Муса Гәрәевтең самолетын тергеҙмәкселәр15.08.2017
Башҡортостанда ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең 24-се борт номерлы легендар ИЛ-2 самолет-штурмовигын тергеҙергә теләйҙәр. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында иң күп таралған самолет ИЛ-2 була. Ул осорҙа был штурмовикты 36 мең дана сығаралар. “Катюша” йәки Т-34 танкы кеүек үк, ул да Еңеү символына әүерелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле Рәсәйҙә бөтөн килеш һаҡланған бер генә ИЛ-2 самолеты ла юҡ.
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе проекты бик ҡиммәтле: самолетты йыйыу өсөн биш миллион һумдан ашыу аҡса кәрәк. Проекттың инициаторы – Өфөнән граждан авиацияһы ветераны, оҙаҡ йылдар бортинженер булып эшләгән Рифғәт Денисламов. Уның әйтеүенсә, әле “Электрогазета”ла Рәсәй Президенты грантына заявка бирелгән. Быйыл Владимир Путин граждан йәмғиәте институттарын үҫтереүҙә ҡатнашҡан һәм социаль йәһәттән әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырған коммерцияға һәм хөкүмәткә ҡарамаған ойошмаларға дүрт миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. ИЛ-2 – Рифғәт Карам улы тергеҙгән тәүге самолет ҡына түгел. Уның етәкселегендә АН-2 самолеты тергеҙелде һәм Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында постаментҡа ҡуйылды.
Башҡортостанда тыуып үҫкән, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, легендар осоусы Муса Гәрәев һуғыш йылдарында ИЛ-2 самолетында 300-ҙән ашыу хәрби осош яһай. Бөтә Советтар Союзы Геройҙары араһында 23 йәшлек Муса Гәрәевкә генә бер көндә – 1945 йылдың 1 майында ҡолатылған Германия биләмәһендә ике Герой йондоҙо тапшырыла. Һуғышты ул майор, полк штурманы булып тамамлай. 1945 йылдың 24 июнендә Мәскәүҙәге Еңеү Парадында ҡатнаша.
Отставкаға сыҡҡас, Муса Ғайса улы Өфөлә йәшәй, 1965 йылдан 1977 йылға тиклем ДОСААФ-тың Башҡортостан республика комитеты рәйесе була. Әле Дан бульварында, ДОСААФ бинаһы алдында уға бюст ҡуйылған. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Еңеү паркында, Ағиҙелдең текә ярында ерләнгән.
Самолетты тергеҙеү проекты буйынса эш планы ҙур күләмле. Штурмовикты йыйыу өсөн эҙәрмән отрядтары эшендә лә ҡатнашыу күҙаллана. Әгәр ИЛ-2 самолет-штурмовиктары табылһа, һаҡланып ҡалған деталдәрҙең яраҡлылыҡ дәрәжәһе урында уҡ баһаланасаҡ. Артабан Өфөнән һәм республиканың башҡа ҡалаларынан белгес-авиатөҙөүселәр йәлеп ителәсәк. Деталдәрҙең сифаты буйынса һуңғы һүҙҙе тап улар әйтәсәк. Шулай уҡ самолетты йыйыу урынын билдәләү, С.В. Ильюшин исемендәге авиация комплексынан самолеттың һыҙмаларын һәм техник документтарын ваҡытлыса файҙаланыуға тапшырыу тураһында һөйләшеп килешеү бурысы тора.
Тергеҙелгән ИЛ-2, “Еңеүҙең ҡанатлы иҫтәлеге” тарихи самолеттар коллекцияһына индерелеп, Бөйөк Ватан һуғышында самолет-штурмовиктарҙа осҡан ҡаһарман летчиктарға һәйкәл буласаҡ.