Беҙҙең халыҡта “Исеменә күрә — есеме” тигән бик матур әйтем бар. Әңгәмәсем Гөлназ УСМАНОВА менән яҡындан танышҡас, тап ошо халыҡ әйтеме иҫкә төштө. Утыҙ йылдан ашыу ғүмерен Стәрлетамаҡ “Сабыйҙар йорто”на арнаған был ҡатындың күңеле һис шикһеҙ наҙға күмелгәненә төшөндөм.— Шуныһы ҡыҙыҡлы, Гөлназ Ғаяз ҡыҙы, буласаҡ эш урынығыҙ менән медицина училищеһында уҡығанда уҡ танышҡанһығыҙ икән.
— Беҙ, биш ҡыҙ, бында практика үтергә килдек. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә тәжрибәле етәксе, табип Зәйнәб Мәжит ҡыҙынан күп нәмәгә өйрәндек. Практика бөткәс, икәүебеҙҙе (шуларҙың береһе мин инем) каникул ваҡытында ла эшләргә саҡырҙылар. Уҡыуымды тамамлағас, хирургия бүлегенә эшкә барырға тейеш инем, әммә йүнәлтмә биреүсе комиссияны бында ебәрергә күндерҙем. Күрәһең, атлығыуым шул тиклем көслө булған, ул ваҡытта студенттарҙың теләгенә иғтибар итеп бармайҙар ине бит.
Дөрөҫөн әйткәндә, әлбиттә, тәүге осрашыуҙа ҙур тетрәнеү кисерҙем. Шул тиклем йәл булды ул балалар. Кемдер әсәһенән әжәл арҡаһында мәхрүм булған, ә кемделер ғәзиз кешеһе үҙ теләге менән ташлап киткән. Шул йәлләү тойғоһо уларға нисек тә ярҙам итеү теләген уятты. Бына шулай өс тиҫтә ғүмер үтеп тә киткән…
— Утыҙ йыл хеҙмәт хаҡында бер һүҙ менән генә еңел итеп әйттегеҙ ҙә бирҙегеҙ. Ә был тормош арауығында күпме ныҡышмалылыҡ, сабырлыҡ ята. Эшегеҙ тураһында бер аҙ һөйләһәгеҙ ине.
— “Сабыйҙар йорто”нда тыуғас та етемлекте татыған, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар тәрбиәләнә. Нисек кенә үкенесле булмаһын, был сабыйҙар тәүге һүҙҙәрен ошо йортта әйтергә өйрәнә, ошо дәүләт йортонда тәүге аҙымдарын яһай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың күбеһе медицина буйынса ла, педагогик яҡтан да ярҙамға мохтаж. Берәүҙәре психик яҡтан үҫешмәгән, икенселәре физик кәмселектәр кисерә, үҙәк нервы системаһы зарарланғандары ла бар.
Даун сиренән яфаланғандар осрай. Ошо ауырыуҙар теле асылырға торған бәләкәй балаға бигерәк ныҡ йоғонто яһай. Улар күберәк ым-ишара менән аңлаша, һүҙҙәрҙә ҡатмарлы өндәрҙе ябайына алмаштыра йә бөтөнләй төшөрөп ҡалдыра. Әгәр ҙә сабый менән ваҡытында телмәр өҫтөндә әүҙем эшләһәң, кәмселектәрҙе бөтөрөп була, сөнки баланың баш мейеһе бәләкәй ваҡытта мәғлүмәтте тиҙ үҙләштерә.
Төрлө күнекмәләр, уйындар, матур уйынсыҡтар менән балаларҙы әүрәтеп, методик талаптар аша тел асҡысын табырға тырышабыҙ. Бигерәк тә хәрәкәтле уйындар ыңғай һөҙөмтә бирә, баланың телмәрен камиллаштыра, күреү һәм ишетеү һәләтен (һүҙҙәрҙең мәғәнәһен, өндәрҙең айырмаһын) яҡшырта, физик үҫешенә булышлыҡ итә. Бала үҙен ышаныслы тота һәм төрлө уйындарҙа, байрамдарҙа әүҙем ҡатнаша башлай. Ул ҡысҡырып шиғыр һөйләй, уйында ҡатнашырға талпынып тора, балалар менән аралаша.
Әйткәндәй, белгес булараҡ үҙем дә һәр саҡ камиллашыу өҫтөндәмен, ошо маҡсатта Стәрлетамаҡ педагогия институтының башҡорт филологияһы факультетын тамамланым, Мәскәү университетының дефектология факультетында махсус курста уҡыным.
Ғөмүмән, “Сабыйҙар йорто”нда балаларҙы ысын шәхес итеп тәрбиәләү өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Сенсор бүлмәһе эшләй, сәләмәтлек кимәлен билдәләп, төрлө диагноздар буйынса дауалау бүлмәләре бар. Коллективтағы һәр кеше үҙ эшен белеп, еренә еткереп башҡара, һәммәһе оло йөрәкле.
Ләкин ниндәй генә яҡшы шарттар булдырылмаһын, бала күңеле барыбер әсә наҙына мохтаж. Һәр тыуған бала тик үҙ ғаиләһендә, ата-әсәһенең йылы ҡосағында үҫергә тейеш тә бит. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: Рәсәйҙәге етемдәрҙең 90 процентының ата-әсәһе иҫән… Ошо балаларҙың үҙ ғаиләһен табыуын, “әсәй” тип әйтеү бәхетенән мәхрүм булмауын көн дә теләйем. Балалар күркәм, татыу ғаиләләрҙә мөхәббәт сәскәләреләй наҙлы булып үҫһен ине.
— Ғаилә тигәндән, үҙегеҙҙең балаларығыҙ бармы?
— Ҡыҙым Альбина хәҙер үҫкән инде. Үҙем уҡытыусылар династияһынан булһам да, ул бөтөнләй икенсе һөнәрҙе һайланы: технологиялар өлкәһендә буласаҡ белгес – Өфө дәүләт авиация техник университетында уҡый. Рәсәй Президенты стипендиаты, үҙ төркөмөндә староста, өҫтәүенә хәрби кафедрала ла уҡый.
— Бөгөнгө йәштәрҙең өлгөрлөгөнә, тилберлегенә һоҡланмау мөмкин түгел. Тик ниндәй өлкәлә генә эшләмәһендәр, хеҙмәтенә һеҙҙең һымаҡ йөрәктәрен биреп башҡарыуын теләргә ҡалалыр. Ысынлап та, эшегеҙ хеҙмәт урынығыҙ ғына түгел һымаҡ…
— Йылы һүҙ – йән аҙығы. Әйткәндәрегеҙгә рәхмәт. Минеңсә, кеше үҙ артынан ниндәйҙер эҙ ҡалдырып, изгелек һибеп китергә тейеш. Шул мәлдә генә һин ысынлап та бәхетлеһең. Ә етем балаларҙы бәхетле итергә тырышыуҙан да ҙур бәхет бармы һуң?!
Рәмил МАНСУРОВ әңгәмәләште.Стәрлетамаҡ ҡалаһы.