Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Парламент өсөн белгестәр әҙерләнә
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты менән Башҡорт дәүләт университеты бакалаврҙар һәм магистрҙар әҙерләүҙә хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөнө.
Документ мәғариф, фән, һөнәри белем биреү программалары төҙөү һәм уларҙы тормошҡа ашырыу, университетта уҡығандарҙың практикаларын һәм стажировкаларын ойоштороу өлкәһендә университет менән парламент Секретариаты араһында үҙ-ара эшмәкәрлектең перспективалы йүнәлештәрен үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Килешеүгә БДУ ректоры Николай Морозкин һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе Марат Шәйхулов ҡул ҡуйҙы.
– Был – мөһим ваҡиға. Башҡорт дәүләт университеты Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай менән бәйләнештә булған терәк вуздарҙың береһе. Ул шулай уҡ республика парламенты Секретариаты өсөн кадрҙар әҙер­ләгән төп белем усаҡтары иҫәбенә инә, – тине документҡа ҡул ҡуйыу сараһында ҡатнашҡан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Парламент Секретариаты менән БДУ араһында бындай килешеү әүәлерәк тә төҙөлгәйне, тик ул Хоҡуҡ институты менән эш итеүгә ҡағыла ине. Хәҙер ул университеттың барлыҡ подразделениелары өсөн ғәмәлдә.
Документта билдәләнеүенсә, Башҡорт дәүләт университеты студенттары Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариатында практика үтеп кенә ҡалмаясаҡ, улар менән берлектә ғилми тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнеү, конференциялар, “түңәрәк өҫтәл”дәр, симпозиумдар үткәреү күҙаллана. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариатының дөйөм мәҙәни һәм һөнәри компетенцияларҙы үҫтереүгә булышлыҡ иткән фәндәрҙе уҡытыу буйынса тәҡдимдәр индереү юлы менән университет бакалавриаты һәм магистратураһының төп белем биреү программаларын төҙөүҙә ҡатнашыуы планлаштырыла.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә