Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡапҡандағы сыр
Алдашыуҙы беребеҙ ҙә яратмай. Ә бына алданырға яратабыҙ, хатта ҡуш ҡуллап ризабыҙ. Нисекме? Мәҫәлән, ялтыр-йолтор әйбергә, тәмле-татлы һүҙгә әүрәргә генә торабыҙ, йәнә лә осһоҙҙо күрһәк, аңды-тоңдо белмәй, кемуҙарҙан һатып алырға тырышабыҙ. Мутлыҡ ҡылырға яратҡандар беҙҙең ошо нескә яҡтан файҙалана ла инде.

Интернет селтәрендәге сайттарҙа халыҡҡа барлыҡ кредиттарын ҡапларға ярҙам тәҡдим иткән ойошмалар байтаҡ. Хоҡуҡ һаҡлау органдары уларҙың сираттағы финанс пирамидаһы булыуын һәм төптө алдыҡҡа ҡоролоуын асыҡлап тора. Шулай ҙа ул ойошмалар тарафынан кеҫә телефондарына компанияның телефоны һәм сайты күрһәтелгән бихисап смс-хәбәр ебәрелә, ышаныусан халыҡҡа ҡармаҡ ташлай.
Финанс пирамидаһының нимә булыуы хаҡында Рәсәй халҡы яҡшы белә. Заманында был йәһәттән “МММ” киң йәйелдерелгән инвестициялар индереү проектын төҙөп, күптәрҙе төпһөҙ кәмәгә ултыртҡан Сергей Мавродиға һаман да ҡарғыш яуҙырғандар бар әле. Әрләмәҫлек тә түгел шул… Тинләп йыйған аҡсаңды тиҙ арала күбәйтеп алыу маҡсаты менән шул әҙәм ҡарамағына ышанып тапшыр ҙа бер көндә унан ҡолаҡ ҡаҡ әле! Эх, был бер ҡатлылыҡ… Әйткәндәй, Сергей Мавроди халыҡтың уға ышаныуына тап ошо бер ҡатлылыҡ һәм тиҙ байыу теләге сәбәпсе икәнлеген белдерҙе. Эйе, ныҡ алданды халыҡ. Хатта бының өсөн хөкүмәтте, хоҡуҡ һаҡлау органдарын әрләп бөттө. Йәнәһе, ошоноң кеүек мут кешеләрҙе ваҡытында тотмайҙар. Ә бит, уйлап ҡараһаң, буштың атаһы күптән үлеүе тураһында беҙ бәләкәйҙән хәбәр­ҙарбыҙ. Юҡ шул, ышанабыҙ, һаман да мөғжизәгә өмөт итәбеҙ.
Белгестәр бының кеүек сәйер ойошмаларҙың аҫтыртын эшмәкәр­леген тиҙ генә асыҡлап булмауын иҫкәртә. Шулай ҙа хәйләне һиҙемләргә була. Ғәҙәттә, финанс пирамидалары устав капиталһыҙ эшләй. Вәғәҙә ителгән бөтә дивидендтар ҙа яңы аҡса индергәндәр иҫәбенә түләнә. Өҫтәүенә уларҙың финанс операцияларын алып барыу өсөн тейешле лицензиялары булмай.
Ғәҙәттә, ил йонсоһа, ошоноң кеүек мут ойошмалар үрсергә генә тора. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында “МММ” “кәкре ҡайынға” терәтһә, бөгөнгө иҡтисади көрсөк, төрлө санкциялар дәүерендә лә халыҡҡа тынғылыҡ юҡ. Кеше иҫәбенә кеҫә ҡалынайтырға яратҡандар ауына эләкмәҫ өсөн ни бары еңел аҡса ҡоло булмаҫҡа, юҡ-барға ышанып бармаҫҡа кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә