Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Муса Гәрәевтең самолетын тергеҙмәкселәр
Башҡортостанда ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең 24-се борт номерлы легендар ИЛ-2 самолет-штурмовигын тергеҙергә теләйҙәр. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында иң күп таралған самолет ИЛ-2 була. Ул осорҙа был штурмовикты 36 мең дана сығаралар. “Катюша” йәки Т-34 танкы кеүек үк, ул да Еңеү символына әүерелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле Рәсәйҙә бөтөн килеш һаҡланған бер генә ИЛ-2 самолеты ла юҡ.
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе проекты бик ҡиммәтле: самолетты йыйыу өсөн биш миллион һумдан ашыу аҡса кәрәк. Проекттың инициаторы – Өфөнән граждан авиацияһы ветераны, оҙаҡ йылдар бортинженер булып эшләгән Рифғәт Денисламов. Уның әйтеүенсә, әле “Электрогазета”ла Рәсәй Президенты грантына заявка бирелгән. Быйыл Владимир Путин граждан йәмғиәте институттарын үҫтереүҙә ҡатнашҡан һәм социаль йәһәттән әһәмиәтле проект­тарҙы тормошҡа ашырған коммер­цияға һәм хөкүмәткә ҡарамаған ойошмаларға дүрт миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. ИЛ-2 – Рифғәт Карам улы тергеҙгән тәүге самолет ҡына түгел. Уның етәкселегендә АН-2 самолеты тергеҙелде һәм Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында постаментҡа ҡуйылды.
Башҡортостанда тыуып үҫкән, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, легендар осоусы Муса Гәрәев һуғыш йылдарында ИЛ-2 самолетында 300-ҙән ашыу хәрби осош яһай. Бөтә Советтар Союзы Геройҙары араһында 23 йәшлек Муса Гәрәевкә генә бер көндә – 1945 йылдың 1 майында ҡолатылған Германия биләмәһендә ике Герой йондоҙо тапшырыла. Һуғышты ул майор, полк штурманы булып тамамлай. 1945 йылдың 24 июнендә Мәскәүҙәге Еңеү Парадында ҡатнаша.
Отставкаға сыҡҡас, Муса Ғайса улы Өфөлә йәшәй, 1965 йылдан 1977 йылға тиклем ДОСААФ-тың Башҡортостан республика комитеты рәйесе була. Әле Дан бульварында, ДОСААФ бинаһы алдында уға бюст ҡуйылған. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Еңеү паркында, Ағиҙелдең текә ярында ерләнгән.
Самолетты тергеҙеү проекты буйынса эш планы ҙур күләмле. Штурмовикты йыйыу өсөн эҙәрмән отрядтары эшендә лә ҡатнашыу күҙаллана. Әгәр ИЛ-2 самолет-штурмовиктары табылһа, һаҡланып ҡалған деталдәр­ҙең яраҡлылыҡ дәрәжәһе урында уҡ баһаланасаҡ. Артабан Өфөнән һәм республиканың башҡа ҡалаларынан белгес-авиатөҙөүселәр йәлеп ителә­сәк. Деталдәрҙең сифаты буйынса һуңғы һүҙҙе тап улар әйтәсәк. Шулай уҡ самолетты йыйыу урынын билдәләү, С.В. Ильюшин исемендәге авиация комплексынан самолеттың һыҙмаларын һәм техник документтарын ваҡытлыса файҙа­ланыуға тапшырыу тураһында һөйләшеп килешеү бурысы тора.
Тергеҙелгән ИЛ-2, “Еңеүҙең ҡанатлы иҫтәлеге” тарихи самолеттар коллекцияһына индерелеп, Бөйөк Ватан һуғышында самолет-штур­мовиктарҙа осҡан ҡаһарман лет­чиктарға һәйкәл буласаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә