Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Буранғолдоң йөҙөк ҡашы
Буранғолдоң йөҙөк ҡашы Заманында Мәүҙиға Ғаффан ҡыҙы Ғәбитова Буранғол ауылында ғына түгел, ғөмүмән, районда иң сағыу шәхестәрҙең береһе ине. Өлкән һәм урта быуын кешеләре бөгөн дә уны яҡшы хәтерләй. Хәйер, ауылдаштары өсөн ул әле лә иң абруйлы ҡатын-ҡыҙҙың береһе, инде күптән хаҡлы ялда булһа ла, йәмәғәт тормошонан айырылғаны юҡ.
Мәүҙиға апайҙың бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Атаһы Ғаффан Сабит улы Бөйөк Ватан һуғышына киткәндә, әсәһе алты бала менән тороп ҡала. Дөрөҫөрәге, иң бәләкәстәре Раил ҡорһаҡта ҡалып, атаһы киткәс кенә донъяға килә. Әсәһе Хәсипъямал Мөхәмәтдин ҡыҙының яҙмышы – һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙың әсе, аяуһыҙ ауырлығын үҙ иңендә татыған меңдәрсә тол ҡатындарҙың көнитмеше сағылышы ул. Көндөҙ ураҡта йә бесәндә бил бөкһә, төнгөлөккә фермаға ҡарауылға йә ырҙын табағына эшкә китә. Ә өйҙә бер телем икмәккә тилмергән береһенән-береһе ваҡ балалар: биш малай һәм бер ҡыҙ – Мәүҙиға.
– Яңғыҙ һыйырыбыҙҙың айыртҡан һөтө генә эләгә ине беҙгә, майын дәүләткә тапшырабыҙ, – тип хәтерләгәне иҫемдә Мәүҙиға апайҙың. – Бер ваҡыт әсәйем ялан яғына башаҡҡа сығып китте. Мин бик бәләкәй инем, шулай ҙа иҫтә ҡалған. Үҙе менән өлкән ағайым Мохтарҙы ла алды. Ҡустым — имсәк сабыйҙы ла ҡалдырманы. Кире ҡайтып киләләр икән. Әсәйҙең ҡулында – ҡустым, арҡаһында – башаҡ тултырылған тоҡ. Үҙәгенә үткәндер инде, әллә ирененән ана һөтө лә кипмәгән ағайымды һынар өсөн әйткәндерме, хәлдәрем бөттө, был баланы ҡумырыҡҡа тығайым да китәйем, тигән әсәй. Шунда Мохтар ағайым: “Ҡуй, әсәй, улайтма, ҡустымды үҙем күтәреп алып ҡайтам”, – тип инәлгән.
…Һуғыш тамамлана. Тормош ҡына арыуланмай. Иҫән ҡалғандар берәм-һәрәм ҡайта башлай. Әхирәттәренең атайҙарына һыйынып иркәләнеүен күреп йөрөгән Мәүҙиға әсәһенә:
– Бер генә тапҡыр “атай” тип әйтеп ҡарағым килә, – тип иламһырай.
Иренең хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡында “ҡара ҡағыҙ” алған Хәсипъямал инәй йыш ҡына: “Ауан, алдан барып ингәндер инде ут эсенә, башҡалар һымаҡ хәйләне белмәй торғайны бит ул”, – тип һуҡраныр булған.
Ул йылдарҙы хәтерләүе бөгөн дә еңел түгел Мәүҙиға апайға. Атаһы яуға киткәндә ни бары ике генә йәш булғас, яҡын кешеһен ул бер нисек тә күҙ алдына килтерә алмай. “Исмаһам, берәй фотоһы ла ҡалмаған бит”, – тип үкенә ил инәһе.
Белемгә ынтылышы көслө була Мәүҙиға Ғаффан ҡыҙының. Ауылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Асҡар урта мәктәбенә уҡырға бара. Әсәһе көлгә күмеп бер икмәк бешереп бирә, уны теүәл бер аҙнаға еткерергә кәрәк. Интернат һыуыҡ, утынды балалар үҙҙәре тумырып яра, үҙҙәре яға.
– Һигеҙенсе класҡа барғас, әсәйем баҙарҙан кирза итек, көпө алып бирҙе. Ҡыш әлеге итегемдең башы айырылды. Ҡайта һалып китеп булмай. Итегемдең ҡап-ҡоп булып йөрөгәнен хәтерләһәм, үҙәктәрем өҙөлә: дуҫыма түгел, дошманыма ла күрһәтмәһен инде ундай хәлдәрҙе. — Мәүҙиға апайҙың тауышы ҡалтырап китә.
Ас-яланғас йөрөп булһа ла урта мәктәпте тамамлай ҡыҙыҡай. Артабан да уҡыр ине – мөмкинлек юҡ. Ауылдашы Миҙәхәт менән тормош ҡороп ебәрәләр. Бер-бер артлы балалары донъяға килә.
– Эш күңелемә яҡын, халыҡ араһындамын, артабан уҡырға кәрәклеген аңланым. Өфө китапханасылар техникумына барып индем, ситтән тороп уҡып, уңышлы тамамланым. Терәгем дә, ярҙамсым да Миҙәхәт булды. Механизатор булып эшләне, бик тырыш, эшһөйәр ине. Ҡырҡ биш йыл татыу ғүмер кисерҙек, биш бала тәрбиәләп үҫтерҙек. – Тормош юлдашын юғалтыуына байтаҡ йылдар үтһә лә, Мәүҙиға Ғаффан ҡыҙының уй-хәсрәте бүҫкәрмәй. Өҫтәүенә бала ҡайғылары кисерергә лә тура килә һуңынан.
