Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Балаларға наҙ өләшәләр
Балаларға наҙ өләшәләрБеҙҙең халыҡта “Исеменә күрә — есеме” тигән бик матур әйтем бар. Әңгәмәсем Гөлназ УСМАНОВА менән яҡындан танышҡас, тап ошо халыҡ әйтеме иҫкә төштө. Утыҙ йылдан ашыу ғүмерен Стәрлетамаҡ “Сабыйҙар йорто”на арнаған был ҡатындың күңеле һис шикһеҙ наҙға күмелгәненә төшөндөм.— Шуныһы ҡыҙыҡлы, Гөлназ Ғаяз ҡыҙы, буласаҡ эш урынығыҙ менән медицина училищеһында уҡығанда уҡ танышҡанһығыҙ икән.
— Беҙ, биш ҡыҙ, бында практика үтергә килдек. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә тәжрибәле етәксе, табип Зәйнәб Мәжит ҡыҙынан күп нәмәгә өйрәндек. Практика бөткәс, икәүебеҙҙе (шуларҙың береһе мин инем) каникул ваҡытында ла эшләргә саҡырҙылар. Уҡыуымды тамамлағас, хирургия бүлегенә эшкә барырға тейеш инем, әммә йүнәлтмә биреүсе комиссияны бында ебәрергә күндерҙем. Күрәһең, атлығыуым шул тиклем көслө булған, ул ваҡытта студенттарҙың теләгенә иғтибар итеп бармайҙар ине бит.
Дөрөҫөн әйткәндә, әлбиттә, тәүге осрашыуҙа ҙур тетрәнеү кисерҙем. Шул тиклем йәл булды ул балалар. Кемдер әсәһенән әжәл арҡаһында мәхрүм булған, ә кемделер ғәзиз кешеһе үҙ теләге менән ташлап киткән. Шул йәлләү тойғоһо уларға нисек тә ярҙам итеү теләген уятты. Бына шулай өс тиҫтә ғүмер үтеп тә киткән…
— Утыҙ йыл хеҙмәт хаҡында бер һүҙ менән генә еңел итеп әйттегеҙ ҙә бирҙегеҙ. Ә был тормош арауығында күпме ныҡыш­малылыҡ, сабырлыҡ ята. Эшегеҙ тураһында бер аҙ һөйләһәгеҙ ине.
— “Сабыйҙар йорто”нда тыуғас та етемлекте татыған, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар тәрбиәләнә. Нисек кенә үкенесле булмаһын, был сабыйҙар тәүге һүҙҙәрен ошо йортта әйтергә өйрәнә, ошо дәүләт йортонда тәүге аҙымдарын яһай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың күбеһе медицина буйынса ла, педагогик яҡтан да ярҙамға мохтаж. Берәүҙәре психик яҡтан үҫешмәгән, икенселәре физик кәмсе­лектәр кисерә, үҙәк нервы системаһы зарарланғандары ла бар.
Даун сиренән яфаланғандар осрай. Ошо ауырыуҙар теле асылырға торған бәләкәй балаға бигерәк ныҡ йоғонто яһай. Улар күберәк ым-ишара менән аңлаша, һүҙҙәрҙә ҡатмарлы өндәрҙе ябайына алмаштыра йә бөтөнләй төшөрөп ҡалдыра. Әгәр ҙә сабый менән ваҡытында телмәр өҫтөндә әүҙем эшләһәң, кәмселектәрҙе бөтө­рөп була, сөнки баланың баш мейеһе бәләкәй ваҡытта мәғлүмәтте тиҙ үҙләштерә.
Төрлө күнекмәләр, уйындар, матур уйынсыҡтар менән балаларҙы әүрәтеп, методик талаптар аша тел асҡысын табырға тырышабыҙ. Бигерәк тә хәрәкәтле уйындар ыңғай һөҙөмтә бирә, баланың телмә­рен камиллаштыра, күреү һәм ишетеү һәләтен (һүҙҙәрҙең мәғәнәһен, өндәрҙең айырма­һын) яҡшырта, физик үҫешенә булышлыҡ итә. Бала үҙен ышаныслы тота һәм төрлө уйындар­ҙа, байрамдарҙа әүҙем ҡатнаша башлай. Ул ҡысҡырып шиғыр һөйләй, уйында ҡатнашырға талпынып тора, балалар менән аралаша.
Әйткәндәй, белгес булараҡ үҙем дә һәр саҡ камиллашыу өҫтөндәмен, ошо маҡсатта Стәрлетамаҡ педагогия институтының башҡорт филологияһы факультетын тамамланым, Мәскәү университетының дефектология факультетында махсус курста уҡыным.
Ғөмүмән, “Сабыйҙар йорто”нда балаларҙы ысын шәхес итеп тәрбиәләү өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Сенсор бүлмәһе эшләй, сәләмәтлек кимәлен билдәләп, төрлө диагноздар буйынса дауалау бүлмәләре бар. Коллективтағы һәр кеше үҙ эшен белеп, еренә еткереп башҡара, һәммәһе оло йөрәкле.
Ләкин ниндәй генә яҡшы шарттар булдырылмаһын, бала күңеле барыбер әсә наҙына мохтаж. Һәр тыуған бала тик үҙ ғаиләһендә, ата-әсәһенең йылы ҡосағында үҫергә тейеш тә бит. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: Рәсәйҙәге етемдәрҙең 90 процентының ата-әсәһе иҫән… Ошо балаларҙың үҙ ғаиләһен табыуын, “әсәй” тип әйтеү бәхетенән мәхрүм булмауын көн дә теләйем. Балалар күркәм, татыу ғаиләләрҙә мөхәббәт сәскәләреләй наҙлы булып үҫһен ине.
— Ғаилә тигәндән, үҙегеҙҙең бала­ларығыҙ бармы?
— Ҡыҙым Альбина хәҙер үҫкән инде. Үҙем уҡытыусылар династия­һынан булһам да, ул бөтөнләй икенсе һөнәрҙе һайланы: технологиялар өлкәһендә буласаҡ белгес – Өфө дәүләт авиация техник университетында уҡый. Рәсәй Президенты стипендиаты, үҙ төркөмөндә староста, өҫтәүенә хәрби кафедрала ла уҡый.
— Бөгөнгө йәштәрҙең өлгөрлө­гөнә, тилберлегенә һоҡланмау мөм­кин түгел. Тик ниндәй өлкәлә генә эшләмәһендәр, хеҙмәтенә һеҙҙең һымаҡ йөрәктәрен биреп башҡары­уын теләргә ҡалалыр. Ысынлап та, эшегеҙ хеҙмәт урынығыҙ ғына түгел һымаҡ…
— Йылы һүҙ – йән аҙығы. Әйткән­дәрегеҙгә рәхмәт. Минеңсә, кеше үҙ артынан ниндәйҙер эҙ ҡалдырып, изгелек һибеп китергә тейеш. Шул мәлдә генә һин ысынлап та бәхетлеһең. Ә етем балаларҙы бәхетле итергә тырышыуҙан да ҙур бәхет бармы һуң?!

Рәмил МАНСУРОВ әңгәмәләште.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 0

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 3

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2

Май байрамдарында республика дауаханалары нисек эшләй

Май байрамдарында республика дауаханалары нисек эшләй 28.04.2026 // Йәмғиәт

Май байрамдарында республика дауаханалары нисек эшләй...

Тотош уҡырға 3

Республикала Андреевтар ғаиләһендә унынсы бала тыуған

Республикала Андреевтар ғаиләһендә унынсы бала тыуған 27.04.2026 // Йәмғиәт

Күп балалы ата-әсәгә тантаналы шарттарҙа тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырылды....

Тотош уҡырға 4

Республикала БПЛА осороу сикләнә

Республикала БПЛА осороу сикләнә 27.04.2026 // Йәмғиәт

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығын билдәләүгә бәйле ошондай саралар ҡабул ителде....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә