Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр яҙмыш — оло тарих
Атайым хәтирәләренән
Кеше ғүмеркәйе бигерәк ҡыҫҡа, шуныһы үкенесле. Тиккә генә боронғолар “Үткән ғүмер — аҡҡан һыу” йәки “Һай, минең ғүмерем ишектән инеп түргә үткән тиклем генә” тимәгән. Тыуған ауылыма бер нисә көнгә генә ҡайтһам да, оло инәйҙәрҙең, бабайҙарҙың хәлдәрен белешеп, боронғо ваҡиғалар, баштарынан үткәндәре, кисерештәре тураһында һорашып, дәфтәргә теркәп бара торғайным.
Ҡайһы берәүҙәре менән хат алыштым. Атайыма ла: “Иҫеңдә ҡалған фәһемле хәл-ваҡиғалар тураһында һөйлә әле”, — тип, тиҙ генә ручка, дәфтәр алып, эргәһенә ултырам. Һәр быуын кешеһенең яҙмышы — үҙе бер оло тарих. Ул ихласлап һөйләй, ә мин яҙам.
Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында йәшәгән атайым Шәкир Аллабирҙе улы Ишмөхәмәтов — етемлектең әсеһен, заманының ауырлыҡтарын татыған уҙаман, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Уның яҡты донъянан китеүенә инде биш йылдан ашыу ваҡыт үтеп китте. Минең менән бөтә күңелен биреп әңгәмәләшкән инәй-бабайҙарым да күптән был фани донъяны ташлап киткән. Яҙмаларымды уҡыған һайын атайым, башҡалар күҙ алдыма баҫа, әллә нисәмә йыл аша улар менән һөйләшкән һымаҡ булам, фәһемле һүҙҙәре иҫкә төшә, үҙем өсөн ниндәйҙер яңылыҡ асам. Шул заман кешеләренең йәшәйешен, тормош-шөғөлөн, холоҡ-фиғелдәрен күҙ алдыма килтерәм, рухи донъяларын аңларға тырышам. Дәфтәремдән атайым хәтирәләре буйынса яҙылған бер өҙөктө уҡып сыҡҡас, гәзиткә мәҡәлә яҙып ебәрергә булдым. Йәш быуын вәкилдәре, мин яҙғандарҙы уҡып, бәлки, үҙҙәренең олатай-өләсәйҙәрен танып, иҫенә төшөрөр, уларҙың тормошонан фәһем алыр.
“1937 йылдың август аҙағы булһа кәрәк. Миңә ул ваҡытта ун бер йәш ине. Ауылыбыҙға Заһир Исмәғилев менән Ғәйнан Әмири килде. Композитор матур плащ кейгән, яҙыусы пилоткала ине. Боронғо йырҙар, бейеүҙәр эҙләп йөрөйҙәр икән. Халыҡты мәсеттә йыйҙылар. Ҡурайсыларҙы, бейеүселәрҙе, йырсыларҙы саҡырттылар. Заһир Исмәғилев үҙе ҡурайҙа бик оҫта уйнай ине. Ҡыҙыу эш мәле булғанлыҡтан, шул саҡтағы ауылыбыҙҙың иң оҫта ҡурайсылары Әбделғәни Йәнғәлин, Яхъя Әминев, Зәкәриә Әминев ағайҙар өйҙә булманы. Абдрахман Хәлитов (Әнүәр мулланың улы) ғына өйҙә ине. Кешеләрҙе бейетеп, йырлаттылар. Ҡалғаҫауҙан Ғәлләм Бикбаев, Ямаштан Шәйхислам Иҫәнаманов, Түбәнге Нөгөштән Динислам Йәғәфәров бабайҙарҙың йырлағаны хәтерҙә. Шәйхислам бабайҙың йырының көйө “Ашҡаҙар”ға оҡшаңҡырағайны.
Мыйыҡсан да егет, һай, мыйыҡсан,
Ҡыйыусан да егет, ҡыйыусан.
Иҫән генә йөрөп, һауҙар ҡайтһаң,
Ҡаршы сығыр инем ойоҡсан,
— тип йырланы.