…Элек китапхана мәҙәни тормоштоң үҙәге ине. Китапханасы пропагандист, агитатор, лектор, халыҡ суды заседателе һәм башҡа эштәрҙе алып бара. Төп вазифаһында ҡайнап йөрөп эшләй (ә ул ваҡытта китап уҡыусылар күп булды, китапханалар һис буш торманы), ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булараҡ, ауылда тәрбиә эше лә күберәк уның елкәһенә йөкмәтелә. Һәр төрлө саралар ойоштороу, район, республика кимәлендә семинарҙар үткәреү, ауыл, район Советтарына депутат итеп һайланғас, һайлаусыларҙың наказдарын үтәү, сессияларҙа, партия конференцияларында ҡатнашыу – былар Мәүҙиға Ғәбитова башҡарған эштәрҙең бер өлөшө генә. Эргәңдә һине аңлап торған кешең булмаһа, үҙенең ауыр хеҙмәтенән тыш, һинең ғаилә хәстәрлектәрен дә бүлешмәһә, моғайын, ул тиклем тынғыһыҙ эшмәкәрлекте алып барып та булмайҙыр.
Китапханала егерме йылдан ашыу эшләгән Мәүҙиға Ғаффан ҡыҙын 1983 йылда ауыл Советы секретары, йәнә ике йылдан ауыл Советы рәйесе итеп ҡуялар. Бөтә күрһәткестәр буйынса ла алда барған ауыл Советы етәксеһен, әүҙем йәмәғәтсене – СССР-ҙың һуңғы саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлайҙар. Бында ла Мәүҙиға Ғаффан ҡыҙы Ғәбитоваға яуаплы бурыс йөкмәтелә: ул Юғары Советтың ҡатын-ҡыҙҙар комитетына һайлана.
– Валентина Матвиенко етәкселегендә күп файҙалы эштәр атҡарҙыҡ, – тип хәтерләй Мәүҙиға Ғаффан ҡыҙы. – Депутат булараҡ, совхозға, районға, республикаға эшлекле ярҙам күрһәттек.
Ул йылдарҙа ауылдар гөрләп торҙо. Колхоз-совхоздарҙың әле тарҡалмаған сағы, бар халыҡ эш өҫтөндә. Кешеләр дәртле ине: кистәрен клуб буш торманы, Мәүҙиға апай Ғәбитова кеүек йәмәғәтселәр тейешле тәрбиә эшен дә алып барҙы, халыҡтың ялын да ойоштора белде. Ҡаҙ өмәләре, ҡарға бутҡаһы, айныҡ туйҙар, ҡәйнәләр һәм килендәр кисәһе, өлгөлө ғаиләләрҙе, алдынғы эшсәндәрҙе хөрмәтләү саралары, ауылдаштар осрашыуы, шәжәрә байрамы – һанап бөтөрлөк түгел. Буранғолда йәмәғәт эштәре буйынса ике тапҡыр республика семинары, йәнә лә күсмә район сессияһы үткәрелде. Бәләкәй генә Һәйетҡол ауылында районда ғына түгел, республикала беренселәрҙән булып “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы гөрләп уҙҙы.
– Бер ваҡыт ҡаҙ өмәһенә Мәскәүҙән бөтәбеҙгә лә билдәле В. Песков килеп төштө. Байрамда ихлас ҡатнашып, һуңынан ул “Комсомольская правда” гәзитендә ҙур мәҡәлә менән сығыш яһаны, – ти Мәүҙиға Ғаффан ҡыҙы. – Башҡорттоң ҡунаҡсыллығын күреп, һәр төрлө ризығынан ауыҙ итеп, ҡыуанып ҡайтып киткәйне…
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәүҙиға Ғаффан ҡыҙы Ғәбитованың хөрмәт һәм маҡтау ҡағыҙҙары үҙе бер һандыҡ. Улар араһында Тыныслыҡты һаҡлау совет комитетының, БАССР Юғары Советы президиумының, партияның өлкә комитеты грамоталары, Совет ҡатын-ҡыҙҙары союзы дипломы, “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” дипломы, “Социалистик ярышта еңеүсе” билдәләре лә бар.
– Илебеҙҙең бик күп сәйәси эшмәкәрҙәрен, етәкселәрен, космонавт һәм артистарын танып-күреп беләм. Юғары Советта депутат булған йылдарым көсөргәнешле эшмәкәрлеге менән генә түгел, ҡыҙыҡлы, яҡты хәтирәләре менән дә хәтерҙә ҡалған, – ти Мәүҙиға апай. – Тағы өҫтәп шуны әйтер инем: иҫ киткес эшлекле, намыҫлы кешеләр йәшәй Буранғолда. Ауылдаштарыма барыһы өсөн дә оло рәхмәтемде белдерәм. Уларҙың ярҙамынан тыш шул хәтле эште башҡара алмаҫ инем…
Ил инәһенә ҡыуаныслы ғүмер, сәләмәтлек насип итһен.

Әбйәлил районы.


Автор: Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 0

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 3

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2

Май байрамдарында республика дауаханалары нисек эшләй

Май байрамдарында республика дауаханалары нисек эшләй 28.04.2026 // Йәмғиәт

Май байрамдарында республика дауаханалары нисек эшләй...

Тотош уҡырға 3

Республикала Андреевтар ғаиләһендә унынсы бала тыуған

Республикала Андреевтар ғаиләһендә унынсы бала тыуған 27.04.2026 // Йәмғиәт

Күп балалы ата-әсәгә тантаналы шарттарҙа тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырылды....

Тотош уҡырға 4

Республикала БПЛА осороу сикләнә

Республикала БПЛА осороу сикләнә 27.04.2026 // Йәмғиәт

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығын билдәләүгә бәйле ошондай саралар ҡабул ителде....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә