Ҡапҡандағы сыр08.08.2017
Алдашыуҙы беребеҙ ҙә яратмай. Ә бына алданырға яратабыҙ, хатта ҡуш ҡуллап ризабыҙ. Нисекме? Мәҫәлән, ялтыр-йолтор әйбергә, тәмле-татлы һүҙгә әүрәргә генә торабыҙ, йәнә лә осһоҙҙо күрһәк, аңды-тоңдо белмәй, кемуҙарҙан һатып алырға тырышабыҙ. Мутлыҡ ҡылырға яратҡандар беҙҙең ошо нескә яҡтан файҙалана ла инде.
Интернет селтәрендәге сайттарҙа халыҡҡа барлыҡ кредиттарын ҡапларға ярҙам тәҡдим иткән ойошмалар байтаҡ. Хоҡуҡ һаҡлау органдары уларҙың сираттағы финанс пирамидаһы булыуын һәм төптө алдыҡҡа ҡоролоуын асыҡлап тора. Шулай ҙа ул ойошмалар тарафынан кеҫә телефондарына компанияның телефоны һәм сайты күрһәтелгән бихисап смс-хәбәр ебәрелә, ышаныусан халыҡҡа ҡармаҡ ташлай.
Финанс пирамидаһының нимә булыуы хаҡында Рәсәй халҡы яҡшы белә. Заманында был йәһәттән “МММ” киң йәйелдерелгән инвестициялар индереү проектын төҙөп, күптәрҙе төпһөҙ кәмәгә ултыртҡан Сергей Мавродиға һаман да ҡарғыш яуҙырғандар бар әле. Әрләмәҫлек тә түгел шул… Тинләп йыйған аҡсаңды тиҙ арала күбәйтеп алыу маҡсаты менән шул әҙәм ҡарамағына ышанып тапшыр ҙа бер көндә унан ҡолаҡ ҡаҡ әле! Эх, был бер ҡатлылыҡ… Әйткәндәй, Сергей Мавроди халыҡтың уға ышаныуына тап ошо бер ҡатлылыҡ һәм тиҙ байыу теләге сәбәпсе икәнлеген белдерҙе. Эйе, ныҡ алданды халыҡ. Хатта бының өсөн хөкүмәтте, хоҡуҡ һаҡлау органдарын әрләп бөттө. Йәнәһе, ошоноң кеүек мут кешеләрҙе ваҡытында тотмайҙар. Ә бит, уйлап ҡараһаң, буштың атаһы күптән үлеүе тураһында беҙ бәләкәйҙән хәбәрҙарбыҙ. Юҡ шул, ышанабыҙ, һаман да мөғжизәгә өмөт итәбеҙ.
Белгестәр бының кеүек сәйер ойошмаларҙың аҫтыртын эшмәкәрлеген тиҙ генә асыҡлап булмауын иҫкәртә. Шулай ҙа хәйләне һиҙемләргә була. Ғәҙәттә, финанс пирамидалары устав капиталһыҙ эшләй. Вәғәҙә ителгән бөтә дивидендтар ҙа яңы аҡса индергәндәр иҫәбенә түләнә. Өҫтәүенә уларҙың финанс операцияларын алып барыу өсөн тейешле лицензиялары булмай.
Ғәҙәттә, ил йонсоһа, ошоноң кеүек мут ойошмалар үрсергә генә тора. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында “МММ” “кәкре ҡайынға” терәтһә, бөгөнгө иҡтисади көрсөк, төрлө санкциялар дәүерендә лә халыҡҡа тынғылыҡ юҡ. Кеше иҫәбенә кеҫә ҡалынайтырға яратҡандар ауына эләкмәҫ өсөн ни бары еңел аҡса ҡоло булмаҫҡа, юҡ-барға ышанып бармаҫҡа кәрәк.