Парламент өсөн белгестәр әҙерләнә15.08.2017
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты менән Башҡорт дәүләт университеты бакалаврҙар һәм магистрҙар әҙерләүҙә хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөнө.
Документ мәғариф, фән, һөнәри белем биреү программалары төҙөү һәм уларҙы тормошҡа ашырыу, университетта уҡығандарҙың практикаларын һәм стажировкаларын ойоштороу өлкәһендә университет менән парламент Секретариаты араһында үҙ-ара эшмәкәрлектең перспективалы йүнәлештәрен үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Килешеүгә БДУ ректоры Николай Морозкин һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе Марат Шәйхулов ҡул ҡуйҙы.
– Был – мөһим ваҡиға. Башҡорт дәүләт университеты Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай менән бәйләнештә булған терәк вуздарҙың береһе. Ул шулай уҡ республика парламенты Секретариаты өсөн кадрҙар әҙерләгән төп белем усаҡтары иҫәбенә инә, – тине документҡа ҡул ҡуйыу сараһында ҡатнашҡан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Парламент Секретариаты менән БДУ араһында бындай килешеү әүәлерәк тә төҙөлгәйне, тик ул Хоҡуҡ институты менән эш итеүгә ҡағыла ине. Хәҙер ул университеттың барлыҡ подразделениелары өсөн ғәмәлдә.
Документта билдәләнеүенсә, Башҡорт дәүләт университеты студенттары Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариатында практика үтеп кенә ҡалмаясаҡ, улар менән берлектә ғилми тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнеү, конференциялар, “түңәрәк өҫтәл”дәр, симпозиумдар үткәреү күҙаллана. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариатының дөйөм мәҙәни һәм һөнәри компетенцияларҙы үҫтереүгә булышлыҡ иткән фәндәрҙе уҡытыу буйынса тәҡдимдәр индереү юлы менән университет бакалавриаты һәм магистратураһының төп белем биреү программаларын төҙөүҙә ҡатнашыуы планлаштырыла.