Ҡалғаҫауҙан Ғәлләм Бикбаев башҡарған “Тәфтиләү” йыры халыҡтың йөрәгенә үтеп керҙе, күптәренең күҙҙәренә йәш эркелде. Ул йыр әле лә ҡолаҡта яңғырап торған һымаҡ. Динислам бабай үҙенең әбейе Фәрхиямал тураһында йыр сығарған булған икән — шуны йырлап ишеттерҙе. “Һандыҡтарға һалып бикләп ҡуймаҫтар”, — тигән юлдары ғына хәтерҙә ҡалған. Баҡһаң, йәш саҡтарында Фәрхиямалды туғандары Динисламға кейәүгә бирергә оҙаҡ ҡына риза булмаған икән.
Күңелдәрҙе әсир иткән, бик һағышлы, моңло “Ғәлиәхмәт” тигән йыр бар ине. Кем сығарғандыр, хәтерләмәйем. Ғәлиәкбәрҙә йәшәгән Ғәлиәхмәт тигән абруйлы, һомғол буйлы, бик матур кеше тураһында. Нөгөштә батып үлгән, ҡәбере — Бәккән тамағында, тинеләр. Йырҙың ошондай юлдары хәтеремдә һаҡланған:
Маңлай ғына сәсем киҫелгәнен
Төштәремдә күреп уяндым.
Зифа ғына буйлы Ғәлиәхмәт
Сөләнәйә ташта юғалды.
Әхмәҙулла ағай Аҫылғужин: “Хоҙай ғүмер бирһен күп йылға”, — тип йырлағайны, әсәйем, ҡурҡып: “Алай ҙа кеше күп булманы, юғиһә алып китеп барырҙар ине”, — тине. “Хоҙай” һүҙен ҡулланғанғалыр инде. Ни тиһәң дә, халыҡтың ҡотон алған, ҡара ҡайғылар килтергән фажиғәле 1937 йыл ине шул.
Фатима Йәнғәлина һәм Фатима Әминева апайҙар бик оҫта итеп “Байыҡ”ҡа бейене. Абдулла Бикешев бейей белмәгәндәрҙән, көйөнә баҫмағандарҙан көлөп:
Һикергеләй-микергеләй
Ниндәй ҡыҙыҡ бәндә был?
Илергәнме, тилергәнме,
Әллә енләнгәнме был?
— тип, таҡмаҡ әйтеп ултырһа ла, халыҡ Заһир Исмәғилев менән Әбдрахман Хәлитов ағайҙың ҡурайына ҡушылып йырланы, бөтә күңеленән дәртләнеп, донъяһын онотоп бейене. Ә таҡмаҡҡа бер кем үпкәләп тә ҡуйманы. Ул саҡта халыҡ, тормош ни хәтлем генә ауыр булмаһын, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫкә, үҙ күңелен үҙе күтәрергә тырышты. Әхмәҙулла ағай Ғәбитов, Фәриҙә апай Әминеваның пьесаларҙа уйнағаны әле лә хәтерҙә.
Хәҙерге ҡурайсылар көйҙәрҙе, эшкәртәбеҙ тип, боҙоп бөтөрҙө. Ул замандағылар иһә күкрәктән сығарып уйнар ине. Хәҙер элекке шикелле оҫта ҡурайсылар юҡ, ул ваҡыттағы халыҡ йырҙары ла ишетелмәй”.
Сәхнәлә “Байыҡ” көйөнә ир-егеттәр генә бейегәнен күреп күнегелгән, шунлыҡтан атайым һөйләгәндә был көйгә ҡатын-ҡыҙ ҙа бейейме икән ни, тип, ғәжәпләнеп ҡуйғайным. Атайым: “Һеҙ, йәштәр, юҡҡа ғына аптырайһығыҙ. Элек ҡатын-ҡыҙ таҫтамал тотоп тороп көрәшер ҙә ине. Уны бер кем дә ғәйеп тип һанаманы”, — тине.
Телевизорҙан республика буйынса “Байыҡ” бейеү конкурсы иғлан ителгәс, ике Фатима инәй күҙ алдыма килеп баҫты. Ауылымдың инәйҙәре “Байыҡ”ты күптән бейегән инде, тип ғорурланып ҡуйҙым. Эх, күрергә ине шул замандағы ошо ҡатындарҙың бейегәнен! Ниндәй уй-тойғо кисерҙеләр ҙә ниндәй хәрәкәттәр яһанылар икән?
Ул замандарҙа халыҡ емертеп эшләгән дә, шағир, бейеүсе, композитор, йырсы ла була белгән. Кәрәк саҡта бер-береһенең етешһеҙлегенән көлөп таҡмаҡ та сығарған. Ҡәйүм Сәғитов, Яхъя Әминев олатайҙар сығарған таҡмаҡтарҙың ҡайһылары, быуындан быуынға күсеп, әле һаман да Ғәлиәкбәр халҡының хәтерендә һаҡлана.
Ә беҙҙең быуын йәштәре Шәкир ағай Ғәбитовтың ҡурайына бейеп үҫте тиһәм, бер ҙә хаталанмам. Шәкир ағай, бер ҙә йыбанмай, беҙҙе ҡурай уйнап бейетер ине. Холоҡ-фиғелебеҙгә, кәүҙәбеҙҙе нисек тотоуыбыҙға ҡарапмы икән, бейергә төшһәк: “Һиңә — “Гөльямал”ды, һиңә — “Хәтирә”не, һиңә “Зарифа”ны уйнайым”, — тип, һәр беребеҙҙең бейейәсәк көйөн әйтеп торор ине. Ә бер саҡ Урал тигән егет бейергә төшкәйне, “Һиңә “Һимеҙ ҡыҙ”ҙы уйнайым”, — тимәһенме. Урал: “Ярар, ағай, миңә “Һимеҙ ҡыҙ” ҙа ярай ул”, — тип бейергә керешеп китте. Бындай ҙа бейеү көйө буламы ни тип, беҙ, ҡыҙҙар, шарҡылдап көлөшкән булдыҡ. Шәкир ағайыбыҙ һәр көйҙөң исемен әйтеп, беҙҙе ҡурайҙа бейетеп, милли мәҙәниәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләгән икән. Йыр-моңға, бейеүгә һәләт олатай-өләсәйҙәрҙән күскәндер инде, беҙҙең заман йәштәре лә матур итеп йырлай, бейей ине. Бергә уйнап үҫкән ҡыҙҙар араһында Әлфиә Йәнғәлинаның (Фатима инәй Йәнғәлинаның ейәнсәре), Рәйсә Әхмәтованың (хәҙер Ҡаһарманова) бейегәнен кинәнеп, һоҡланып күҙәтә торғайным. Улар миңә аҡҡош йөҙөп йөрөгәнде хәтерләтер ине. Оҫта итеп бейеү был ике ҡыҙға тәбиғәттән бирелгән. Әлфиәгә һәләт өләсәһенән мираҫ булып күскәндер. Заманында тейешле һөнәр алған булһалар, улар, һис шикһеҙ, сәхнә йондоҙо булыр ине.
Бер ниндәй музыка мәктәбендә уҡымаһалар ҙа, күп кенә егеттәр, хатта ҡайһы бер ҡыҙҙар ҙа өҙҙөрөп гармунда уйнаны. Айырыуса туғандарым, шулай уҡ класташтарым Камил, Урал Ғәбитовтар ҙа төрлө яҡлап һәләтле булды: үҙҙәре көслө математик, өҙҙөрөп гармунда уйнарҙар, дәртле итеп бейерҙәр ине. Уралдың моңло итеп йырлағаны бер ҙә онотолмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғүмере һандуғас моңолай бик ҡыҫҡа ғына булды шул. Камил да был донъяны ташлап китеп барҙы.
Беҙҙең заман йәштәре араһынан бер кемдең дә эсеп, алама һүҙҙәр һөйләп, тәртип боҙоп йөрөгәнен хәтерләмәйем. Арығансы милли бейеүҙәребеҙҙе бейеп, вальс өйөрөлөп, төрлө уйындар уйнап ҡайта торғайныҡ. Тәүфиҡ барҙа әҙәп бар, әҙәп барҙа иман бар. Иман булған ерҙә хәтәр булмаҫ.
Заман башҡа, заң башҡа тигәндәй, һәр осор әҙәм балалары алдына үҙ проблемаларын ҡуйып ҡына тора. Хәҙерге йәштәребеҙ ҙә үҙ йыр-моңдарыбыҙҙы, телебеҙҙе, булмышыбыҙҙы, ата-бабаларыбыҙ тәрбиәһен һаҡлаһын, олатай-өләсәйҙәребеҙҙән өлгө алып, көслө рухлы булһын ине. Ул саҡта бер ниндәй ҙә ауырлыҡтарға, заман ауырыуҙарына бирешмәҫтәр, ныҡлы булырҙар.
Шәһүрә ӘХМӘҘИЕВА,
Башҡортостандың
атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Учалы районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21