өсөн суд ҡарары кәрәкмәүҙе закон нигеҙендә нығытырға тәҡдим итә.
Донъя тәжрибәһенә килгәндә, телефон буйынса суд ҡарарынан тыш мәғлүмәт алыу тыйыла, әммә бындай ғәмәлде барыбер “шым” ғына ҡулланыуҙан баш тартмайҙар.

Ғүмер өсөн – ғүмер


Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил Павел Астаховтың фекеренсә, сабыйҙарҙың ғүмеренә ҡул һуҙған кешеләр енәйәт өсөн үҙ ғүмере менән түләргә тейеш. Илдең Енәйәт кодексындағы иң юғары яза – кешене ғүмерлеккә иркенән мәхрүм итеү, тимәк, бала ғүмерен ҡыйыусыларҙың һуңғы сәғәттәренә тиклем йәмғиәттән сикләнеүе, тимер рәшәткә артында ултырыуы фарыз.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай вәхшиҙәр Рәсәйҙә бихисап. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы ун йылда ошондай енәйәттәрҙең һаны ике тапҡырға артҡан.
Сәбәбеме? Павел Астахов бәлә сығанаҡтарының береһен үткән быуаттың 80 – 90-сы йылдарында – илдең һынылыш осоронда – тыуған балаларҙың шәхес булып формалашыуында ошо буталсыҡ, ҡатмарлы йылдарҙың сағылыуында, хәҙер иһә уларҙың, үҫеп етеп, үҙҙәренең атай-әсәй булыуында күрә. Миҫал өсөн, бөтөн Брянск ҡалаһы кескәй Аняны эҙләгәндә Түбәнге Новгород ҡалаһында әсә дүрт айлыҡ улын 14-се ҡаттан ташлаған. Бала ыҙалап йән биргәндә, модель бизнесы менән шөғөлләнеүсе әсә тыныс ҡына йоҡларға ятҡан!.. Ике осраҡта ла – вәхшиҙәргә 20 – 25 йәш. Бындай миҫалдар быуа быуырлыҡ.
Тағы бер енәйәтте телгә алайыҡ. Ошо көндәрҙә Ҡурған ҡалаһында үҙ балаһын ҡыйырһытҡан атайға ҡарата хөкөм сығарылды – ул өс йыл ярым ғүмерен колонияла үткәрәсәк. Ғаилә башлығы – эшҡыуар, булдыҡлы, бөтмөр кеше, әммә үҙ проблемаларын хәл итә алмаған, күрәһең. Ир үҫмер улын музыкаль мәктәпкә барыуҙан баш тартҡаны өсөн туҡмап ташлаған, унан һуң, аяҡ-ҡулдарынан бәйләп, өсөнсө ҡаттағы балкондан баш түбән аҫып ҡуйған. 20 градус һалҡында эленеп торған малай өҙөлөп төшкән һәм, бәхетенә күрә, беренсе ҡаттағы магазин ҡыйығына эләккән. Йәрәхәтләнгән үҫмерҙе аҫтағы ҡатта йәшәүселәр тәҙрә аша индереп, полицияға хәбәр иткән, атайға ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ҡанһыҙлыҡтың сәбәбе ниҙә тиһегеҙме? Әлеге лә баяғы 90-сы йылдарҙа – ир ике тапҡыр Чечня һуғышында ҡатнашҡан, нимә генә күрмәгән дә ни генә кисермәгән... Бәғерһеҙлеген иһә “ҡыҙыулығы” менән аңлатҡан. Нисек кенә булмаһын, енәйәт өсөн уға яуап бирергә тура киләсәк.
Шулай уҡ төп сәбәптәрҙең береһен ғаилә сәйәсәтенә дәүләт кимәлендә иғтибар бирелмәүҙән дә эҙләргә кәрәк. Әгәр ҙә йәш быуынды рухи йәһәттән тәрбиәләүгә дәүләт тарафынан бөгөндән үк стратегик әһәмиәт һәм тейешле иғтибар бирелһә, бәлки, тиҫтә йылдан Аня Шкапцова миҫалын ҡабатларҙай вәхшиҙәр үҫмәҫ?
...Йәмғиәттә ниндәйҙер һынылыш яһарлыҡ, бала кеүек ҡурсалауға мохтаж, гонаһһыҙ йән эйәләренең хоҡуҡтарын нығытырлыҡ ҡанундар ҡабул итеү, был проблемаға йәмәғәтселектең иғтибарын йүнәлтеү өсөн шул тиклем ҡорбандар кәрәкме икән?
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






«Башинформ» йәнә республиканың иң күп өҙөмтә килтерелгән киң мәғлүмәт сараһы тип танылды

«Башинформ» йәнә республиканың иң күп өҙөмтә килтерелгән киң мәғлүмәт сараһы тип танылды 22.08.2025 // Йәмғиәт

«Башинформ» йәнә республиканың иң күп өҙөмтә килтерелгән киң мәғлүмәт сараһы тип танылды...

Тотош уҡырға 21

Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусының ғаиләһе «Йыл ғаиләһе» конкурсында еңеү яуланы

Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусының ғаиләһе «Йыл ғаиләһе» конкурсында еңеү яуланы 22.08.2025 // Йәмғиәт

Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе, Башҡортостандан сенатор...

Тотош уҡырға 23

Шишмәлә милли аш-һыу фестивалендә башҡорт халҡының милли ризығын әҙерләгәндәр

Шишмәлә милли аш-һыу фестивалендә башҡорт халҡының милли ризығын әҙерләгәндәр 22.08.2025 // Йәмғиәт

«Турахан» визит-үҙәге янында уҙған милли аш-һыу фестивале барышында донъялағы иң ҙур тултырылған...

Тотош уҡырға 22

Башҡортостанда производствола зыян күргәндәргә автомобилдәр тапшырылды

Башҡортостанда производствола зыян күргәндәргә автомобилдәр тапшырылды 21.08.2025 // Йәмғиәт

Социаль реабилитация сиктәрендә 16 кеше «Лада Гранта» алды....

Тотош уҡырға 48

Республиканың тағы бер районында медицина колледжы филиалы асыла

Республиканың тағы бер районында медицина колледжы филиалы асыла 21.08.2025 // Йәмғиәт

1 сентябрҙән Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында Сибай медицина колледжы филиалы үҙ эшен башлай....

Тотош уҡырға 29

Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы «Законлы водитель» махсус операцияһын башланы

Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы «Законлы водитель» махсус операцияһын башланы 21.08.2025 // Йәмғиәт

Сараның маҡсаты – водитель таныҡлығы булмаған, шулай уҡ машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителгән...

Тотош уҡырға 29

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо фаразлана

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо фаразлана 21.08.2025 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, алдағы өс көндә һауа температураһы +27, +29° тиклем күтәрелә....

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо көтөлә

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо көтөлә 21.08.2025 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, алдағы өс көндә һауа температураһы +27, +29° тиклем күтәрелә....

Тотош уҡырға 27

Республикала иң яҡшы комбайнсыны асыҡлайҙар

Республикала иң яҡшы комбайнсыны асыҡлайҙар 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ураҡта иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән өсөн сираттағы республика конкурсы ойошторола....

Тотош уҡырға 36

Башҡортостанда Верхоторҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә

Башҡортостанда Верхоторҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә 20.08.2025 // Йәмғиәт

Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов үҙенең телеграм-каналында ошо турала хәбәр итә....

Тотош уҡырға 30

Республикала 1 сентябрҙән студент ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөк буйынса пособие түләнә башлай

Республикала 1 сентябрҙән студент ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөк буйынса пособие түләнә башлай 20.08.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй вуздарында һәм колледждарында уҡып йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар йөклөлөк һәм бала табыу буйынса...

Тотош уҡырға 31

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе...

Тотош уҡырға 48