Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мәктәбемдең һүнмәҫ усағы…
Ейәнсура районының Байыш ауылында уҙғарылған тантана яҡташтарыбыҙ өсөн ҡыуаныслы ваҡиға булды. Ауылыбыҙ мәктәбенә быйыл – теүәл 100, ә беҙҙең кластың уҡыуҙы тамамлауына – 50 йыл. Йәмле Ҡаҫмарт буйҙарында йөрөү, бала саҡ, мәктәп, йәшлек йылдарын иҫкә алып, ултырып һөйләшеү үҙе бер ғүмер. Оҙайлы ямғырҙарҙан һуң байрамыбыҙ мәлендә тәбиғәттең салт аяҙ көн бүләк итеүен көтмәгәйнек тә.


Байыш ауылының, бигерәк тә мәктәп ихатаһының бөхтә, таҙа булыуы, йыйылған халыҡтың күплеге, Ҡаҫмарт буйҙарының гөрләп тороуы ауыл халҡы, төрлө тараф­тарҙан ҡайтҡан яҡташтарыбыҙ өсөн хайран ҡалырлыҡ, онотолмаҫлыҡ бер күренеш булды. Матур итеп биҙәлгән сәхнәлә йәш ҡыҙҙарҙың өҙә баҫып бейеүе, егеттәрҙең ҡурайҙа, Ҡарлуғас һылыу Ғөбәйҙул­линаның ҡумыҙҙа, думбырала, мандолинала уйнауы йәм өҫтөнә йәм өҫтәп торҙо. Егеттәр-ҡыҙҙар бик оҫта итеп тегелгән милли кейемдә сығыш яһаны. Беҙ йәш саҡта ундай затлы сәхнә кейемдәре булманы. Был эшкә мәҙәниәт йорто директоры, музыка уҡытыусыһы Раил Ғөбәйҙуллин, мәктәп директоры Хәмит Назаров ҙур тырышлыҡ һалған.
Тиҫтерҙәрем менән уҡытыусы­ларыбыҙҙы иҫкә алып ултырҙыҡ. Остаз­дарыбыҙҙың дәрестәре күҙ алдыбыҙға килеп баҫа. Ыҫпай, баҫалҡы математика уҡытыусыһы Б. Аҡманов, әтейем Ф. Аҡйегетов, тарихсы, әнейем К. Фәйзуллина (икеһе лә мәрхүм), башҡорт теле уҡытыусыһы Ф. Йәнбу­латова, химия һәм биология уҡы­тыусыһы Г. Бикбаеваның дәрестәрен йотлоғоп тыңлап ултыра инем. Географиянан Ғәббәс Ғүмәровтың сит ил ҡалалары исемдәрен ижекләп әйтеп күрһәтеүе хәтерҙә.
Әнейемдең “Зөлхизә”, “Ялан Йәркәй”, “Кәкүк”, “Урал”, Ғәббәс ағайҙың “Сибай”, “Сәлимәкәй”, “Уйыл” кеүек халыҡ йырҙарын башҡарыуы әле лә ҡолағымда яңғырап торған кеүек…


Автор: Мәйсәрә АҠЙЕГЕТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә